RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарихи тәжрибәне өйрәнеп

29.03.2011 Тарихи тәжрибәне өйрәнеп

Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән халыҡ-ара конференцияла исламдың тыныслыҡ дине булыуы билдәләнде
Тарихи тәжрибәне өйрәнепКүп йылдар дауамында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың исеме, уның эшмәкәрлеге киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡала килде. Сәйәси күҙлектән фекер йөрөткәндә, Рәсәй дипломатының Сәғүд Ғәрәбстаны менән беҙҙең ил араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ булған. Сталиндың ҡанлы репрессиялары ҡорбаны булған шәхестең дипломатик эшмәкәрлеге тамамланыу менән Яҡын Көнсығыштағы илдәр менән дипломатик мөнәсәбәттәр ҙә өҙөлә, тик 1990 йылда ғына Сәғүд Ғәрәбстанында беҙҙең илдән тулы хоҡуҡлы вәкилдәр эшләй башлай. Үҙенең ябайлығы, ғәрәп халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәте, киң эрудициялы булыуы менән илсе миссияһын юғары дәрәжәгә күтәргән дипломаттың исемен мәңгеләштереү, уның тыуыуына 120 тулыуҙы республикала киң билдәләү маҡсатында БР Президенты Указ да ҡабул иткәйне.
Өфөлә уҙған аҙнала билдәле дипломаттың юбилейына арнап уҙғарылған «Рәсәй һәм ислам донъяһы – үҙ-ара цивилизациялы бәйләнештәр тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы донъя ғалимдарын, Көнсығыш белгестәрен, дипломаттарҙы бергә йыйҙы.
Тарихи тәжрибәне өйрәнепРәсәйҙең ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәрен көйләүҙә тарихи тәжрибәһен, Кәрим Хәкимовтың сәйәси мираҫы аспект­тарын, Рәсәйҙең Яҡын Көн­сығыштағы эске сәйәсәтенең актуаль мәсьәләләрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған мәртәбәле форумдың эшендә Рәсәй Прези­дентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, фәнни йәмәғәтселек, дипломатик корпус, Әзербайжан, Үзбәкстан, Болгария, Сәғүд Ғәрәбстаны, Нидерланд, Ливан, Иран, АҡШ, Франция илдәренән фәнни һәм ижади интеллигенция вәкилдәре ҡатнашты. Фәнни форумға килгән ҡунаҡтарға Башҡортостандан сыҡҡан билдәле илсенең тормошо, эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу өсөн БР Үҙәк тарих архивы хеҙмәткәрҙәре тарихи документтарҙан бай йөкмәткеле күргәҙмә, фотоэкспози­ция, «Ғилем» нәшриәте дипломат хаҡындағы брошюра-китаптарын, «Китап», «Башҡортостан» энциклопедияһы үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте. «Донъя мәсеттәре» тип аталған һүрәттәр күргәҙмәһе лә һәр кемдең иғтибарын йәлеп иткәндер. Фойеның өҫкө ҡатында конференцияға саҡырылған сит ил вәкилдәре Башҡортостан менән таныша алды.
Башҡортостан – күп милләтле һәм төрлө конфессия кешеләре татыулыҡта йәшәгән төбәк. Мәртәбәле сараны асып, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ла үҙенең сығышында донъяла барған үҙгәрештәргә бәйле милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәр үҙгәргән мәлдә исламға ҡараштың актуаллеген билдәләне. Уның һүҙҙә­ренсә, бөгөн Волга буйы федераль округында 2334 мосолман дини ойошмаһы бар. «Рәсәй – ислам донъяһының бер өлөшө. Беҙҙең ил мосолмандарында башҡа диндәргә ҡарата ҙур толерантлыҡ нығынған, улар башҡа конфессия вәкилдәре менән татыулыҡта йәшәй белә, – тине ул һәм атеистик дәүләттән сыҡҡан дипломат Кәрим Хәкимовтың Яҡын Көнсығыш менән бәйләнештәрҙе нығытыуҙағы ролен юғары баһаланы. – Мосолман ҡанундарына нигеҙләнеп әңгәмәләр ҡороу, бәйләнештәр булдырыу өсөн ниндәй ҙур һәләткә эйә булыр кәрәк. Ул – илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү эшенә бар булмышын һалған шәхес, Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙең юғары үрнәге».
«Төрлө мәҙәниәттәр менән дуҫлыҡ урынлаштырыуҙа Кәрим Хәкимовҡа әсә һөтө менән һалынған ислам дине нигеҙҙәре лә ярҙам иткән. Сәғүд Ғәрәбстанында ниндәй генә осрашыу, һөйләшеүҙәр булмаһын, һәр саҡ беҙҙең әңгәмә Кәрим Хәкимовтың Сәғүд Ғәрәбстанын суверенлы дәүләт булараҡ таныған беренсе вәкил булыуынан башлана ине. Әле был илгә сәфәремдә лә мин билдәле дипломаттың хеҙмәтенең һөҙөмтәләрен күрҙем, уның яҡташтары килеүен әйткәс, беҙгә һәр урында ишектәр асыҡ ине», – тип билдәләне үҙенең сығышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Уның фекеренсә, ғәрәп илдәре менән бәйләнеш нығынырға, артабан тағы ла үҫеш алырға тейеш. Рәсәйҙең ислам донъяһы менән мөнәсәбәттәре тураһында фекерҙәр уртаҡлығын күрһәткән был конференция ла ислам быуаттар дауамында тыныслыҡ, дуҫлыҡ дине булып килгән дин, тигән фекерҙе нығытырға тейеш. «Беҙҙең төбәктә дини һуғыштар булмаған. Ә был – бында йәшәгән халыҡтың бөйөк ҡаҙанышы», – тип, төрлө халыҡтар араһында тыныслыҡты һаҡларға саҡырҙы республика етәксеһе.
Халыҡ-ара кимәлдәге форумды тәбрикләп, РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров та ҡотлау ебәргәйне. Уның сәләмен яҡташыбыҙ, РФ Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаменты директоры урынбаҫары Азамат ҡолмөхәмәтов уҡып ишеттерҙе. Барыбыҙ ҙа хәбәрҙар, ғәрәп илдәрендә әле хәл тыныс түгел. БР Президенты ҡарамағындағы Баш­ҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев та билдәле дипломаттың сәйәси мираҫына арналған сығышында, беҙҙең ил был йәһәттән уларға ҡарата әүҙем конструктив позицияла булырға тейеш түгел, тип билдәләне. Уның фекеренсә, хәҙерге илселәр һынылыш осоро кисергән илдәргә ҡарата элекке совет дипломаттарының өлгөһөндә эшләргә тейеш. Сит илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында БДУ базаһында Көнсығышты өйрәнеү үҙәге булдырыу идеяһын да еткерҙе.
Сит илдән килгән ғалимдар, тарихсылар ҙа үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Форум һуңынан резолюция ҡабул ителде. Документта Урал – Волга буйында ислам дине тарихы, уның үҙенсәлектәре тураһында махсус йыйынтыҡ сығарыу, мосолман уҡыу йорттары, ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында әйтелә.
Сара һуңынан конференцияла ҡатнашыу­сылар «РАЙТ» кинокомпанияһы төшөргән «Кәрим Хәкимов. Кремлдең ғәрәп вәзире» документаль фильмын ҡараны.

Зөфәр ҒӘТИӘТУЛЛИН, Үҙәк дәүләт тарих архивы белгесе:
– Данлы яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың күп документтары беҙҙең Үҙәк дәүләт тарих архивында һаҡлана. Электән билдәле документтарҙан башҡа беҙ билдәле шәхестең атаһының ауыл хужалығында иҫәп алыу карточкаһын да ҡуйҙыҡ. Илсенең тормошон өйрәнеүселәр уны, ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, тип яҙһа ла, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Уның атаһы Ғәбделрәүефтең 6 дисәтинә ере булған, 10 дисәтинә ерҙе ҡуртымға алған. Үҙе ялсылар тотҡан, урта хәлле крәҫтиән һанал­ған.
Илсенең юбилейы ҙурлап үткәрелгәс, архивтарҙан Томскиҙа, ҡаҙанда уҡыған документтарын, Ырымбурҙан, Үзбәкстандан күп документтарҙы ҡайтарып алырға булыр ине.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә