RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң сағыу байрамда – иң һәләтле балалар

25.12.2010 Иң сағыу байрамда – иң һәләтле балалар

Төп шыршы байрамына килгән балаларҙы ике республиканың Президенттары ҡотланы
Иң сағыу байрамда – иң һәләтле балаларСағыу уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы, шуҡлығы, аҡылы, хәйләкәрлеге менән таң ҡалдырған әкиәт персонаждары һәм, әлбиттә, ҡыш бабай менән ҡарһылыу – быларҙың барыһы ла балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә көтөп алған байрамының төп геройҙары. Шыршы байрамдары һәр ерҙә үтә: балалар баҡсаһынан башлана ла, хатта атай-әсәй­ҙәрҙең эшендә лә билдәләнә. ҡайһы ғына баланан һорама, яратҡан байрамы тип Яңы йылды атай. Илдә шыршы байрамының абруйлы, мәртәбәлеһе, әлбиттә, Президент шыршыһы. Башҡортостанда был кисә 22 декабрҙә үтте. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү яулаған иң алдынғы, иң һәләтле, ғөмүмән, республика мәктәптәренең «иң-иң»дәре Нефтселәр мәҙәниәт һарайына йыйылды.
– Минең ҡолағым матур торамы ул? (Кескәй генә бала ҡуян булып кейенгән).
– Ой, күлдәгемә теймә! (Быныһы харап ҡупшы үҫмер ҡыҙ).
– ҡарағыҙ әле, бынау ҡар бөртөгө төштө лә китте... (Ап-аҡ күлдәкле ҡыҙсыҡ хатта сәсенә лә «ҡар» яуҙырған).
– Апай, ә ҡыш бабай хәҙер үк киләме? (Малай һорауын йөҙөнә етди төҫ сығарып бирҙе, уның өсөн ҡыш бабай әкиәттәрҙә генә йәшәмәй, буғай).
Мәҙәниәт һарайының фо­йеһы ошондайыраҡ һорау-хәбәрҙәрҙән, төрлө костюмдар кейеп, шат йөрөгән балаларҙан шау-гөр килеп тора. Кемдәр генә юҡ: ҡупшы ҡуяндар, принцессалар, айыу-төлкөләр...
Бер төркөм уҡыусылар янына туҡталам. Салауат районынан килгәндәр икән. Миә­шәгәр, Малаяҙ, Тир­мән, Арҡауыл, Икенсе Иҙелбай мәктәптәренең иң һәләтле балалары. 9-сы класс уҡыу­­сыһы Гөлшат Ма­напова биология, хи­мия кеүек фәндәрҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Президент шыр­шыһына ебәрелгән. Ул – олимпиадалар еңеүсеһе, фәнни тикшеренеүҙәр ҙә алып бара икән. ҡуян образына ингән сибәр ҡыҙ менән дә танышабыҙ. Альбина Абдул­лина – Күгәрсен райо­ны Исем мәктәбенең алдынғы уҡыу­сыһы.
– Байрамдан ҡайтыуымды атайым, әсәйем, Айҙар ағайым менән Арыҫлан туғаным түҙемһеҙләнеп көтә. Баш ҡалала алған тәьҫораттарымды һөйләп бөтә алмаҫмын инде, – ти биология, экология, Башҡор­тостан мәҙәниәте фәндәрен үҙ итеүсе ҡыҙ.
ҡап уртала шыршы ҡупырайып ултыра. Шуныһы ғына йыл һайын ҡабатлана – бер нисә әкиәт персонажы шыршы тирәләй йөрөй, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрмәксе була, аҙаҡтан ҡыш бабай менән ҡарһылыу килә, шыршыла ут тоҡана. Был юлы ла балалар тамашанан бер ниндәй ҙә мөғжизә көтмәгән кеүек ине, Президент ҡунаҡҡа килде, тигәнде ишеткәс тә, йәнлелек тулҡыны үтте.
Бер түгел, ике Президент килде байрамға – Башҡортос­тан етәксеһе Рөстәм Хәмитов беҙҙең республикаға эш сәфәре менән килгән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеха­новты ла һәләтле балалар янына алып килгәйне.
– Һеҙҙең республикабыҙҙың ысын патриоты булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Һәр берегеҙ, һәләтен асып, барлыҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алһын! – тине БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын – ул Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатына микроавтобус асҡысы тапшырҙы. Күрше республиканан да буш ҡул менән килмәгәйнеләр: Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов шундай уҡ транспортты баш ҡалабыҙҙың 1-се балалар йортона бүләк итте.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә