RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

13.09.2011 Донъя яңылыҡтары

Кеше ашаусы акула тотолған
Донъя яңылыҡтары
Һуңғы ваҡытта кешеләр йыш ҡына акулаларҙың ҡорбаны була. При­морьела август айында өс кешегә ошо йыртҡыс ташланғайны. Мөғ­жизә менән генә улар үлемдән ҡо­тол­ған.
Приморье өлкәһендә йыртҡыс­тар­ҙы тотоу маҡсатында махсус штаб ойошторолдо. 60-ҡа яҡын кеше акулаларҙы тотоу эшенә йәлеп ителгән. Ошо көндәрҙә балыҡсы­лар­ҙың ауына ике метрҙан оҙонораҡ акула эләккән. «Фортуна» балыҡ тотоу судноһы экипажы хеҙмәткәре әйтеүенсә, Находка районының Поворотный морононда тағы ла бер акула төйәкләнгән.

Ирандарҙың хыялы тормошҡа ашты

Кисә тантаналы шарттарҙа Ирандың «Бушер» АЭС-ында бер мең мегаватт ҡеүәтендәге беренсе энергия блогы сафҡа ебәрелде.
Унда РФ энергетика министры Сергей Шматко һәм «Росатом» башлығы Сергей Кириенко ҡатнашты.
Атом электр станцияһын Рәсәй белгестәре төҙөгән. Контракт суммаһы бер миллиард доллар тәшкил иткән. Эш барышын МАГАТЭ инспекторҙары, ядро технологияларын хәрби маҡсатта ҡулланыуҙы иҫкәртеү өсөн, даими контролдә тотҡан.
Иранда атом электр станцияһын 1975 йылда уҡ немец белгестәре төҙөй башлаған булған. Әммә илдәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, ҡораллы конфликттар арҡаһында төҙөлөш туҡтатылған. Тик 1995 йылда ғына Рәсәй атомсылары ярҙамында был эш ҡабаттан тергеҙелгән.

Ғәлимовты ҡотҡарып булманы
Донъя яңылыҡтары

Кисә иртәнсәк «Локомотив» хоккей командаһы уйынсыһы Александр Ғәлимов дауаханала йән биргән.
Табиптар тәненең 90 проценты янған егеттең ғүмере өсөн биш көн буйы көрәште. Шулай итеп, «Як−42» самолетында һәләкәткә юлыҡҡан ҡорбандарҙың һаны 44 кешегә етте. Фажиғәлә берҙән-бер тере ҡалған кеше – бортинженер Александр Сизовтың хәле бер аҙ яҡшырған. Уны реанимациянан ябай палатаға күсергәндәр.

Сиғандарҙа – ҡоллоҡта

Инглиздәр сиғандарға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Яңыраҡ улар таборҙарҙа рейд үткәргән мәлдә 24 ир-егетте ҡотҡарған.
ҡоллоҡта булған инглиздәр, поляктар һәм румындар ауыр шарттарҙа көн иткән. 15 йылдан ашыу сиғандарҙа ҡол булған кешеләр алкоголизмдан яфалана. Уларҙың «хужалары» − дүрт ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә