RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БДМУ – Сочи Олимпиадаһы өсөн волонтерҙар әҙерләү конкурсы еңеүсеһе

11.12.2010 БДМУ – Сочи Олимпиадаһы өсөн волонтерҙар әҙерләү конкурсы еңеүсеһе

Башҡорт дәүләт медицина университеты — 2014 йылда Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындары өсөн волонтерҙар әҙерләү үҙәктәре ойоштороу хоҡуғына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары араһында конкурс еңеүселәре иҫәбендә.
Конкурсты Рәсәй Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Сочи – 2014» ойоштороу комитеты үткәрә. БДМУ етди конкуренцияла еңеп сыҡты. Ярышта илдең йөҙҙән ашыу юғары һәм урта махсус уҡыу йорто ҡатнашты. 23 субъекттан 26 уҡыу йорто еңеүсе булды. Волга буйы федераль округынан заявка биргән юғары уҡыу йорттары араһында ике вуз ғына – БДМУ һәм А. Туполев исемендәге ҡаҙан дәүләт техник университеты еңеүгә өлгәште.
Сочиҙа эшләү өсөн волонтерҙар йыйыу 2012 йылда башлана, һайлап алыу һәм уҡытыу – 2012 – 2013 йылдарҙа.
«Рәсәйҙең волонтер үҙәктәре» конкурсы ун бер йүнәлеш буйынса үткәрелде: «Транспорт», «Медицина», «Допинг-контроль», «Делегациялар­ҙы һәм командаларҙы хеҙмәтләндереү, протокол, лингвистик хеҙмәтләндереүҙәр», «Технология­лар», «Тантаналар», «Коммуникациялар һәм матбуғат», «Административ эшмәкәрлек һәм аккредитация», «Сервис», «Сараларҙы хеҙмәтләндереү һәм тамашасылар менән эш», «Паралимпия спецификаһы». Башҡорт дәүләт медуниверситеты «Медицина» номинацияһында еңде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә