RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнде

08.11.2011 Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнде

Халыҡтар берҙәмлеге көнө илебеҙҙә 2005 йылдың 4 ноябренән алып билдәләнә. Быйыл да был байрам уңайынан республикабыҙҙа төрлө саралар үтте. Шуларҙың береһе − Өфө ҡалаһында үткән «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлыларҙың форумы. Байрамға арналған сара төрлө һөнәр эйәләрен һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен үҙенә берләштерҙе. Студенттар ҙа, спортсылар ҙа был саранан ситтә ҡалманы. Форум Нефтселәр мәҙәниәт һарайы алдында митингынан башланды. Төрлө плакаттар, әләмдәр тотҡан ололар һәм йәштәр элекке байрам уңайынан ойошторолған демонстрацияларҙы хәтерләтеп ҡуйҙы. Митингыла ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы сәйәси советы секретары Константин Толкачев сәләмләне.
Артабан форум Нефтселәр мәҙәниәт һарайында дауам итте. Унда иһә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
– Беҙҙең республика һәм илебеҙ бик ҡатмарлы сәйәси ваҡиға – һайлауҙар алдында тора. Барыбыҙ өсөн дә ул етди һәм мөһим һынау булып тора. Асылда ул республика халҡының беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәлелегенә баһаһы ул, – тине, форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, быйыл республикала бик етди үҙгәрештәр булған, власть тарафынан ғәҙеллеккә, асыҡлыҡҡа, халыҡ менән бәйләнеш булдырыуға юл алынған.
– Беҙ төп бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ – республиканың ҡеүәтле мөмкинлектәрен кешеләргә йүнәлтеү, иҡтисадты, тәбиғәт һәм етештереү ресурстарын халыҡ ихтыяжы өсөн эшләргә мәжбүр итеү.
Президент хәл итәһе мәсьәләләрҙең дә күп булыуын билдәләп үтте. Улар иҫәбенә эш хаҡының түбән, ауыл ерендә инфраструктураның ныҡлап үҫешмәгән булыуын, балалар баҡсаларының етешмәүен, ауыл хужалығындағы етешһеҙлектәрҙе индерҙе.
Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡаҙаныштары хаҡында әйткәндә, иғлан ителгән дүрт тиҫтәнән ашыу проекттың барыһы ла тиерлек ғәмәлгә ашырыла. Улар «500 бассейн», «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» һ.б. Мәғарифты модернизациялау сиктәрендә Башҡортостан уҡытыусыларының эш хаҡы 30 процентҡа күтәрелде, бынан тыш, «Уҡытыусылар йорто» проекты буйынса мәғариф хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге биреләсәк.
Һүҙен йомғаҡлап, республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, уның бөгөнгө заманда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә