RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баҡалылағы бер көн

08.10.2011 Баҡалылағы бер көн

Баҡалылағы бер көн
6 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Баҡалы ауылында ошо һәм күрше райондар граждандарын ҡабул итте.
Баҡалылар байтаҡ социаль һәм иҡтисади мәсьәләне хәл итеүҙе, әйтәйек, Баҡалы районы менән Татарстандың Аҙнаҡай районын тоташтырыусы Ыҡ йылғаһы аша һалынған күпергә капиталь ремонт эшләү, ауыл китапханаларының матди базаһын нығытыу, ауылдарҙа газ, һыу үткәргес төҙөү, Баҡалы − Яңы Маты юлын асфальтлау, мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу мәсьәләләрен, Шаран районы кешеһе ауылдарҙа социаль-мәҙәни объекттарын төҙөүгә аҡса бүлеү кәрәклеге тураһындағы мәсьәләһен күтәрҙе.
Илеш районынан килеүселәр ҙә шундай уҡ һорауҙар − газ, һыу үткәреү, юлдарҙы яҡшыртыу, тағы ла балалар өсөн һырғалаҡ төҙөү буйынса мөрәжәғәт итте.
Республика башлығы тейешле органдар етәкселәренә күтәрелгән мәсьәләләр буйынса саралар күрергә ҡушты.
Төбәк башлығы Баҡалы һәм күрше райондарҙың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуында тағы ла бер тапҡыр урындағы властарҙың үҙ эшмәкәрлеген халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләү йүнәлешендә ойоштороуы фарызлығына, республика етәкселеге тарафынан ауыл хеҙмәтсәндәренә һиҙелерлек ярҙам ойошторолоуы мәсьәләләренә айырым туҡталды. Уның билдәләүенсә, ауыл хужалығынан тыш, республика етәкселеге яғынан инфраструктура мәсьәләһенә лә − юлдар, газ, һыу үткәргестәр, электр линиялары төҙөүгә лә иғтибар ҙур, эш урындарын булдырыу проблемаһы ла эш программаһы үҙәгендә. Һүҙ ыңғайында Президент сәнәғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарға һәм проблемаларға, инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә туҡталып үтте.
Артабан ул халыҡ менән ошондай уҡ осрашыуҙар үткәреүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны.

* * *
Баҡалы район үҙәгендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған район халҡы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тол ҡатындар өсөн 6 октябрь икеләтә байрамға әүерелде – социаль программа буйынса төҙөлгән өс ҡатлы күп фатирлы ике йорттан уларға бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙар бирелде һәм ошо тантананы асыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе ҡатнашып, өй туйлаусыларҙы ҡотланы. Был ике йортта барлығы 48 фатир: бер бүлмәлеләренең майҙаны 46 квадрат метр тәшкил итһә, ике бүлмәлеләрҙеке — 56 квадрат метр. Яңы йорттар сағыштырмаса арзанға төҙөлгән: һәр квадрат метрының хаҡы – 16,5 –18 мең һум.
Йорттарҙы тиҙ арала һәм сифатлы төҙөгән өсөн Президент төҙөүселәргә, район властарына һәм был проекттарҙы ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

* * *
Районда «Берҙәм Рәсәй» көндәре лә үтте. Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе делегацияһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең реабилитация үҙәгендә балалар, табиптар һәм тәрбиәселәр менән осрашты, балаларҙы бүләктәре менән һөйөндөрҙө. Үҙәк район дауаханаһында яңы тыуған сабыйҙарҙы өйҙәренә оҙатыу тантанаһында ҡатнашып, йәш ата-әсәләргә лә бүләк тапшырҙы. Дауалау учреждениеһында дауаханаға реконструкция үткәреү мәсьәләһе күтәрелде.
Делегация шулай уҡ «Баҡалыла өй туйлау»ҙа ла ҡатнашты.
Аҡман ауылында «Берҙәм Рәсәй»ҙәр драматург Нәжиб Асанбаев, шағир Миәссәр Басировтың ижадына һәм легендар Даян Мурзинға арнап асылған музей­ҙа, ауыл мәҙәниәт йортонда булды һәм партияның беренсел ойошмалары етәкселәре, район активистары менән осрашты.
Партия көндәре спорт байрамы менән тамамланды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә