RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

26.04.2011 Донъя яңылыҡтары

Дауахананан һуң – төрмәгә

Донъя яңылыҡтарыМысырҙың Генераль прокуроры Әбдел Магид Мәхмүд илдең элекке президенты Хөсни Мөбәрәкте мөмкин тиклем тиҙерәк дауахананан төрмәгә күсереү яҡлы.
Йөрәк өйәнәге кисергән Мөбәрәк 12 апрелдән Халыҡ-ара госпиталдә ята. Әле табиптар уның хәлен тотороҡло тип баһалай. Элекке башлыҡ дәүләт аҡсаһын законһыҙ файҙаланыуҙа һәм урындағы хөкүмәткә ҡаршы ғинуар – февраль айҙарында ойошторолған демонстрацияларға ҡаршы көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.

Хәҙер виза кәрәкмәй

Былтыр йыл буйы Евросоюз илдәре менән Рәсәй араһында виза режимын бөтөрөүҙе яҡлап сығыш яһаған РФ Президенты Дмитрий Медведев теләгенә иреште.
Рәсәй һәм Европа дипломаттары ошо туралағы килешеү ҡабул итте. Документтың һуңғы редакцияһы Рәсәй һәм ЕС етәкселәре тарафынан 9 – 10 июндә Түбәнге Новгородта үтәсәк саммитта ҡабул ителәсәк.

Баш ҡалала – донъя чемпионаты

Кисә Мәскәүҙә фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты тантаналы асылды.
Төп саралар 27 апрелдә башлана. Иртәгәһенә донъя беренселегендә лайыҡлы сығыш яһаған тәүге еңеүселәрҙе ҡотлаясаҡтар.
Ә донъялағы иң көслө фигуристар 1 майҙа боҙға сыға. Рәсәй чемпионатты тәбиғәт һәләкәтенә дусар булған Япония урынына ҡабул итте.

Ғәйепһеҙ ғәйепләнгән

Алты йыл элек Анатолий Чубайсҡа һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән дүрт кешенең береһе – Иван Миронов ике йыл тикшереү изоляторында ултырып сыға.
Ғәйепһеҙ тип табылған был граждан енәйәттә законһыҙ эҙәрлекләнгәне өсөн дүрт миллион ярым һум матди түләү талап итә. Әле был туралағы эш Мәскәү өлкә судында ҡарала.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә