RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

29.01.2011 Өс һөйләм менән

Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 34-се ултырышы башланды. Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышында депутаттар 40 мәсьәләне ҡарап, 30-ҙан ашыу закон проектын тикшерәсәк. Парламента­рий­ҙар алдында шулай уҡ республиканың һигеҙ суд участкаһының мировой судьяларын һайлау бурысы тора.

Башҡортостанда «Работница – 2011» конкурсы иғлан ителде. 19 февралгә тиклем ул район-ҡалалар­ҙа үтә. 2009 йылдан республиканың предприятие-ойошмаларында эшләүсе йәш ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән сарала ҡатнашыусылар һөнәре буйынса, ҡул эштәренә, йыр-бейеүгә оҫталыҡҡа һынау тотасаҡ.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты яңы логотипҡа һәм слоганын эшләүгә конкурс иғлан итте. Унда һәр кем ҡатнаша ала, эштәрҙе электрон форматта 20 февралгә тиклем marketing@airportufa.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Фамилия-исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, йәшегеҙҙе һәм бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтегеҙ.

Быйыл 1 ғинуарға ҡарата Баш­ҡор­тостанда 93 меңгә яҡын үҙйөрөшлө машина һәм тағылма теркәлгән. Шуның 40 процентҡа яҡыны – шәхси секторҙа, 31 проценты – агросәнәғәт комплексында, 29-ы – төрлө предприятиеларҙа. Техника хужалары дәүләт техосмотрына 76 мең берәмектән ашыу үҙйөрөшлө машина, тағылма инвентарын килтергән.

Республиканың хәрби комиссариаттары көҙгө саҡырыу буйынса планын үтәгән. Әрме сафтарына Башҡортостандан 12 200 егет оҙатыл­ған. Был турала 26 ғинуарҙа БР хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһауетдинов хәрби хеҙмәткә саҡырыу йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Төркиәнең Эрзурум ҡалаһында XXV бөтә донъя ҡышҡы универсиада старт алды. Ун көн дауам итәсәк сарала спорттың 11 төрө (биатлон, тау саңғыһы, саңғы ике алышы, трамплиндан һикереү, сноуборд һ.б.) буйынса ярыштар үтәсәк. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан Республикаһынан туғыҙ спортсы сығыш яһаясаҡ.

Өфө лимонарийында йыл әй­лә­нәһенә уңыш йыйыла. Яңыраҡ ҡына унда лимон уңышы йыйып алын­ғайны, әле мушмула өлгөргән. Мушмула емештәрен лимонарий һатыуға сығармай, улар үрсетеүгә китә.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә