RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

02.08.2011 Өс һөйләм менән

Ағымдағы йылдың икенсе яр­ты­һында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының ипотека проекты эшләй башлаясаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыу 250 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Проект өсөн 87,3 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.

Быйыл Башҡортостанда ян­ғындар һаны, былтырғы менән сағыштырғанда, биш тапҡырға кәмегән. Быға ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системаһы ла булышлыҡ итә, тип иҫәпләйҙәр БР Урман хужалығы министрлығында. Спутник навигацияһын файҙаланыу янғын­дар­ҙы тиҙерәк күреү һәм һүндереү мөмкинлеген аса һәм эште һөҙөмтәлерәк итә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бишенсе мөйөш» тип аталған яңы тапшырыу эфирға сыҡты. Ул халыҡ өсөн мөһим булған һорауҙарға яуаптар, ҡатмарлы проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләйәсәк. Бының өсөн өҫтәлдең дүрт мөйөшөндә ултырған дүрт белгес теге йәки был көнүҙәк мәсьәләгә ҡарата үҙенең ҡарашын белдерәсәк, ә фекер туплау, ҡайһы юлдың дөрөҫ икәнен билдәләү тамашасы – бишенсе мөйөштә ултырыусы ихтыярына ҡуйылған.

Быйыл республикала мо­делле 67 китапхана асыласаҡ. Әлегә тиклем Башҡортостанда шундай 84 китапхана теркәлгәйне. Моделле китапхана тип заман стандарттарына ярашлы китапханалар эшмә­кәрлеген атайҙар, уларҙың тәүгеһе республикала 2004 йылдан эшләй.

Тәтешле районының Вязовка ауылында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагеры асылды. Лагерь Баш­ҡортостандан – 75, Пермь крайынан – 15, Удмурт Республи­каһынан 10 баланы ҡабул итә. Белгестәр ял итеүселәрҙе удмурт мәҙәниәте, эстрада оҫталығы, фольклор, туҙҙан һауыт-һаба эшләү серҙәре менән таныштырасаҡ, ижад һөйөүселәр үҙҙәренең һәләтен һынап ҡарай аласаҡ.

Мәскәүҙең «Вече» нәшриә­тен­дә Камил Йыһаншиндың «Скитники» тип аталған китабы баҫылды. Унда авторҙың ике өлөштән торған «Алдан алтыны» романы ингән. Китап былтыр З. Биишева исемен­дәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып, уҡыусылар араһында уңыш ҡаҙанды һәм автор В. Шишков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты исемен килтерҙе.

Башҡортостандың йәштәр делегацияһы «Селигер – 2011» Бөтә Рәсәй форумында республиканы лайыҡлы күрһәтте. Евгения Кун­цеваның «БР блогерҙар мәктәбе» проекты бер нисә йөҙ мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды, Руслан һыртлановтың «Инновацион агропарк» проекты Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә лә таратыласаҡ, «Башҡорт Селигеры» проекты ла ыңғай баһа алды. Рәсәйҙең 40-лап ҡалаһынан 7 мең кеше ҡатнашҡан был смена бөгөн ябыла.

Вячеслав Глазычев етәксе­ле­гендәге Мәскәү эксперттары төр­көмө Башҡортостандың со­циаль-иҡтисади торошона баһа бирҙе һәм киләсәккә тәҡдимдәр индерҙе. Улар Өфө һәм өсөнсө ранг ҡалалары араһында баланс тиге­ҙерәк бүлен­һен өсөн Салауат – Ишембай – Стәрлетамаҡ конгломе­ра­цияһын бул­дырырға, республи­каның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә инновацион процестарҙың сығанағы булырлыҡ ҡала төҙөргә тәҡдим итте. Туризм өлкәһе, күп инвестициялар талап ителеүе, көн торошоноң тотороҡло булмауы сәбәпле, ҙур перспективаларға эйә түгел, ә республикалағы шифа­ха­наларҙы төҙөкләндереү һәм яңы­ларын төҙөү күпкә отошлораҡ, тип билдәләне белгестәр.

Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә