RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

18.12.2010 Өс һөйләм менән

Өфөгә Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе саҡырыуы буйынса Рәсәй йыһангиры Владимир Коваленок килде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында яҡындағы ике-өс йылда Өфөлә балалар өсөн аэрокосмик үҙәк төҙөү тураһында һөйләшеп килешелде. Президент Башҡортостандан уҡыу­сыларҙы шәхсән үҙе Байконур космодромына экскурсияға алып барырға вәғәҙә итте, сәфәр 2011 йылдың мартына планлаштырыла.

«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы экспонаттарының беренсе партияһы 2011 йылдың ғинуарында Берлинда үтәсәк «Йәшел аҙна – 2011» күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә ебәрелде. Әлеге аграр форум – йыл һайын үткәрелеп килгән ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙың бөтә донъя смотры. Республика предприятиеларының күргәҙмәлә ҡатнашыуының төп маҡсаты – сит ил инвесторҙарының иғтибарын йәлеп итеү һәм донъя берләшмәһен үҙҙәренең продукцияһы менән таныштырыу.

Бөгөн Өфөнөң Нефтселәр мә­ҙә­ниәт һарайында башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты үтә. Бейеү байрамында финалға сығыусы дүрт тиҫтәнән ашыу бейеүсе, танылған ансамблдәр ҡатнаша. Тантанаға, йылдағыса, сит ил ҡунаҡтары – Хакасия, ҡалмыҡстан, Бүрәт Республикаһы һәм Осетияның бейеү коллективтары ла саҡырылған.

«Балтик буйы диалогы – Сала­уат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара проекты сиктәрендә ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты делегацияһы Эстонияла булды. Улар Палдискиҙа милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалды, ҡала мэры Каупо Калласс әфәнде, хакимиәт вәкилдәре менән осрашты. Шулай уҡ урындағы Салауат Юлаев музейына, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ихлас мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдереп, милли геройыбыҙ һәм Башҡортостан тураһында яңы экспонаттар, китаптар, мәғлүмәт, презентация материалдары тапшырҙы.

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Төркиәгә «Мең һулыш һәм бер тауыш» тип аталған lV Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә саҡырыу алды. Фестиваль 2011 йылдың 14 – 24 апрелендә Төркиәнең иң ҙур һәм боронғо ҡалаларының береһе – Коньяла үтәсәк. «Академ»дар фестивалдә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (Н. Асанбаев, Ә. Әбүшаһманов) спектаклен күрһәтәсәк.

Ванкуверҙа үткән ҡышҡы Па­ралимпия уйындарының һоҡланғыс геройы Ирек Зарипов Бөтә Рәсәй конкурсында «Адаптив спортта йыл спортсыһы» тигән номинация еңеүсеһе тип билдәләнде. Бүләкләү 22 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк. Спортсы тантанаға Бәләбәй спорт мәктәбе тренеры Надежда Ғүмәрова менән барасаҡ.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә