RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

11.03.2019 Телевидение: кадр артында ниҙәр бар?

Башҡортостан телевидениеһына – 60 йыл

Республикала бер нисә телекомпания бар. Уларҙың һәр береһенең үҙ маҡсаты, үҙ юлы. Ә “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “Культура” һәм “Башҡортостан 24” телеканалы, “Маяҡ”, “Рәсәй”, “Вести ФМ”, “Ватан” радиоһы журналистары объективлыҡ буйынса башҡаларҙан айырылып тора кеүек. Был мәғлүмәт сараларын берләштергән “Башҡортостан” ДТРК-һының тәүге саҡырыу сигналдары яңғырауына – 60 йыл. Тарихи дата уңайынан, республика тормошон дөрөҫ һәм иҫтә ҡалырлыҡ эфирҙары менән ҡыуандырған Телеүҙәккә юл тоттоҡ.





Беҙҙе “Башҡортостан” ДТРК-һы директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вилдан Ғәлин ҡаршы алды.
– “Башҡортостан” ДТРК-һы – Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалдары араһында иң эреләренең береһе. Беҙҙә 200 самаһы хеҙмәткәр эшләй. Эфирҙан тыш, сайтыбыҙҙа, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә әүҙем эш алып барыла. Халыҡҡа ҡыҙыҡлы хәбәр, мәғлүмәт еткереү, сифатлы тапшырыуҙар алымы менән рейтингты күтәрҙек. Компанияның эшен камиллаштырыу, замансалаштырыу өсөн коллектив менән бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙҙең хеҙмәтте үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ, – тип ул, тура эфирҙа барған “Хәйерле иртә!” тапшырыуы студияһына саҡырҙы. Бында сит кешеләргә инеү ҡәтғи тыйылһа ла, бөгөн беҙгә мөмкин тинеләр. Алып барыусылар Ләйсән Тимербулатова менән Ғәлимйән Ибәтуллин легендар ар­тистарыбыҙ Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров менән аралаша ине. Тапшырыу барышын видео һәм тауыш режиссерҙары, башҡа белгестәр керпек ҡаҡмай күҙәтә. Студия ҡунаҡтары – халыҡтың яратҡан дуэты, ә тамашасы мөхәббәте хатта “зәңгәр экран” аша тойола кеүек. Телефон бер туҡтауһыҙ шылтыраны, күбеһе халыҡ артистарына һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдереп мөрә­жәғәт итте. “Хәйерле иртә!”не ситтән ҡарап ҡына тура эфир мәлендә адреналин алдым, ә бына алып барыусылар һәм пульт артында ул­ты­­рыусыларҙың нисек икән? Һөнәргә оло һөйөү уятҡан, уларға энергия, йәшәү дәрте биргән тойғо тап ошо, күрәһең. Телевидениеның төп сифаты – ул матур булырға тейеш. Ә матурлыҡ тыуҙырыу өсөн күп көс түгергә кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым, алып ба­рыусыларға ҡарап.




Артабан ҡайнап торған “Хәбәрҙәр” редакцияһы менән таныштыҡ. Бында мөхәррирҙәр һәм хәбәрселәр ҡулын “республика пульсы”нда тота. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, яңылыҡтар хеҙмәте командаһы ҙур түгел. Компаниялағы һәр журналист мәғлүмәт бүлегенә үҙенең эксклюзив һәм “ҡайнар” сюжетын тәҡдим итә ала. Көн дә ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс атҡара улар. Төп бурыс – хәҡиҡәтте эҙләү һәм уны табыуҙа ғәҙел булыу, низағтың ике яғы менән дә дөрөҫ аралашыу, йәғни яңылыҡтар хеҙмәте оператив һәм объектив булыуҙы талап итә. Беҙҙең журналистарыбыҙ бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, ти яңылыҡтар бүлеге мөхәррире Морат Зарипов. Улар – алып барыусы ла, репортер ҙа, монтажлаусы ла, режиссер ҙа, ҡыҫҡаһы, “универсаль һалдат”.
“Башҡортостан” ДТРК-һы медиаүҙәгенең сираттағы матбуғат конференцияһына ла күҙ һалдыҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш ида­ралығы начальнигы, генерал-майор Марат Латипов рес­публикалағы янғын статистикаһы менән таныштырҙы, фажиғә сәбәптәрен һөйләне.




...“Барыһына ла бинанан сығырға!” – ҡолаҡ ярғыс янғын сиренаһы эшләй башлау менән урамға ашыҡҡан телерадиокомпания хеҙмәт­кәрҙәренә эйәрҙек. Баҡһаң, янғын хә­үефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү буйынса эвакуацияға эләккәнбеҙ. “Әгәр ҙә эвакуация тура эфир мәлендә иғлан ителгән булһа, нимә эшләр инегеҙ?” – тип һорайым “Башҡортостан 24” каналы етәксеһе Рәмзит Әбүләевтан.
– Бер нәмәгә лә ҡарамайынса, алдан яҙылған тапшырыуҙы ҡуйып өлгөрөргә һәм бинанан сығырға тура килер ине, – тип яуаплай ул.
Һуңғы йылдарҙа компанияла милли тапшырыуҙарға айырыуса өҫтөнлөк бирелеүе – ҡыуаныслы күренеш. Каналдарҙағы башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙың күбеһе “Башҡортостан” ДТРК-һының генераль директоры Азамат Сәлиховтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, “Ватан” радиоһы, “Башҡортостан 24” каналының уңышлы проекттары үҙ аудиторияһын тапты.
Минең кеүек, башҡалар ҙа элекке телевизорҙарын яҡшы хәтерләйҙер. Оҙаҡ йылдар эшләүе, уның исеме, нисә канал, өй башындағы антеннаны ҡайһы яҡҡа бороп ҡуйһаң, яҡшыраҡ күрһәтеүе һ.б. Телевидениены хәҙер танырлыҡ та түгел, уны юлдаш, кабель, интернет аша ҡарарға була. Быға тиклем булғаны – аналог телевидениеһы – тиҙҙән бөтөнләйгә туҡтатыласаҡ. Берҙән-бер көндө телевизорығыҙ күрһәтмәй башлаһа, аптырап ҡалмағыҙ. Был проблеманы ябай бер приставка һатып алып хәл итеп буласаҡ. Шулай уҡ интернет аша ла башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарарға мөмкин. Республикала берҙән-бер FULL HD форматында күрһәткән “Башҡортостан 24” каналын да интернет аша “Яндекс. Эфир”ҙа ҡарай алаһығыҙ. Төп биттә “ТВ онлайн” тигәнгә баҫып, исемлектән табырға ғына кәрәк. Ә телевизор аша ҡарарға теләүселәр, әгәр ҙә смарт функцияһы булһа, телеоператор аша тоташтыра ала.





Чечня, Дағстан, Саха-Яҡут, Татарстан менән сығыштырып ҡарағанда, “Рәсәй 1” телеканалында сығыусы башҡортса тапшырыуҙар һаны күпкә юғары. Ғөмүмән, Мәскәүҙәге төп етәкселектең көн дә эфирға сығырға, яңы канал ойоштороуға рөхсәт би­реүенә беҙ яратып өлгөргән “Ретро+”, “Мәҙәниәт яңылыҡтары”, “Хоҡуҡи программа”, “Онлайн хәбәрсе”, “Интервью”, “Ҡош юлы”, “Сәйәхәтсе һуҡмағы” һәм башҡа тапшырыуҙар һәм рубрикалар сәбәпсе. Уларҙы төшөрөүсе хеҙмәткәрҙәр – телевидениеның төп байлығы.

***************************************************************************************************************
“Башҡортостан 24” каналында рух, кеше ҡиммәте тойола. Ҡайһы бер телеканалдарҙағы кеүек, барыһы ла аҡса эшләүгә ҡоролмаған бында.
– Журналистар етмәй, ҡытлыҡ кисерәбеҙ, тип әйтә алмайым. Сөнки әҙәби башҡорт телендә фекерләүсе, телевизион журналистика нигеҙ­ҙәрен яҡшы белеүсе һәм эшкә ижади ҡарашы булған алтынға бәрәбәр хәбәрселәр командаһы төҙөгәнбеҙ. Коллективты көслө кадрҙар менән тулыландырғанбыҙ. Беҙҙең хәбәрселәр, сценарий яҙыуҙан тыш, тапшырыуҙың ниндәй жанрҙа, кемдәр ҡатнашлығында үтергә тейешлеген хәл итә, ҡунаҡтарҙы саҡырыуҙы хәстәрләй. Монтаж эшенең дә нимә икәнен яҡшы беләләр. Иң юғары оҫталыҡ өлгөһө тип һаналған “тура эфир”ҙан һуң, алып барыусы үҙен “йондоҙ”ға тиңләп ултырмай. Кадрҙан сығыу менән ижади команданың һәр ағзаһы – режиссер, рәссам, оператор, видеоинженер менән кә­ңәшләшеп, үҙенең тапшырыуын монтажлай. Беҙҙең милли кадрҙар – бөртөкләп йыйылған тауар – етәкселектең йылы мөнәсәбәтен тойоп, ең һыҙғанып эшләй. Бөгөн каналыбыҙҙың ижад потенциалын арттырыу – төп маҡсатыбыҙ, – тип һөйләй канал етәксеһе Р. Әбүләев. – Ғинуар айында алынған “Баш­ҡортостан 24” каналын үҫтереү буйынса федераль лицензия беҙгә ҡанат ҡуя, бөгөн әүҙем рәүештә үҙебеҙҙең контентты булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлегә ул – башҡорт телендә тәүлек буйына күрһәткән берҙән-бер канал. Төп маҡсатыбыҙ – донъяның төрлө тарафтарына һибелгән башҡорттарҙы берләштереү.
Тауыш үткәрмәй торған ишектәр артынан сыҡҡас, телевидениеның тағы бер “изге” урынына – сервер урынлашҡан ергә күҙ һалдыҡ. Сервер, ябай һүҙ менән әйткәндә, тәүлектең һәр минутында ин­тернетҡа һәм электр утына тоташтырылған ҡеүәтле компьютер. Махсус бүлмәлә шкаф рәүешендә эшләнгән ҡорамалдар кеше ярҙамынан тыш эшләй, тип әйтергә лә мөмкин. Бында тәү тапҡыр тоташтырған мәлдә һәм өҙөклөктәр йәки профилактик эштәр булғанда ғына унда кеше ҡулдары талап ителә. Юғары технологиялы майҙансыҡта бөтә эш ситтән тороп башҡарыла.
– Ә теге йәки был каналдың, телевизион тапшырыуҙың рейтингы ниндәй юл менән билдәләнә?
– Телеканалдар өсөн үтә мөһим булған бындай күрһәткес селтәр ҡеүәтен ҡулланыу буйынса махсус ҡорамал ярҙамында билдәләнә. Ғәҙәттә, Рәсәйҙең 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларында тик­шереү төркөмдәре эшләй, улар йәмәғәтселек фекерен өйрәнә, анкета тултыра, төрлө эксперимент яһай. Мәҫәлән, теләк буйынса, ғаиләләр үҙҙәренең телевизорына пиплметр тигән ҡорамалды беркетеп ҡуя. Пиплметр ярҙамында ниндәй каналдың күпме ваҡыт арауығында ҡаралғаны теркәлә. Тәүлегенә бер тапҡыр күрһәткестәр белешмә йыйыу үҙәгенә тапшырыла, ә унда эшкәртелә һәм синхронлаштырыла.
Быйыл иһә телевизион аудиторияны иҫәпләүсе “Медиаскоп” компанияһы бәләкәй ҡалаларға һәм ауыл ерҙәренә лә килеп етәсәк, тип көтөлә, – тип яуаплай Рәмзит Рәшит улы.



Телеүҙәк буйлап сәйәхәттең киләһе туҡталышы – “Ватан” интернет радиоһы. Студияның диуарҙары һәм иҙәнендә тауышты изоляциялаусы махсус япма, ә беҙҙе модалы диджей Фәтих Мулләхмәтов ҡаршы ала. Кем-кем, был егет яғымлы тауыш һәм нисек уңышлы алып барыусы булыу серҙәрен яҡшы белә. Бында эстрада “йондоҙ”ҙары, шағирҙар һәм яҙыусылар менән “тура эфир”ҙар ойошторола, Рәсәй буйынса ғына түгел, ә тотош донъяға яңғыратыу өсөн музыкаль композициялар һайлап ҡуйыла. Тәү сиратта йәштәр аудиторияһына тәғәйен­ләнһә лә, заманса йыр-моң, ҡыҙыҡ­лы әңгәмәләр, һуңғы хәбәрҙәр төрлө быуын кешеләрен ҡыҙыҡһындыра. “2017 йылда “Башҡортостан” ДТРК-һы етәк­селегенә интернет-радио асыу тәҡдиме менән сыҡҡас, хуплап ҡабул иттеләр. Бөгөн халыҡ интернет киңлектәрен яулаған ваҡытта, ни өсөн беҙгә унда аудиоағым булдырмаҫҡа, тип ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Статистика күрһәтеүенсә, “Ватан”ды тыңлаусылар араһында 60 проценты – Рәсәйҙә, ә ҡалған 40-ы – сит илдә йәшәүсе башҡорттар. Улар араһында Һиндостан, АҠШ, Бразилия, Испания, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре бар”, – тип һөйләй Фәтих. Диджей бөгөн башҡортса караоке – “60 йыллыҡҡа – 60 йыр” тигән проектты бойомға ашырыу менән шөғөлләнә. Күп­тәрҙең күңеленә хуш килгән ретро, заманса хиттар, дәртле йырҙар һәр йыр һөйөүсе милләттәшебеҙ өсөн оло бүләк буласаҡ.

... Иҫәпһеҙ-һанһыҙ боролошло, аҙаштырырҙай коридорлы был йорт миңә бал ҡорто иләүен хәтерләтте. Бында үҙ һөнәрен яратҡан фанаттар ғына эшләй ала. Телевидениела ваҡыт йылдар, айҙар, сәғәт, минут менән түгел, ә секундтар менән үлсәнә. Йәл, “Башҡортостан” ДТРК-һының генераль директоры Азамат Сәлихов менән осрашып булманы, уның буш ваҡытын тура килтереүе ауыр. Ҡулы аҫтында 250 самаһы хеҙмәткәрҙе бер команда итеп берләштереп, “Кешеләр өсөн эшләргә!” тигән маҡсат ҡуйып, алға табан уңышлы атлаусы етәксе маҡтауға лайыҡ.
Башҡортостан телевидениеһы үҙенең юбилейын күтәренке күңел, яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Байрамығыҙ ҡотло, барлыҡ эштәрегеҙ уң булһын!


Һүҙ – журналистарға





Телевидениела эшләү һеҙҙе нисек үҙгәртте?
Ләйсән Тимербулатова:

– Быға тиклем бер нисә коллективта эшләгәнем булды. Телевидение коллективы эскерһеҙ, ярҙамсыл булыуы, тирә-йүндәгеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеге менән арбаны. Хәҙер мине күберәк халыҡтың проблемалары, ниндәй хәстәр менән йәшәүе ҡыҙыҡһындыра.
“Телевизионщик” булыу өсөн башҡа һөнәрҙәрҙе лә өйрәнергә тура килде. Дөрөҫ итеп грим һалыу, эфирға сығыу өсөн кейем һайлай белеү, монтажлау, көйөн тура килтереү, сюжет һәм яңылыҡтар өсөн текст яҙыу – быны белмәһәң, эш бармаясаҡ.
Ғөмүмән, камерала ҡупшы, сибәр ултыралар тип, тамашасы беҙҙең тормошто матур итеп уйлай. Ысынында ҡойон кеүек – сюжет төшөрөү, компьютер артында монтажлау, буласаҡ материалды “ҡырҡҡылау” – көн дә ҡабатланған бер үк мәшәҡәттәр. Телевизор ҡараусы һинең арыған-талған, йоҡоң туймаған, ауырыған сағыңды күрергә тейеш түгел.



Һеҙгә ниндәй темаларҙы яҡтыртыу оҡшай?
Ғәлимйән Ибәтуллин:

– Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уның тарихы һәм туризмға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолған “Сәйәхәтсе һуҡмағы” рубрикаһы айырыуса күңелемә яҡын. Был проект былтыр Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агрокүргәҙмәһендә “Ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт һәм тәбиғәт потенциалын һаҡлау” номинацияһында гран-при яуланы.
Тағы ла етди темаларға интервью яҙҙырыу оҡшай. Беҙгә килгән ҡунаҡтар араһында ҡыҙыҡлы эксперттар бар, улар менән халыҡтың белем кимәлен күтәреүгә арналған темаларға һөйләшеүҙәр ойоштороу программаның рейтингын да күтәрәсәк. Һәр ваҡыт кәйеф-сафаға ҡоролған осрашыуҙар тапшырыуҙың бәҫен төшөрә. Ә беҙҙе көн һайын бер миллион самаһы кеше ҡарай, тимәк, актуаль темалар көнүҙәк мәсьәлә булырға тейеш. Белеүегеҙсә, быға тиклем радиола эшләнем. Телевидениеға килеүемә дүрт йыл. Бында беҙ механизмдың бер бәләкәй генә шөрөбө – режиссер, оператор һәм башҡа белгестәр ҙә һинең кеүек яуаплылыҡ тоя.



Ни өсөн бөгөн криминаль журналистика юғары рейтинг йыя?
Закир Шәрипов:

– Халыҡ криминал менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынған һәм ҡыҙыҡһынасаҡ. Кеше үҙе өсөн ҡурҡа, ошондай хәлгә эләгеп ҡуймайым, тип уҡый. Йәғни ҡурҡыу тойғоһо һаҡланыу сараһы булып тора. Криминаль яңылыҡтарҙан мәғлүмәт алып, яҡындарыңды һаҡлау инстинкты ла уяна, башҡаларҙан күреп, уларҙың хатаһын ҡабатламаҫҡа ла тырыша, ошондай ауыр хәлгә ҡалмауына шөкөр итә. Шуныһы ла мөһим, бындай мәғлүмәт йәмғиәтте берләштерә. Граждан күршеләре, ауылдаштары йә ил халҡының ҡайғыһын бергәләп уртаҡлаша, ярҙам итергә тырыша. Сөнки әҙәм балаһының тәбиғәте шундай. Ошо тойғолар ниндәйҙер кимәлдә телевизор янына ылыҡтыралыр. Әйткәндәй, мин алып барған “Хоҡуҡи программа” халыҡты юридик яҡтан камиллаштыра, төрлө хоҡуҡи һорауға яуап бирә, мәсьәләне хәл итә.



Һеҙ – Башҡортостан телевидениеһының йөҙөк ҡашы. Тәү тапҡыр Телеүҙәккә килеүегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
Флүрә Мурзина:

– Телевидение тупһаһын тәү тапҡыр аша атлап үткәндә, миңә ни бары 13 йәш ине. Ул саҡта 1-се интернатта белем алған пионермын, балалар редакцияһына килеп, шиғыр уҡыным. Башҡорт теле уҡытыусыһы Сажиҙә Зайлалова: “Диктор Наилә Ғәләүетдинова – минең уҡыусым. Матур итеп, тасуири уҡый беләһең, һин дә диктор булырһың әле!” – ти торғайны. Ул саҡта буласаҡ һөнәремдең телевидениеға бәйләнәсәген күҙ алдына ла килтермәй инем.
Шөкөр, 60 йыл элек Башҡортостан телевидениеһын ойошторған тәүге ҡарлуғастар менән эшләү бәхете тейҙе. Мин килгәндә уларға 40 йәш самаһы ине. Рәйсә Хужиева, Ирина Любимова, Фуат Бейешев, Фәрит Бикбулатов, Әнисә Тимербулатова, Рәсимә Кәримова, Валерий Ярмоленко, Камил Аҡсурин, Зөһрә Бәхтизина һәм башҡа юғары мәҙәниле, аҡыллы һөнәр оҫталарына ҡарап, тәжрибә тупланым.
Тәү тапҡыр күргән, яҙылып бармаған, тик “тура эфир”ҙа эшләгән аҡлы-ҡаралы телевидение менән бөгөнгөһө араһында – ер менән күк айырмаһы. Утыҙ биш йыллыҡ хеҙмәт юлында уның кинотаҫмаға, артабан видеотаҫмаға яҙылыуына шаһит булдым. Хәҙер инде телевидение цифрлыға әйләнде. Тәүҙә тексты ятлай, яңылыҡтарҙы ҡағыҙҙан уҡығас, бер аҙ камераға ҡарап ала инек. Һуңынан суфлер ярҙамға килде. Уның менән дә эшләүе еңел түгел, “йөҙөп” китеп барған хәрефтәрҙе “тотоп” уҡырға кәрәк. Ғөмүмән, миллионлаған аудитория алдына сығаһың икән, бар яҡлап та әҙер булыуың мөһим. Халыҡҡа уҡыған яңылыҡты үҙең аңларға, тамашасы күңеленә үтеп инергә тейешһең. Ауыр, көсөргәнешле булһа ла, һөнәремде бик ныҡ яратам!




Күп балалы әсә һәм журналист карьераһын нисек уңышлы итеп берләштерәһегеҙ?
Гүзәл Ишкинина:

– Минең өсөн өс балам – ул өсләтә бәхет. Атай-әсәйем һәм ҡайны-ҡәйнәмдең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ – яҡындарым арҡаһында ишле бала тәрбиәләү менән карьера төҙөүҙе берләштерә алам. Һөнәрем ҡушыуы буйынса, иртән республиканың – бер сигендә, кискеһен ҡапма-ҡаршыһында булыуым бар. Бындай саҡта балаларҙы баҡсаға алып барыуҙы һәм алып ҡайтыуҙы, мәктәптән ҡаршылауҙы, дәрестәр әҙерләшеүҙе, йыуын­дырыуҙы, кейендереүҙе, йоҡларға һалыуҙы, тәмле аш-һыу бешереп ашатыуҙы яҡындарым үҙ өҫтөнә ала. Һөнәремдең еңел булмауын аңлаған, һәр яҡлап хуплап торған иремә айырыуса рәхмәт. Таяныс та, рухландырыусы ла, өмөттәремә ҡанат ҡуйыусы һәм уңыштарыма шатланыусы ла минең ғаиләм.
Тормошомда изге күңелле кешеләр осрап тороуы менән бәхетлемен. Хеҙмәт башлаған тәүге осорҙа Нәфисә Кинйәбаева текст яҙырға, Рәмзит Әбүләев дөрөҫ итеп сюжет яһарға өйрәтте. Беҙҙең татыу коллективта бер-береңә ярҙам итеү, кешелеклек сифаттары, ыңғай мөхит тырышып эшләүгә ынтылышты көсәйтә.




Автор: Л. Хәлитова
Фото: Юлай Кәримов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә