RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы төбәк

07.06.2011 Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы төбәк

Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы төбәк«Форбс» журналы төҙөгән рейтингыға ярашлы, республикабыҙ илдең эшҡыуарлыҡ өсөн иң уңайлы 30 төбәге исемлегендә 13-сө урынды биләй. Был баһанан күҙгә күренеп торған өҫтөнлөктәре арҡаһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Мәскәү, Ленинград өлкәләре «мәхрүм ителгән». Шулай уҡ хәүефһеҙлек кимәлен объектив билдәләй алмау сәбәпле, Төньяҡ Кавказ төбәктәре лә исемлектә юҡ.
Рейтинг халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡты йәйелдереү өсөн сығымдар һалырға ниәтләгән инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып төҙөлгән, баһалар 15-ләгән параметр буйынса ҡуйылған.
Башҡортостан «Социаль-демографик хәл» һәм «Эшҡыуарлыҡты алып барыуҙың уңайлылығы» критерийҙарында туғыҙынсы урында килә, ә «Иҡтисади хәл» (тулайым төбәк продукты, эре шәхси банкылар һаны) торошо буйынса – 19-сыла. «Эшлекле климат» төркөмөндә 20-се урында тип баһалан­һа, халыҡтың тәьмин ителеү кимәленә ҡарап, 21-се урын бирелгән. Бынан тыш, «Форбс» авторҙары түбәндәге факттарҙы айырып билдәләй: республика Рәсәйҙә нефть табыу күләме буйынса етенсе урынды биләй, етмәһә, илдә халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән төбәктән һанала (былтыр тыуым үлемдән 2700-гә артҡан), шулай уҡ ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса иң юғары күрһәткестәргә эйә. Күрше Татарстан менән Свердловск өлкәһе беҙҙән алдараҡ булһа, Приморский крайы, Волгоград өлкәләре кеүек төбәктәрҙе үтеп киткәнбеҙ.

А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә