RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ла ҡурай моңо

07.06.2011 Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ла ҡурай моңо

Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ла ҡурай моңоСтәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары Резеда Әмәкәсева, Азамат Асаинов, Айгөл Зөбәйҙуллина ҡаҙағстан Республи­ка­һының Аҡтау ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Улар­ҙы «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Миңзәлә Бикбулатова саҡырған.
Башҡортостан делегацияһын Каспий диңгеҙе ярында ойошторол­ған байрамда яҡ­таштары бик йылы ҡабул итте. Тыуған ил ҡунаҡтарын йыл һайын үҙҙәренә са­ҡы­ра улар. ҡурайсы Азамат Асаинов ҡы­ҙыҡлы хәл тураһында ла һөйләп үтте: «Беҙ былтыр ҙа ҡаҙағстандағы һабантуй­ҙа ҡатнашҡайныҡ. Унда мин милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен башҡарғайным. Тыңлау­сылар араһында Рәмил исемле башҡорт егете лә булып сыҡҡан. Ул Төркмәнстанда тыуған, әлеге мәлдә ҡаҙағстанда йәшәй, Башҡортос­танда бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ. Ул ҡурай моңон бик ярата, әммә тере моңдо тәүге тапҡыр концертта ишетә һәм илап ебәрә. Был турала миңә Ержан Азанов һөйләне. Ержан – ҡаҙағстан Республикаһындағы Рәсәй сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле. Рәмил быйыл да Башҡортостандан концерт менән килергә йыйыныуҙары хаҡында белгәс, иң тәүҙә, былтырғы ҡурайсы буламы, тип һораған. Ержан менән уға сюрприз эшләргә булдыҡ. Концерттан һуң Рәмил беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Табын артында ҡурайҙа уйнаным һәм уға тыуған еребеҙҙә үҫкән милли ҡоралыбыҙҙы бүләк иттем. Уның шул саҡ нисек ҡыуанғанын, күҙҙәрендә ниндәй бәхет балҡығанын күрһәгеҙ ине!»
Артистарыбыҙ ҡояшлы ҡа­ҙағстандан йылы тәьҫораттар менән генә ҡайтты. Әле улар 26 июндә – Астанала, 16 июлдә Ка­рагандала үтәсәк яҡташтар менән осрашыу­ҙарға әҙерләнә.

С. Йәрмиев.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә