RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

28.12.2010 Донъя яңылыҡтары

Боҙло ямғыр аптыратты

Быйыл тәбиғәт күстәнәстәрен йәлләмәне – ошо көндәрҙә яуған боҙло ямғырҙан һуң Рәсәйҙә 412 мең кеше утһыҙ ҡалды.
Утһыҙ ҡалған объекттар араһында социаль йүнәлештә эшләгәндәре лә бар. Боҙлауыҡ Мәскәү юлдарында авариялар һанын ҡыр­ҡа арттырҙы. ҡала эсендәге транспорттың насар хәрәкәт итеүе арҡаһында кешеләр эшкә һуңланы, хатта троллейбус һәм трамвай ҙа йүнләп йөрөмәне.
ҡарлы-боҙло ямғыр «Домоде­дово» аэропортын тулыһынса эштән туҡтатты, «Шереметьево» ла насар эшләне. ҡарҙың йәбешеп яуыуы арҡаһында ағастарҙың ботаҡтары һынып, баш ҡалала 40-ҡа яҡын кеше дауаханаға эләкте.
Һөҙөмтәлә илдең баш ҡалаһы әллә күпме зыян күрҙе. Әле һаман да көн торошо һәйбәтләнде тип әйтеп булмай. Транспорт белгестәре, Яңы йыл байрамы ваҡытында юлдарҙа, урамдарҙа кешеләрҙең күп йөрөүе тағы ла ҡытыршылыҡтар тыуҙырыр, тип ҡурҡа.

Бөйөк Британияға бар!

Һәр йыл һайын Бөйөк Британияла Яңы йыл байрамы алдынан тауар­ҙар ҙур ташламалар менән һатыла башлай.
Раштыуа, Яңы йылға тиклем аҙна-ун көн Британия магазиндары һатып алыу­сыларҙан бушамай. Маркето­логтар фекеренсә, ошо көндәрҙә магазиндар иң ҙур табыш ала. Һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡала – тауарҙарҙың хаҡы ныҡ төшә.
Британияла Раштыуа байрамынан һуң башланған арзанға тауар һатыу саралары бөтә донъяға билдәле. Шуға ла был көндәрҙә турис­тарҙың һаны урындағы халыҡтан да артып китә. Кешеләр ҙур сауҙа селтәрҙәре, магазиндар янына төндә үк килеп, сиратҡа баҫа. Унда хатта һуғыштар ҙа булғылай, «тиҙ ярҙам», полиция машинаһы ла һәр ваҡыт әҙер тора. Быйыл, етмәһә, ноябрь, декабрь айҙарында Бөйөк Британияла ныҡ һыуыҡ булды. Шунлыҡтан урындағы халыҡ та магазиндарға һирәк йөрөнө. Ә инде туристар илгә һирәгерәк барыр­ға тырышты. Һөҙөмтәлә күпселек магазиндар килемһеҙ ҡалды.

Дүртенсе тапҡыр еңде

Белоруссия Үҙәк һайлау комитеты президент һайлауҙарында Александр Лукашенконың еңеп сығыуын рәсми раҫланы.
Юҡһа, был һайлауҙар тирәһендә ығы-зығы бер ҙә тынмаҫ кеүек тойола ине. Эш хатта халыҡтың урамдар­ға сығып, шау-шыу ҡуптарыуына тиклем барып етте.
Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәренең рәсми мәғлүмәттәре буйынса, Александр Лукашенко өсөн тауыш биреүселәр һаны 79,65 процент тәшкил иткән. Хәҙер белорустарҙың алмаштырғыһыҙ башлығы Президент булып дүртенсегә һайланды. Ул 1994 йылдан алып ил менән етәкселек итә.

Икенсе Черкизов баҙары төҙөлөрмө?

Нимәһе-нимә, әммә Рәсәй Черкизов баҙарынан башҡа йәшәй алмай кеүек тойола – хәҙер эшҡыуарҙар Мәскәүҙең көньяҡ өлөшөндә икенсе «Черкизон» төҙөү теләге менән сығыш яһай башлаған.
Черкизов баҙарында эшләүсе­ләр­ҙе туплаған профсоюз ойошмаһы етәксеһе Леонид Раз­возжаев фекеренсә, илебеҙ баш ҡалаһына ошондай баҙар бик кәрәк, имеш.
Баҙарҙы ҡайтанан төҙөү өсөн аныҡ ҡына сумма ла атала. Эшҡыуарҙар яңы Черкизов баҙарын төҙөү өсөн 1 миллиард доллар инвестиция бүлергә теләй. Әлбиттә, улар­ға федераль йәки баш ҡала кимәлендәге хөкүмәт гарантиялар бирергә тейеш.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә