RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

16.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Өмөтләндерҙе...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, техноген һәм тәбиғәт һәләкәттәрен кисектереү һәм туҡтатыу буйынса барлыҡ дәүләттәр өсөн асыҡ булған халыҡ-ара механизм булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Ул ғәмәлдәге халыҡ-ара закондарҙың Японияның «Фукусима – 1» АЭС-ындағы авария мәсьә­ләләрен хәл иткәндә көсһөҙ булыуын билдәләне. Сөнки бындай һәләкәттәр бер дәүләттең генә бәләһе түгел, шуға күрә закондар көйләүҙе талап итә.

Уйға һалды...
«Берҙәм Рәсәй» партияһы РФ Президенты һайлауҙарына тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы ҡа­рай. Генераль совет президиумы секретары урын­баҫары Юрий Шу­валов хәбәр ите­үенсә, партия Вла­димир Пу­тинға иҫәп тота.
Владимир Владимиро­вич үҙе Рәсәйҙең әлеге Президенты Дмитрий Медведев менән икеһенең дә һайлауҙа ҡатнашыу ихтималлығын белдерҙе һәм бер йыл алда был мәсьәлә буйынса ығы-зығыны ҡуйыртмаҫҡа саҡырҙы. Дмитрий Анатольевич, был һорауға асыҡлыҡ индереп: «Президенттың да, Премьер-министрҙың да маҡсаты бер. Ул да булһа, ун-егерме йылдан Рәсәйҙе донъялағы иң ҡеүәтле һәм көслө ил итеп танытыу», – тине. Ә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы ағзаһы Олег Морозов фекеренсә, партия Медведевтың кандидатураһын дәғүәселәр араһында Путин булмаған осраҡта ғына күрһәтәсәк.

Тынысландырҙы...
Камчаткалағы Балыҡ хужалығы һәм океанография фәнни тикшеренеүҙәр институты белгестәре белдереүенсә, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында радиация менән зарарланыу ҡурҡынысы юҡ, балыҡтарға ла хәүеф янамай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һауа ла, һыу ресурстары ла нормала. Край губернаторы Владимир Илюхин фекеренсә, балыҡтар ағыуланған, тип уйҙырмалар таратыу төбәкте иҡтисади юғалтыуҙарға дусар итеүе ихтимал. Ысынында иһә борсолорға урын юҡ, Япониялағы АЭС аварияһы крайҙа балыҡ тотоуға кәртә була алмай.

һиҫкәндерҙе...
Боливия ҡалаларында меңәрләгән халыҡты берләштергән демонстрациялар бара. ҡаршы­лыҡ күрһәтеүселәр эш хаҡтарын күтәреүҙе талап итә. Якуиба ҡалаһында полиция Президент Моралесҡа яҡынларға теләүселәргә ҡаршы күҙҙе йәшкәҙәтеүсе газ ҡулланған.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә