RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң мөһиме – халыҡ сәләмәт булһын!

29.11.2011 Иң мөһиме – халыҡ сәләмәт булһын!

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә үткән һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә ултырышта БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, уның урынбаҫарҙары Фидус Ямалтдинов, Сергей Афонин, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ төбәк дауалау учреждениеларының баш табиптары ҡатнашты.
2005 йылдан башлап үткәрелеүсе медицина форумдары «Сәлә­мәтлек» дөйөм проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда төп иғтибар тармаҡты яңыртып ҡороуға, яңы объекттар төҙөүгә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға һәм заманса йыһаздар менән байытыу­ға, кадрҙар мәсьәләләренә йүнәлтелгәйне. Был йәһәттән атап үтелгән төбәктәргә ҙур күләмдә капитал һалыуҙар башҡарылды, медицина объекттары сафҡа индерелде.
Быйылғы форум, элеккеләренән айырмалы рәүештә, 2011 йылдың 11 ғинуарында ғәмәлгә ингән һәм Рәсәйҙә тармаҡты яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан «һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау» программаһы сиктәрендә үтте. Программаға ярашлы, төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуға һәм уны заманса технологиялар менән тәьмин итеүгә 15 миллиард һум финанс ресурстар йүнәлтелде. Ултырыштың иғтибар үҙәгендә ошо төбәккә ингән Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле һәм ҡыйғы райондарының һаулыҡ һаҡлау системаһы булды.
Күсмә ултырыштың беренсе өлөшөндә форумда ҡатнашыусылар Дыуан районының Мәсәғүт ауылында урынлашҡан үҙәк район дауаханаһы ҡаршыһындағы өс район-ара медицина объектының: балалар өсөн сәләмәтлек, онкология-амбулатор һәм диализ үҙәктәренең эшмәкәрлеге менән танышты.
Балалар үҙәге, мәҫәлән, был яҡтарҙа берҙән-бер ошондай объект булараҡ хеҙмәт итә. Үҙәктең төп тәғәйенләнеше – профилактика.
Президент Рөстәм Хәмитов һәм ултырышта ҡатнашыусылар Салауат районының үҙәк дауаханаһында ла булды. Район мәҙәниәт һарайында был көндө төньяҡ-көнсығыш төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Күргәҙмә менән танышырға Президент Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко ла килде.
Экспозицияла үҙәк урынды «Янғантау» шифаханаһы алып торҙо. Киләһе йылда үҙенең 75 йыллығын билдәләргә йыйынған шифахана – бөгөн үҙенең етештереү комплексына эйә предприятие. Курортта минераль һыу, һөт заводтары, колбаса цехы уңышлы эшләй, үҙ пекарнялары һәм теплицаһы бар. Шифахана төбәктә иң күп эш урындары булған предприятие иҫәпләнә. Бында мең ярым самаһы кеше эшләй. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм сит илдәрҙән 26 мең кеше ял итә.
– Республика һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешендә яңы этапҡа аяҡ баҫа, – тип билдәләп үтте Башҡортостан Президенты пленар ултырышта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһағанда. Төбәк башлығы ошо арала, модернизациялау программаһына ярашлы, тармаҡҡа 15,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәге тураһында әйтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә