RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

06.09.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда таксистарға еңел автомобилдәрҙә пассажир­ҙар йөрөтөү өсөн лицензияны республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты бирәсәк. Лицензия биш йылға бирелә һәм уның хаҡы яҡынса 800 һум буласаҡ. Лицензиялау һәр ярты йыл һайын автомобилдең – техник күҙәтеү, водителдәрҙең һәр рейс алдынан мотлаҡ медицина тикшереүе үтеүен, шулай уҡ машинаның тейешле йыһазландырылыуын күҙаллай.

«Берҙәм Рәсәй»ҙәр Ишем­бай­ға балалар ҡаласығы бүләк итте. Унда асылған «Берҙәм Рәсәй» көндәре барышында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов балалар ҡаласығы төҙөүгә 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Үҙәк паркта урынлашасаҡ балалар паркы кескәйҙәргә бик күп шатлыҡлы минуттар бүләк итер, тип ышанам, тине сығышы менән Ишембай районының Һайран ауылынан булған депутат.

Башҡортостанда 2012 йылдан 2016 йылға тиклемге осорға Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре үҫеше концепцияһы проекты әҙерләнгән. Ул төбәктең ер һәм мөлкәт комплексы менән идара итеү өлкәһендә республика дәүләт сәйәсәтенең төп маҡсатын, бурыстарын һәм йүнәлештәрен билдәләй. Документ ике бүлектән тора: беренсеһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке менән идара итеү механизмдары ҡарала, икенсе бүлек дәүләт милкен хосусилаштырыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте мәсьәләләренә арнала.

Октябрьский ҡалаһынан Лилиә Ғәләүетдинова Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторолған «Йәшел муйынсаҡ» эко-конкурсының финалына сыҡты. Бәйге Краснодар крайында барыусы Бөтә Рәсәй «ЭКА МИР – 2011» экологик инициативалар форумы сиктәрендә үтә. Конкурста бөтәһе 60 һылыуҡай ҡатнаша, шуларҙың 14-е еңеүсе исеме өсөн көрәшәсәк.

5 сентябрҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы «Тау-тау хәбәр» балалар мәғлүмәт хеҙмәте тура эфирҙа сыға башланы. Көн һайын көндөҙ сәғәт 4-се 15 минутта республика, ил һәм донъя буйынса иң яңы мәктәп яңылыҡтарын ишетергә мөмкин. «Тамыр» телерадиостудияһы яңы проектты былтыр ноябрҙә тәҡдим иткәйне.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы сайтында трансплантология мәсьәләләре буйынса интернет-ҡабул итеү асыл­ған. Граждандарҙың һорауҙарына РБ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы Илдар ҡорбанғолов яуап бирә. Әйткәндәй, Башҡортостанда 2010 йылда бөйөр күсереп ултыртыу буйынса 21 операция эшләнгән, әле 550 кешегә шундай уҡ операция талап ителә.

Өфөлә йыл һайын үткәрелгән «Тәбиғәт һәм кеше» экологик акцияһы старт алды. Уның координаторҙары булып ҡаланың экология-биология үҙәктәре, шулай уҡ йәш натуралистар станциялары сығыш яһай. Сарала баш ҡалабыҙҙың бөтә белем биреү учреждениелары ла ҡатнаша.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә