RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

06.08.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡурҡытты...
Тула өлкәһендә тотош бер ғаиләне – 35 йәшлек ҡатынды һәм уның әсәһен, бәлиғ булмаған өс улын фатирҙарында үлтереп киттеләр.
Ишеге бикле йортто асып ингән ҡотҡарыусылар ваннала бер-береһе өҫтөнә теҙеп һалынған биш мәйет тапҡан.
Йоҡлап ятҡан бәләкәс малайҙарҙы, оло ҡатынды ни өсөн үлтереүҙәрен тәүҙә бер нисек тә аңлата алманылар. Был енәйәтте асыу өсөн урында иң көслө полиция хеҙмәткәрҙәре эшләне. Рәсәйҙең Тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрикин да килде. Полиция асыҡлауынса, тотош ғаиләне 35 йәшлек ҡатындың 19 йәшлек һөйәре үлтергән. Енәйәт нигеҙендә ниндәй низағ ятыуын әлегә асыҡлап бөтмәгәндәр.

Уйландырҙы...
Таиландта Премьер-министр итеп беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ һайланды.
Ундағы хөкүмәтте хәҙер 44 йәшлек эшҡыуар Йинглак Чинават етәкләйәсәк. Ул Таиландтың элекке премьерының бер туған һеңлеһе.
Быға тиклем Йинглак Чинаватты һайлаусыларҙы «һатып алыуҙа» ғәйепләнеләр. Эшҡыуар ҡатын халыҡҡа бушлай милли аҙыҡ тарат­ҡан, һайлау кампанияһы барышында илдең Конституция суды сәйәсәттән ситләштергән шәхестәр менән ныҡ аралашҡан. Әммә һайлау алдынан ғына бөтә ғәйепләүҙәрҙе юҡҡа сығар­ҙылар.
Элекке премьер Таксин Чинаватҡа ҡаршы енәйәт эше асылған. Шуға ла ул әле сит илдә ҡасып йәшәй һәм оппозиция менән идара итә. Ә яңы Премьер-министр, сәйәси золомға эләгеп, ситкә китергә мәжбүр булғандарҙы ярлыҡарға вәғәҙә бирҙе.

Хәүефләндерҙе...
Самолет пилоттарын лазер ярҙамында һуҡырайтырға тырышыусы «геройҙар» хаҡында ише­тә-уҡый торғас, Түбәнге Нов­город малайҙары оҙон юлға йөрөүсе ҙур йөк машиналарының водителдәре менән дә шаярып алырға булған.
10 – 14 йәшлек балалар лазер менән унлаған водителдең ҡотон алған.
Был лазер таяҡсаларын ябай ғына киоскыла ла һатып алырға мөмкин. Уны водителгә йүнәлткән осраҡта ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе булыуы ихтимал. Улай ғына ла түгел, лазерҙың нуры бер секунд эсендә кешене тулыһынса һәм мәңгелеккә һуҡырайта ала.
Шуҡлыҡтың насар эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы тураһында малайҙар уйлап та бирмәй. Бының өсөн штраф та бәләкәй генә – 500 – 1000 һум.

Һағайтты...
Программист егет Виктор Симак, дуҫына юғары уҡыу йорто һайларға ярҙам итеү ниәтендә интернетта «соҡоноп» ултырып, шуны асыҡлаған – билдәле вуздың бөтә бюджет урындары ла юғары БДИ балдары йыйыусылар һәм льготниктар менән тулған.
Шул уҡ ваҡытта был абитуриенттар башҡа бер уҡыу йортона ла ғариза бирмәгән. Тора-бара улар­ҙың ер йөҙөндә бөтөнләй булмауы, унда уйлап сығарылған кешеләр исемлеге теҙелеүе билдәле булған.
Виктор Симак раҫларға тырышыуынса, «үле йәндәр»ҙе исемлектән алып ташлағас, университетҡа БДИ балдары түбән булған «блатлы» абитуриенттар­ҙы уҡырға индерәсәктәр. Юғары уҡыу йорто коррупцияға юл ҡуйыуын танырға теләмәй, бөтәһенә лә компьютерҙағы аңлашылмаусанлыҡтар ғәйепле, тип аңлатырға тырыша.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә