RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

06.08.2011 Өс һөйләм менән

Президент Рөстәм Хәмитов ҡал­тасы районы үҙәгендә капиталь реконструкция барған 600 урынлыҡ мәктәптең, «ҡалтасы кирбес заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә заводтың әлеге проблемалары менән яҡындан танышты. Краснохолм ауылында ул элекке быраулау эштәре идаралығының производство территорияһында булды. Ер эшкәртеү һәм урып йыйыу эшен тәьмин итеү өсөн төбәк башлығы был буш майҙандарҙа «Башҡорт МТС-ы» филиалын асырға тәҡдим итте.

Башҡортостан властары 2011 йылда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум аҡса бүләсәк, йәнә 46 миллион һум федераль бюджеттан ебәреләсәк. Балалар компьютер, сканер, фотоаппарат кеүек кәрәкле ҡорамалдар комплекты менән тәьмин ителәсәк. Алынған средстволар ярҙамында тағы 150 бала яңы уҡыу йылында өйҙә уҡыясаҡ.

Башҡортостан етәкселеге «Мәскәү – Екатеринбург» (ВСМ – 2) юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара. Республика проектта транзит нөктәһе генә булып ҡалмаһын өсөн беҙҙекеләр әүҙем эш алып барасаҡ. ВСМ – 2 Өфө, ҡаҙан, Пермь, Владимир, Түбәнге Новгород, Һамар ҡалаларын үҙ эсенә аласаҡ.

Быйыл республика хужалыҡтарында 14 мең тонна ҡарабойҙай йыйып алыу планлаштырыла. Әгәр ҙә барыһын да эшкәртеүгә йүнәлткәндә, ҡарабойҙай ярмаһының өс йыллыҡ запасы тупланасаҡ, ти БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарын һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов. Бөгөн популяр культура уңышының мул булыуын фаразлау уға хаҡты баҙар көйләйәсәгенә ышаныр­ға мөмкинлек бирә.

Башҡортостан, күрше төбәк кешеләренең яратҡан ял итеү урыны булып торған республикалағы иң ҙур күлде – Асылыкүлде үҙ эсенә алған «Асылыкүл» паркының майҙаны 47 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Көн һайын бында меңләгән кеше ял итә, унлаған кубометр ҡый, ҡалдыҡтар ҡалдыра. БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Азат ҡотләхмәтовтың Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов менән осрашыуы барышында парк территорияһынан сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу системаһын ойоштороу тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Саҡмағош һәм Тәтешле райондары хужалыҡтары һөт һауыу буйынса өс меңселәр сафына инде. Шулай уҡ Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондары хужалыҡтары ла был күрһәткескә яҡынлаша. Республи­кабыҙҙа тулайым һауым ағымдағы йылдың ете айы эсендә бер миллион тоннанан артҡан, шуның 390 мең тоннанан ашыуы һатылған.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә