RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Остаздарҙың остазы

19.07.2011 Остаздарҙың остазы

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе булған Ғабдулла Сәидиҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эшләйһе бар
Геология нигеҙҙәре, төҙөү һөнәрҙәре, тау-мәғдән эштәре, химия, һөнәрселек, спорт, халыҡ медицинаһы, сәсәндәр мәктәбе нескәлектәрен, ғәрәп һәм фарсы телдәрен йәш быуынға өйрәтеү өсөн үҙеңә ни тиклем ғилемле булырға кәрәк! Бер кешенең генә башы етмәҫлек ошо тиклем ғилемде уҡытыуҙы, йәғни мәҙрәсәлә йәдит ысулы менән белем биреүҙе Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенә мөдәрис Ғабдулла Сәиди индерә. Ике мәртәбә хаж ғәмәлен үтәгән имам-хатиб Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Зәйнулла ишан Рәсүлев, Мифтахетдин Аҡмулла, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Шаһшәриф Мәтинов, Ғәли Соҡорой кеүек билдәле шәхестәр менән аралашып йәшәй. Шағирҙар Шафиҡ һәм Фәвәрис Тамъяни, Закир һәм Шәкир Рәмиевтар, Ғәбит менән Хәмит сәсәндәр, Мөжәүир, Хәлил хәҙрәттәр, Мөхәммәдсадиҡ, Әнүәр муллалар уның шәкерттәре була. Уларға белем биргән ошондай бөйөк шәхесебеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ бармы? Әлбиттә, юҡ!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Ғабдулла Сәидиҙең 175 йыллыҡ юбилей сараһын үткәреү тәҡдиме менән республикабыҙ хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткәс, уның бойороғо менән был датаны билдәләү буйынса саралар планы раҫланды. Уларҙың береһе күптән түгел Муллаҡай ауылында үтте. Ғабдулла Сәидиҙең тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған йыйында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова, Баш­ҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратының Өфөләге Рәсәй Ислам университеты вәкиле Әхмәт хәҙрәт Ғарифуллин, хеҙмәт ветераны, имам Ғарифулла хажи Абдрахманов, мәғариф ветераны, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Яҡшыбаева, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет, Ейәнсура райондары, Сибай, Баймаҡ һәм Өфө ҡалаларынан килгән абруйлы дин әһелдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.
ҡунаҡтар тәүҙә мәктәптә урынлаш­ҡан, бөйөк мәғрифәтсенең исемен йөрөткән музейға сәйәхәт ҡылды. Музей Ғабдулла Сәидиҙең тыуыуына 165 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә үҙ ишектәрен аса. Уны тарих уҡытыусыһы Гүзәл Рахманғолова етәкләй. Музей 2008 – 2009 уҡыу йылында республикала мәктәп музейҙары араһында "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы музейы" сертификатына эйә булған. Унда Ғабдулла Сәидиҙең нәҫел сылбырын күрһәткән шәжәрә ағасы, туғандарының һыҙаттарынан алып төшөрөлгән портреты, уға бәйле боронғо ҡулъяҙмалар, кирәмәттәре тураһында яҙмалар һәм башҡа байтаҡ тарихи әһәмиәтле әйбер һаҡлана. Үҙ эшен яратҡан һәм төплө белгән тарихсы-уҡытыусы Гүзәл Рафаҡ ҡыҙы ҡунаҡтарҙы мәғрифәтсе, педагог һәм фәйләсүф Ғабдулла Сәидиҙең тормошо менән ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙы.
Артабан пленар ултырышты ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙин асып, тәүге сәләмләү һүҙен муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовҡа бирҙе. Илшат Хәмит улы Ғабдулла Сәидиҙең тормошо хаҡында бәйән итте.
Ғабдулла Сәиди Муллаҡай, Стәрлебаш, Бохара мәҙрәсәләрендә оҙайлы белем ала. Ебәк ҡорто тотоп, ебәк етештереү менән шөғөлләнгән. Яҡташтары, туғандары аҡса йыйып, уны тыуған яҡҡа ҡайтартып алған. Ул 1870 йылда ауылда мәҙрәсә асҡан һәм уға 44 йыл ғүмерен бағышлаған. Уның шәкерттәренең һаны 400 кешегә барып еткән. Өлгөлө ғаилә башлығының өс ҡатыны булған.
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы үҙ сығышында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондында бөйөк мәғрифәтселәрҙең ҡулъяҙмалары һаҡланыуын, әҙәби әҫәрҙе яҙған саҡта шул архивҡа таянып яҙырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йыйынды, милләтебеҙҙе күтәрә торған сара, тип баһаланы.
Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һәр йорттоң стенаһында эт, бесәй һүрәттәре урынына ете быуыныңды тәфсирләгән шәжәрә эленеп торһа, был ата-олатайҙарымдың ҡәбере ҡайҙа икән, тип уйланһаҡ ине, тине.
Халыҡ ижады үҙәге йырсыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов башҡорт халыҡ йыры "Илсе Ғайса"ны башҡарып, күкрәк моңо менән хайран итте. Оҫта ҡурай тартҡан егет тә йыйында ҡатнашыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, Буранбай ауылы егете Юнир Һағынбаев бер ай элек кенә Хакасияла үткән "От йыры" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынды яулап ҡайтҡайны. Ике талант, бергә ҡушылып, йыйынға тарихи ауаз өҫтәне, уның мәртәбәһен тағы ла арттыра төштө.
Яҙыусы Лира Яҡшыбаева: "Бер йыйында Ғабдулла Сәиди хаҡында китап яҙыу хәжәте хаҡында һүҙ сыҡҡас, кемдер: "Лира яҙһын, Мөжәүир хәҙрәт хаҡында яҙҙы бит!" – тигәс, тәүәккәлләп, ошо оло эшкә тотондом. Китап сыҡҡас, был шәхес менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе, төрлө осрашыуҙар үтте. Китап дин әһелдәре тарафынан да ҙур баһа алды", – тип һөйләне.
Сибайҙан килгән имам Ғарифулла хажи Абдрахманов үҙе баҫтырып сығарған "Баймаҡ ере руханиҙары", "Муллаҡайҙа дин тарихы" китаптарында ошо ерҙә йәшәгән дин әһелдәре, билдәле шәхестәр тураһында яҙыуын, һуңғыһында Ғабдулла Сәидиҙең нәҫел генә түгел, шәйех шәжәрәһе лә булыуын (шәйех – суфыйсылыҡта махсус белеме булған мөрит) телгә алды. "Сәиди Урал аръяғында бер үҙе яңы ысул менән уҡытҡан. Уның исемен, данын Рәсәй кимәлендә күтәрергә кәрәк!" – тине ул.
Йыйын һуңында мөрәжәғәтнамә ҡабул ителде. Унда халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесенең исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның тормош һәм хеҙмәт, ғилем юлына бағышлан­ған мәҡәләләр баҫтырыу, таҡтаташ асыу, уның исемендәге мәҙрәсә асыу, Баймаҡ ҡалаһының бер урамына исемен биреү, Муллаҡай мәктәбендә Ғ. Сәиди исемендәге премия, "Иман нуры" район конкурсында уның исемендәге махсус приз булдырыу, дини эшмәкәрлеккә төрлө яҡтан йоғонто яһау кеүек пункт­тар бар ине.
Пленар ултырыштан һуң йыйында ҡатнашыусылар Ғабдулла Сәидиҙең ҡәберенә зыярат ҡылды. Рәсми булмаған секция ултырыштары ауыл ситендәге ҡабыҡ ҡайын тигән ерҙә тирмәләрҙә ойошторолдо. Йыйын һуңында ҡунаҡтар ҡорбан ашынан ауыҙ итте, аяттар уҡылды.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотолары
.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә