RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ике байрам бергә үтте

04.10.2011 Ике байрам бергә үтте

30 сентябрҙә Башҡор­тостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда үткән Республика рустарының икенсе конгресында төбәктең муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 300 делегат, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары, Бөтә донъя рустары халыҡ соборы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, РФ Яҙыусылар союзы вәкилдәре, шулай уҡ Баш­ҡортостан рустарының икенсе конгресын ойоштороу комитеты рәйесе, республика парламенты спикеры Констан­тин Толкачев ҡатнашты.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан рустарының икенсе конгресы делегаттарына тәбрикләү хаты ебәрҙе. Уны Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе.
– Төрки, славян һәм фин-уғыр халыҡтарының быуаттар дауамында үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә илебеҙҙә күп милләтле Рәсәй өсөн үрнәк булырлыҡ үҙ-ара дуҫ булып йәшәү өлгөләре булдырылған. Ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сыҡҡан, бер-береһенең уңыштарына ҡыуана белгән, сағыу мәҙәниәттәр берҙәмлеген булдырған халыҡтар берлеге – быларҙың барыһы ла беҙгә изгелек эстафетаһын ҡалдырған ата-бабаларыбыҙ ҡаҙаныштары. Был изге йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, граждандар татыулығын һәм төрлө милләт, конфессия вәкилдәренең берҙәмлеген нығытыу бөгөн властың һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарының мөһим бурысы булып тора. Собор һәм республиканың башҡа этномәҙәни ойошмалары эшмәкәрлегенең рус халҡының бай тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға, шулай уҡ үҫеп килгән быуында милли мәҙәниәттәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелеүе бик мөһим. Йәмғиәттең әхлаҡи сәләмәтлеген нығытыу, айырымланыу идеяларына ҡаршы тороу буйынса йәмәғәт ойошмаларыбыҙ әүҙем эш алып бара ала, тип иҫәпләйем, – тиелә республика башлығының тәбрикләү хатында.
Рөстәм Хәмитов форум сиктәрендә рустарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының көнүҙәк мәсьәләләре, үҙ-ара килешеп эш итеү ысулдары, был процестарҙа йәмәғәт ойошмаларының роле эшлекле тикшереләсәгенә ышанысын белдергән һәм конгреста ҡатнашыусыларға һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар теләгән.
Форум барышында Башҡор­тостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспонаттар араһында рус милли традицияларына ярашлы ағастан һырлап эшләнгән әйберҙәр, һауыт-һаба, биҙәкле таҡталар, туҡыманан тегелгән ҡурсаҡтар, матрешкалар, балалар уйынсыҡтары, милли костюмдар, баш һәм аяҡ кейемдәре, яулыҡ, бейәләйҙәр, тиренән тегелгән изделиелар, балаҫ, балалайка, һандыҡ-шкатулкалар, самауыр һәм рус кухняһы һый-ниғмәттәре булды. Экспо­наттарҙы «Надеждино» (Бәләбәй районы) һәм «Никольский храм» (Краснокама районының Николо-Березовка ауылы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре, шулай уҡ республиканың коммерция предприятиелары тәҡдим итте.
Өфө епархияһы календарҙар һәм дини әҙәбиәт әҙерләгәйне. Китап нәшриәттәре, магазиндар һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана баҫма продукция күргәҙмәһен алып килгән.
Конгресс делегаттары алдында сығыш яһап, Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов Өфөлә рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте.
– Бөтә донъяла танылыу алған бөйөк рәссам Михаил Нестеровтың – үҙенсәлекле ижадсының ты­уыуына 2012 йылда 150 йыл тула, – тине ул. – Уның исемен музей менән генә түгел, һәйкәлдә лә мәңгеләштерергә кәрәк.
Буласаҡ һәйкәлде М. Нестеров исемендәге музей алдындағы майҙанда, йә рәссам тыуған йорт урынында, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы янында, урынлаштырыу күҙаллана.
Конгресс делегаттары Баш­ҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты эшенә йомғаҡ яһаны, йәмәғәт ойошмаһы уставына төҙәтмәләр индерҙе. Форумда рус теле һәм мәҙәниәтенең торошона, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, әхлаҡи юҫыҡта көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Фекер алышыу һөҙөмтәләре конгресс резолюцияһына индерелде.
Сара үҙ эшен Башҡортостан рустары соборы башҡарма комитетының яңы составын һайлау менән тамамланы. Унда 32 кеше һайланды. 2001 – 2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатын етәкләгән генерал-майор Тимофей Азаров башҡарма комитет рәйесе итеп һайланды. Башҡарма комитет ағзалары араһында республика парламенты депутаттары, предприятие етәкселәре, урындағы үҙидара органдары, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар.
Халыҡ-ара Аксаков байрамында рустарҙың икенсе конгресына килеүселәр – Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдән ҡунаҡтар, атап әйткәндә, Болгария, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Байрам саралары, ғәҙәттәгесә, Өфө, Бәләбәй ҡалаларында һәм райондарында ойошторолдо.
Аксаков көндәре Сергей Тимофеевич Аксаковтың ҡартатаһының әүәлге ҡасим ауылындағы имениеһында (Шаҡша биҫтәһе) башланды. Бында баш ҡаланың балалар ижади коллективтары сығыш яһаны. 11-се Аксаков гимназияһында традицион Аксаков дәрестәре үткәрелде. Дәрес һуңында Силәбе өлкәһе Трехгорный ҡалаһының С. Аксаков исемендәге үҙәк балалар китапханаһының «Асыҡ китап» театры «Ал сәскә» спектаклен күрһәтте.
Ошо уҡ көндө Сергей Аксаковтың Өфөләге мемориаль йорт-музейында Аксаков фонды попечителдәр советы ағзаһы һәм меценат Вячеслав Аброщенко йыйған картиналарҙың бер өлөшөнән әҙерләнгән күргәҙмә һәм «АФ-Банк»тың операциялар залында «Аксаковтың тыуған ере» күргәҙмәһе асылды.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә