RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.05.2011 Өс һөйләм менән

Өс һөйләм менәнТуймазы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Еңеү көнө алдынан биш меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртҡан. Йәшел үҫентеләр Туймазы, Баҡалы, Бүздәк, Саҡмағош, Шаран райондарының 20 ауылында, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Улар – ҡайын, ҡарағай, шыршы, йүкә, миләш ағастары.

Көйөргәҙе районында урындағы ижтимағи ойошмаларҙың форумы үтте. Унда профсоюз, сәйәси партия, ҡатын-ҡыҙҙар советы, дини ойошма вәкилдәре һәм ауыл старосталары ҡатнашты. Улар мәшғүллек, мәғариф, медицина, урамдарҙың төҙөклөгө, мәҙәни ялды ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ бәләкәй ауылдар­ҙың киләсәге хаҡында фекер алышты.

Октябрьский ҡалаһының 15-се мәктәбе уҡыусылары Мәс­кәүҙә «Леонардо» тип аталған ижади асыштар һәм инициативалар халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Башҡортостан уҡыусылары, беренсе этапты уңышлы үтеп (1200 эштән 250-һе генә һайлап алына), финалда ла лайыҡлы сығыш яһаны. Алмас Ғилфанов менән Михаил Смирнов көмөш миҙал һәм дипломдар алһа, Самия Достдар лауреат исеменә лайыҡ булған.

Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре «Европа контексында профессиональ компетенциялар» халыҡ-ара мәғариф проектында ҡатнаша. Республика делегацияһы составында мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, педагогия колледждары уҡытыусылары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Күмертау ҡалаларынан немец теле уҡытыу­сылары бар. Проект сиктәрендә улар Германияның төрлө типтағы белем биреү учреждениелары менән танышасаҡ, берлектәге проекттар хаҡында фекер алышасаҡ.

Быйыл йәй Өфө менән Геленджик ҡалаһын даими авиарейс бәйләйәсәк. Әлегә тиклем ул чартер рейс булһа, быйылдан башлап даими нигеҙҙә ойоштороласаҡ. Был йүнәлештәге осоштар Башҡортостандың баш ҡалаһынан Сочи менән Анапа ҡалаларына традицион рейстарҙы ла тулыландырасаҡ.

Май байрамдарынан һуң республикала талпан ҡаҙалыуҙан зыян күреүселәр һаны 603 кешегә еткән. Был – дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткәндәре генә. Зыян күреүселәр­ҙең 40,6 проценты – балалар.

2011 йылдың беренсе кварталында республиканың һалым органдары 44 млрд һумдан ашыу аҡса йыйған. Был уҙған йылдың ошо осорондағы күрһәткескә ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Сумманың 19,18 млрд һумы республика бюджетына күсерелгән.

Өфөлә Мәскәү инвалидтары өсөн троллейбус уйлап тапҡандар. Өфө инженеры Фәрғәт Нухов яңы техникаға заказды Мәскәү троллейбус заводы директоры Владимир Барсуковтан алған. Әлеге ваҡытта яңы электр транспорты баш ҡалала 20-се маршрут буйынса һынау үтә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә