RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аграрийҙарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

06.08.2011 Аграрийҙарға артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Краснокама, ҡалтасы райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында булып, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең иҡтисади һәм социаль үҫеше менән танышты.
Краснокама районында ул «Алға» тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында мал аҙығы культураларын урып йыйыу барышын тикшерҙе. Был хужалыҡ иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культураларын үҫтереү, эре мал үрсетеү, һөт етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә һыйыр малдары һанын арттырырға уйлай­ҙар. Продукцияның хаҡы – түбән, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар­ҙың юғары булыуы хужалыҡтың төп мәсьәләләре булып тора.
Президент ғәмәлдәге малсылыҡ фермаларына аудит үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан «500 ферма» программаһының республикала тәүге этабы тормошҡа ашырылыуы менән таныштырҙы:
– Һәр районда кәмендә 2 – 3 фермаға ремонт яһаласаҡ. Бер нисә районда төҙөлөп бөтмәй ташланған фермалар бар. Улар өсөн дә аҡса бүленәсәк һәм фермалар файҙаланыуға индереләсәк.
Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, шулай уҡ аграрийҙарға дизель яғыулығын арзан хаҡ менән һатыу һәм фермер хужалыҡтарын субсидиялау буйынса эш дауам итәсәк.
Төбәк башлығы ҡуян ауылында балалар сәнғәт мәктәбендә белем усағының яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Яңы ҡабан ауылында төҙөлә башлаған ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында булып, төҙөлөштө тамамлау перспективалары хаҡында һорашты. Киләсәктә был бинала ауыл хакимиәте, колхоз идараһы, дөйөм практика табибы кабинеты, дарыухана, китапхана һәм тағы ла бер нисә социаль объект урынлашасаҡ.
Николо-Березовка ауылында Рөстәм Хәмитов һыу үткәргес-һыу һурҙырыу станцияһын реконструкциялау барышын ҡараны. Район етәкселеге менән ул халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
Ошо уҡ ауылда ул «Кармановский рыбхоз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукцияһына баһа бирҙе һәм республиканың таҙа һыу сығанаҡтарына бай таулы райондарында ла балыҡ үрсетеү хужалыҡтарын ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға кәрәклеге тураһында әйтте.
Ауылдағы «Никольский храм» тарихи-мәҙәни үҙәгендә Президент дин әһелдәре менән аралашты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә