RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ленин урамында Ленин, Ни уйлайһың, баш эйеп?

08.11.2011 Ленин урамында Ленин, Ни уйлайһың, баш эйеп?

Ленин урамында Ленин, Ни уйлайһың, баш эйеп?
Өфө ҡалаһында Владимир Ильич Ленинға һәйкәл асылды. Ул баш ҡаланың Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Һәйкәлде асыу тантанаһында КПРФ үҙәк комитеты рәйесе Геннадий Зюганов менән КПРФ-тың Башҡортостан республика комитеты секретары Рифғәт Гарданов ҡатнашты.
Рифғәт Гарданов Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа һәйкәлде тарихи урынында тергеҙеүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Геннадий Зюганов, тантанала ҡатнашыу­сылар алдында сығыш яһап, Владимир Лениндың донъя тарихына индергән өлөшөн юғары баһаланы.
– Беҙ донъяла беренселәрҙән булып Ленин етәкселегендә эшселәр һәм крәҫтиәндәр дәүләтен төҙөнөк, фашизмды еңеүгә өлгәштек, социаль яҡлауҙың иң яҡшы системаһын булдырҙыҡ. 1924 йылда эшселәр аҡсаһына төҙөлгән һәйкәлде тергеҙгәндәре өсөн Өфө ҡалаһы халҡына рәхмәт, – тине ул.
Билдәле булыуынса, был урында элек Лениндың гипстан эшләнгән һәйкәле урынлашҡан була. Емерелеп бөткәнлектән, 1980 йылда Өфө ҡала коммуналь хужалығы заказы буйынса Ленинград оҫталары яһалма мәрмәрҙән уның күсермәһен эшләй. 1987 йылда заказ үтәлә һәм, аҡса түләнмәгәнлектән, Ленинградта ҡала. Бер йыл элек скульптор Руслан Арыҫланбаев уны Рәсәй Художество академияһы фондында табып ала. Бик күп бәхәстәрҙән һуң һәйкәлде, ҡаланың мәҙәни ҡомартҡыһы булараҡ, тарихи урынына ҡайтарырға ҡарар ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә