RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөләге бассейн – «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы проекты

29.11.2011 Өфөләге бассейн – «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы проекты

Өфөләге бассейн – «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы проекты
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә иғтибар артты. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, республикабыҙҙың әле бер, әле икенсе ҡалаһында һәм районында яңы спорт комплекстары файҙаланыуға тапшырылыуға шаһит булабыҙ. Уҙған ял көндәрендә баш ҡалабыҙ халҡы ла ҡыуаныслы минуттар кисерҙе, спорт һөйөүселәр өсөн Өфөлә тағы бер спорт комплексы үҙ ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Бындай спорт комплекстары беҙгә кәрәк. Өфөлә генә түгел, һәр ҡалала, һәр район үҙәгендә. Был эштең артабан да дауам итеүен теләйем, – тине ул, яңы спорт комплексы асылыуы менән тәбрикләп. Президент Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин менән берлектә спорт комплексы менән ентекләп танышты, бассейндың иң тәүге йөҙөүселәренә старт бирҙе, балаларға абонементтар тапшыр­ҙы, ветеран спортсылар ме­нән аралашты.
Комплекс «Берҙәм Рәсәй» партияһының «500 бассейн» проекты сиктәрендә М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында төҙөлә. Тө­ҙөүсе­ләргә уны сафҡа индереү өсөн ни бары ун ай тирәһе генә ваҡыт китә.
Күнекмәләр үткәреү, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, ярыштар ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтары булған заманса спорт үҙәге – БДПУ студенттарының ғына түгел, тотош республикабыҙҙың ғорурлығы. Дөйөм майҙаны 7 780 квадрат метр булған комплекс иркенлеге, яҡтылығы, яңылығы, йыһазландырылышы һәм уңайлығы менән үҙенә ылыҡтырып тора. Бер ҡасан да бассейнға йөрөмәгән кеше лә бер күреүҙән мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә ҡарар итер. Өҫтәүенә, йыл әйләнәһенә ошондай шәп мөмкинлек бирелгәндә. Әйткәндәй, БДПУ студенттары ғына түгел, теләге булған һәр кем бында ваҡытын файҙалы һәм мауыҡтыр­ғыс итеп үткәрә ала. Балалар өсөн айырым бассейндың булыуы – яңы комплекстың өҫтөнлөктәренең бе­реһе. Тимәк, бында тотош ғаилә менән килеп, рәхәтләнеп йөҙөргә, сәләмәтлегеңде нығытырға мөмкин.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә