RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

20.05.2019 Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә

Өфө ҡалаһындағы 48-се башҡорт гимназияһының 8 Б класы уҡыусыһы Искәндәр ШӘМҒОЛОВ:

– Олатай!
– Әү, улым.
– Башҡорттар элек һуғышып ҡына йөрөгәндәрме?
– Ниңә улай уйлайһың әле?
– Мәктәптә Ҡаһым түрәне үттек, ҡурайҙа “Байыҡ”, “Бейеш”, “Батырҙар маршы” кеүек әҫәрҙәрҙе өйрәнәбеҙ. Тарих дәресендә лә – йә ихтилал, йә һуғыш...

Олатайым менән телефондан һөй­ләшкәндә ошондай һорауҙы бирҙем. Оҙаҡ ҡына тын торғас, ул:
– Киләһе аҙнала ауылға киләһең бит, шунда бер ергә алып барырмын. Башҡорт халҡының тик һуғышып ҡына йөрөмәгәнен үҙең күрерһең, – тине.

Уҡыу йылының һуңғы аҙнаһын энә өҫтөндә ултырғандай үткәрҙем. Әллә бик көткәнгә элек һиҙелмәй үткән көндәр һуҙылды ла һуҙылды.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылына килеп еткәндә эңер төшкәйне. Йәшелсәгә һыу ҡойоп, малдарҙы индергәнсе төн етте, һөйләшеп ултырырға ваҡыт булманы.

Ә инде иртән иртүк өләсәй, тор, балам, олатайыңдың тыуған ауылына барабыҙ, тип уятты. Был хәбәр мине аптыратты. Ни өсөн тигәндә, олатайым Рәүеф Ҡәйүм улы Ирназаров өләсәйем Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы менән мин иҫ белгәндән Ташбулатта йәшәй. Олатай – күрше Күсем ауылы мәктәбендә, өләсәй Ташбулатта уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡандар.

Тиҙ генә аяҡ өҫтө ҡапҡылап, олатайҙың машинаһына инеп барғанды өләсәй күреп ҡалды.
– Улым, былай булмай, шорты-футболкаңды алмаштыр, ола­тайыңдың олаталарына аят уҡытырға барабыҙ, – тигәс, теләр-теләмәҫ кенә кейемде алмаштырырға тура килде.

Әбйәлилдең тәбиғәте матур. Юл ситен байҡайым. Бер-бер артлы мөлдөрәп ятҡан күлдәрен, мәғрур тауҙарын, ҡуйы урмандарын яйлап ҡына ҡылғанлы ялан алмаштырҙы. Мин, ауыл тормошон һағынған ҡала балаһы, тәбиғәткә һоҡланып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Олатай ҙа машинаны етеҙ йөрөтә.

Әлмөхәмәт ауылына килеп еткәндә, ҡояш шаҡтай өҫкә күтәрелгәйне, мәсет янына байтаҡ кеше йыйылғайны. Олатай менән өләсәйҙе күптән көткәндәй ҡаршы алдылар. Хәҙрәттең вариҫтары килгән, тип мине лә түргә мендереп ултырттылар.

Һүҙҙе оло ғына йәштәге ауыл муллаһы алды:
– Ҡәҙерле ҡунаҡтар, ауылдаштар, бөгөн ҙур эш атҡарырға, ауылыбыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең мәртәбәле аҡһаҡалын иҫкә алырға йыйылдыҡ. Мәсетебеҙҙең исемен йөрөткән ишан Ғәбделханнан Ноғомановты иҫкә алып, аят уҡытыу форсаты тейҙе. Ишан 1850 йылда Ҡолбаҡты, хәҙерге Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Белем үрҙәренә лә ошо ауыл муллаһы Абдулвәдүт Ғәлиәкбәровта уҡып үрләй башлай. Аҙаҡтан Өфө, Бохара, Мәккә ҡала­ларында уҡый. Белеме етерлек кимәлдә булғас, Нәҡшбәндиә суфый­лығы йүнәлешендә Истанбул ҡалаһы мәҙрәсәһендә өс йылдан ашыу уҡыта. 1879 йылда тыуған еренә ҡайтып, мәҙрәсәлә шәкерттәргә белем бирә башлай. Бында уҡытыу ике йүнәлештә бара. Дин дәрестәренән тыш, донъяуи белем – математика, тарих, география, астрономия фәндәре, ғәрәп һәм төрөк телдәре лә алып барыла. Алдынғы ҡарашлы мәҙрәсәлә 1882 йылдан эшләгән ишанды 1922 йылда ҡулға алалар. Йылайыр төрмәһендә өс ай ултырғас, начальниктың ауырыуын дауалаған өсөн сығаралар. Ошо аҙ ғына ваҡытта мәҙрәсә һәм мәсеттәрҙе һүтеп, Баҡырүҙәккә күсерәләр. Ишан быны күтәрә алмай, үлеп ҡала. Уның ҡәбере Әлмөхәмәт ауылында, ошо ауыл мәсете лә уның исемен йөрөтә.

Ишан Ғәбделханнан Ноғомановтың тормошо мине тетрәндерҙе. Башҡорттар араһында революцияға ҡәҙәр бындай зыялылар булыуы асыш булды, уйландырҙы.

Ниңәлер беҙҙең башҡорттар балаларҙы ололар менән һирәк аралаштыра. Бер яҡтан, тәрбиәбеҙ шулай. Икенсе яҡтан, ололар – үҙ, балалар үҙ ҡаҙанында ҡайнағас, күп нәмәне белмәй үҫә. Ерле тарих, ололар тәрбиәһе беҙҙән ситтә үтә. Атай-әсәйҙәрҙең һәр саҡ ваҡыты етмәй. Төрлө түңәрәккә йөрөтөп, спорт, музыка, сит телдәр генә өйрәтеп, беҙҙе бөтөнләйе менән манҡорт итеп үҫтерәләр.

Булат Солтангәрәев төшкән видеоларҙы, уның яҙған әйберҙәрен ҡарайым. Ололар кимәлендә фекер йөрөтөүе, улар менән тиң аралашыуы өлкәндәрҙең тәрбиәһенән килә. Беҙҙе лә күберәк шул йүнәлештә өйрәтһәләр, күптәребеҙҙең аңы икенсерәк үҫер ине. Был осраҡта башҡорттар араһында аңлы йәштәр үҫер, эшҡыуарҙар, ғалимдар күберәк булыр ине, тип уйлайым.

Олатай менән өләсәй тәрбиәһе бөтөнләй башҡа икәнлегенә инандым. Уларҙың шулай ипләп кенә күңелемә бөтөнләй икенсе йүнәлештә фәһем һалыуын, йөрәгемә изгелек орлоҡ­тарын сәсеүен миңә ғорурланып ҡабул итергә генә ҡала.



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә