RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Элемтә хеҙмәтенең сифаты тағы ла артасаҡ

19.02.2011 Элемтә хеҙмәтенең сифаты тағы ла артасаҡ

Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Связьинфоком – 2011» күргәҙмәһе сиктәрендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһы үтте. Килешеүгә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һәм «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республикабыҙҙағы филиалы етәксеһе Сергей Кузьмин ҡул ҡуйҙы.
Документ бәйләнеш уңайлыҡтары кимәлен күтәреү һәм республиканың барлыҡ территорияһында ла халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.
«МТС» компанияһы республикала һәм шулай уҡ Урал аръяғы райондарында ла икенсе һәм өсөнсө быуын селтәрҙәрен үҫтерергә, транспорт инфраструктураһын киңәйтергә ниәтләй. Ул 2011 – 2012 йыл­дар­ҙа был маҡсатҡа ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүләсәк.
«МТС» быйыл инвестицияларын төбәктә 3G селтәрен һәм мобиль интернет хеҙмәтен үҫтереүгә йүнәлтә. Йыл аҙағына 3G селтәрҙәре ҙур ҡалалар­ҙан, район үҙәктәренән алып ҙур булмаған ауылдарға тиклем 100 торлаҡ пунктты ҡаплаясаҡ.
Килешеү шулай уҡ «МТС» компанияһы һәм республикабыҙ хөкүмәтенең социаль өлкәлә уртаҡ проекттарын тормош­ҡа ашырыуҙы ла күҙаллай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә