RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

26.07.2011 Донъя яңылыҡтары

Рәсәйгә – 1150 йыл

РФ Президенты Рәсәй дәүләтселегенең 1150 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Субъекттарҙың дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара властарына байрамды әҙерләүҙә ҡатнашырға һәм үткәрергә ҡушыла.

Барыһы ла табылды

Татарстанда ҡотҡарыусылар «Болғар» теплоходында һыуға батып үлгән тағы ике кешенең мәйетен тапҡан.
Шулай итеп, Куйбышев һыу һаҡлағысында булған фажиғә ҡорбандарының һаны 122 кешегә етте.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған мәғлүмәттәр буйынса, суднола бөтәһе 201 кеше булған, 79 кеше ҡотҡарылған.

Серле рәүештә юғалған

Мәскәү банкыларының береһендә 50 миллион һум аҡса юғалған.
38 йәшлек Һарытау эшҡыуары банкылағы депозитарийҙан аҡ­саһын алырға уйлай. Әммә 42 миллион урынына 370 мең һум ғына аҡса ятҡанын күрә. Күп тә үтмәй, полицияға банкыла 7 млн 800 мең һум аҡсаһы юғалған тағы бер эшҡыуар мөрәжәғәт итә. Ячейкала ятҡан аҡсаның ҡайҙа, нисек юғалыуын кредит ойошмаһы хеҙмәткәр­ҙәре аңлата алмай.

Аптыраталар

АҡШ-тың Нью-Йорк штатында бер енестә булған граждандарҙың никахын теркәүгә рөхсәт бирелгән.
Закон үҙ көсөнә ингән көндә генә 659 никах теркәлгән. Ошо уҡ кистә меңләгән кеше ҡатнашлығында бындай никахтарҙы теркәүҙе тыйыуҙы талап иткән ҡаршылыҡ акциялары ла үткән.
Нью-Йорк – АҡШ-та ғәҙәти булмаған ғаилә союзын теркәгән алтынсы штат.

Үҙебеҙҙеке лә етә

Рәсәй сусҡа һәм тауыҡ итен сит илдән индереүгә квотаны яңынан ҡараясаҡ.
Был процедура беҙҙең ил Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс кенә мөмкин буласаҡ. Сөнки океан аръяғынан килтермәһәк тә, беҙҙең етештереүселәр иттең был төрө менән ил халҡын тәьмин итә ала.
Рәсәйҙе ВТО-ға индереү өсөн сит ил автомобилдәрен беҙҙең ил­дә йыйыу һәм иткә квота индереү мәсьәләһен хәл итәһе генә ҡалды.

Рәсәй гражданы ла бар

ҡытайҙың Вэньчжой ҡалаһында тиҙ йөрөшлө поезд һәләкәткә осраған.
Фажиғә һөҙөмтәһендә 35 кеше һәләк булған, 211 кеше төрлө йәрәхәт алған. Аварияға, йәшен һуғып, тимер юлында бер поездың туҡтап ултырыуы сәбәпсе.
ҡорбандар араһында Рәсәй гражданы ла бар.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә