RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.12.2010 Өс һөйләм менән

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк политсоветы секретары Константин Толкачев кисә фирҡәнең Генераль һәм Юғары советтарының Мәскәүҙә үткән берлектәге ултырышында ҡатнашты. Унда РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта «Берҙәм Рә­сәй»ҙең Юғары советы рәйесе Борис Грызлов сығыш яһап, яңы һайлау циклы алдынан «тырышлыҡты арттырырға» саҡырҙы.

Башҡортостан предприятиелары 15 – 19 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ» XIV Бөтә Рәсәй форумына саҡырылған. Сара РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында ойошторола. Белгестәр фекеренсә, форумда ҡатнашыу республика тауар етештереүселәренә федераль кимәлдә танылырға һәм һатыу баҙарын киңәйтергә ярҙам итәсәк.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин республикала «Уҡытыу­сылар парламенты»н ойошторорға тәҡдим итте. Бөгөн депутаттарҙың 1420-һе – мәғариф өлкәһе вәкиле. Депутат, яңы парламент маҡсатҡа ярашлы һәм мәғариф өлкәһендәге актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөһим роль уйнар, тип ышана.

Башҡортостан һәм Татарстан артистары Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә ҡудашеваның Хәтер кисәһен ойоштора. Сара 16 декабр­ҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк. Күренекле йырсы 9 октябрҙә туҡһанынсы йәшендә вафат булғайны.

«Мәләүез шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ярты быуат ваҡыт эсендә ул үҙен ҡеүәтле, дәғүәселеккә һәләтле предприятие итеп танытты. Бөгөн бында тәүлегенә 3,5 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелә, 650 тонна шәкәр етештерелә.

Малсылыҡҡа һәм тоҡомсолоҡҡа арналған республика кәңәшмәһе үтте. Сарала хәбәр ителеүенсә, ветеринария идаралығы яһалма ҡасырыу­ҙы пропагандалау маҡсатында шәхси сектор малдарын бушлай ҡасырыу айлығы үткәрмәксе. Бындай айлыҡтарҙы 2011 йылда ла ойоштороу күҙаллана.

Асҡын районы суды тарафынан законһыҙ урман ҡырҡҡан 47 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарыл­ған. Баҡтиһәң, ул октябрь айында һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә ҡараған урман зонаһында ун биш төп шыршыны ҡырҡҡан. Һөҙөмтәлә атай кеше, бәлиғ булмаған өс балаһы булыуы иҫәпкә алынып, шартлы рәүештә өс йыл да дүрт айға яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Мәскәүҙә Рәсәй контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының XVI конференцияһы үтте. Сара барышында ассоциацияның эш һөҙөмтәләре тикшерелде һәм иҡтисадты модернизациялау шарттарында артабанғы йүнәлештәре билдәләнде. Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлеге ассоциацияның Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланды.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә