RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

20.09.2011 Өс һөйләм менән

Путин ҡытай премияһына дәғүә итә

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-ми­нистры Владимир Путин ҡытайҙың Конфуций исемендәге донъя премияһына күрһәтелгән.
Унан башҡа кандидаттар араһында тағы ла Гер­мания канцлеры Ангела Мер­кель, БМО-ның элекке генераль секретары Кофи Аннан, билдәле ҡытай ғалим-агрономы Юань Лопин, Тибет буддизмы лидерҙарының береһе Панчен-лама, Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума, «Microsoft»ҡа нигеҙ һалыусы Билл Гейтс, Тайвань сәйәсмәне Сун Чуюй бар.
Премияны ойоштороусылар фе­керенсә, юғары баһа ҡытайҙарҙың донъяуи проблемаға ҡарашын сағылдырырға тейеш.
Лауреаттар исемлеге 9 декабрҙә билдәле буласаҡ. Әйткәндәй, Конфуций премияһы былтыр ғына барлыҡҡа килгән, приз суммаһы − 100 мең юань (15 мең доллар самаһы).

Урманға – ноутбук менән

Киләһе йылда лесничийҙарға урманда оператив эштәр алып барыу өсөн спутник элемтәһе булған ноутбук биреләсәк.
Был хаҡта Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Николай Кротов белдерҙе. Әлеге яңылыҡ урман хеҙмәткәрҙәренең кабинетта ҡағыҙ тултырып ултырыуға сарыф ителгән ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. Кротов фекеренсә, эште шулай автоматлаштырыу лесничий эшен мауыҡтырғыс, күркәм һәм йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ итә.
«Әлеге мәлдә был һөнәрҙең абруйын күтәрергә кәрәк. Кадрҙар ҙа яңырырға тейеш. Йәш белгестәргә торлаҡ бүлеү хаҡында ла һөйләшеүҙәр бара, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын күтәрергә лә тырышабыҙ», − тигән Николай Кротов.

Чечен ҡатын-ҡыҙына дан йырланды

Чечен Республикаһында ҡатын-ҡыҙ көнөн өсөнсө йыл билдәләйҙәр.
Уны төбәк башлығы Рамзан ҡадиров сентябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәрергә ҡарар иткән. Был юлы ла ҡала һәм райондарҙа халыҡ байрам ойошторҙо, милли кейем кейгән ир-ат ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә, яулыҡ бүләк итте. Ә инде республика баш ҡалаһы Грозныйҙа сәйәсәттә, фәндә һәм мәҙәниәттә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән гүзәл заттар тәбрикләнде. Байрамдың тағы ла бер үҙенсәлеге: ул 25 йыл бергә ғүмер иткән ғаилә парҙарына 25-әр мең һум аҡса биреү. Әлеге дата – Чечнялағы иң йәш байрамдарҙың береһе һәм халыҡ тарихындағы бер фажиғә менән бәйле. 1819 йылда батша ғәскәре Дади-йорт ауылын яндырғандан һуң, әсир алынған ҡыҙҙар Терек йылғаһы аша сыҡҡанда һалды батыра, үҙҙәре лә, конвой ҙа һәләк була.

Сиғандар ҡыуыла

Бөйөк Британияның суд приставтары кисә илдәге легаль булмаған иң ҙур сиған таборын ҡыуыуға тотондо.
Властар әйтеүенсә, Англияның көньяғында, Дейл Фарм исемле урында 400-ҙән ашыу сиған ғаиләһе законһыҙ йәшәй. Бында ниндәй ҙә булһа төҙөлөшкә лә рөхсәт бирелмәгән, шунлыҡтан күсмә табор ҙа йәшәргә тейеш түгел, ти урындағы етәкселәр. Сиғандарҙың ҡайһы берәүҙәре киткән дә инде, ә бер төркөмө һаман ныҡышып ҡала бирә. Көс ҡулланып ҡыуһалар ҙа, был күсмә халыҡ, үҙҙәрен каруанға бәйләп, төйәкләнгән урындары өсөн аҙаҡҡаса көрәшергә ниәтләй, имеш.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә