RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

02.08.2011 Донъя яңылыҡтары

Благовещенскиҙа – дауыл
Донъя яңылыҡтарыБыға тиклем ғүмерҙә лә күрел­мәгән көслө дауыл Рәсәйҙәге Благовещенск ҡалаһына ҙур зыян килтерҙе.
Әле ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, электр уты һаман да бөтә йорттарға ла килеп етмәй. Дауылда бер кеше һәләк булған, 50-нән ашыуы, медицина ярҙамы һорап, дауаханаларға мөрәжәғәт иткән.
Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, дауыл ҡалала 150 ҙур ағасты тамырынан ҡутарып ырғытҡан, әллә күпме машинаны урынынан күсер­гән, күп ҡатлы 15 йорт зыян күргән, башҡа социаль, сауҙа биналары ла емерелгән. Белгестәр әйтеүенсә, тәбиғәт килтергән матди зыянды аныҡ ҡына һанап сығарыуы мөмкин түгел. Әммә һүҙ миллионлаған һум хаҡында бара.

Тағы ла һыуҙа фажиғә

Татарстанда бөтә Рәсәйҙе тетрәндереп, 122 кешенең ғүмерен өҙгән «Болғар» теплоходындағы һәләкәт телдән дә төшөп өлгөрмәне – Мәскәү йылғаһында яңы фажиғә.
Был юлы «Ласточка» катеры, «Ока – 5» баржаһына бәрелеп, һыу аҫтына китте. Катер шәхси кешенеке булған, унда ял итеүселәр Төркиә гражданының тыуған көнөн билдәләү өсөн сәйәхәткә сыҡҡан.
Суднолағы ете кеше иҫән ҡалған, ә инде туғыҙ кеше, шул иҫәптән катерҙың капитаны ла һәләк булған. Фажиғәнең нимәнән килеп сығыуын асыҡлап бөтмәгәндәр. Әле тикшереү бара. Иҫән ҡалған пассажирҙар әйтеүенсә, капитан айныҡ һәм үҙенең эшен һәйбәт белгән.

Рамаҙан тип тормайҙар...

Рамаҙан айы башланыр алдынан ғына Сүриәлә тағы ла ҡан ҡойолдо.
Унда бер тәүлек эсендә 150 тирәһе кеше үлтерелгән, күптәр яраланған. Хәҙер Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы етәкселеге был хәлгә битараф ҡалмаҫҡа саҡыра, хәрби булмаған шарттарҙа халыҡтың күпләп ҡырылыу факты буйынса һығымталар яһарға кәрәклегенә баҫым яһай.
Сүриәлә хәрбиҙәр һәм урындағы сәйәсәт менән риза булмаған ябай халыҡ ыҙғыша. Хөкүмәткә ҡаршы протест митингыларына сыҡҡан халыҡты таратыу өсөн хәрбиҙәр ҡорал да ҡуллана. Быйыл март айынан илдәге бәрелештәрҙә ике меңдән ашыу кеше үлтерелгән.

Таиланд та йонсой

Тәбиғәте, климаты менән миллионлаған туристы йәлеп иткән Таиланд халҡы әленән-әле тәбиғәт көйһөҙлөктәренән йонсой.
Әле уның төньяҡ өлөшөндә көслө ямғырҙар яуып үткән. Һыу баҫыу­ҙарҙы, тимер юлын тулыһынса баҫып алған. Бигерәк тә ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән райондар ҙур зыян күргән.
Етмәһә, урындағы синоптиктар, тағы ла көслө ямғырҙар буласаҡ, тип фаразлай.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә