14.05.2011 Беҙҙә лә бензин ҡиммәтләнде
10 майҙан «Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡы үҙгәрҙе.
Бензиндың хаҡы уртаса 2,4 процентҡа артты. «Премиум Евро – 95» маркаһындағы бензиндың бер литрына хаҡ – 25,7, «Регуляр Евро – 92»-нең бер литрына – 23,7, «Нормаль – 80»-декенә 22,6 һум тәшкил итә. «Евро» маркалы дизель яғыулығының һәм «Супер – 98» маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәне.
Был хәлде «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре мотор яғыулығы етештереүҙә файҙаланылыусы сеймалға хаҡтар формалашыуын билдәләүсе нефттең дөйөм донъяла ҡабул ителгән хаҡтарының артыуына бәйле тип аңлата.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.07.2019 - Йәмғиәт Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте