RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәргә әйтер һүҙем

06.11.2015 Йәштәргә әйтер һүҙем

йәки Ысын бәхет хеҙмәттә, илһөйәрлектә, рухи байлыҡта, намыҫлылыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә һәм саф мөхәббәттә табыла.

Йәштәргә әйтер һүҙемЕр йөҙөндә өсөнсө мең йыллыҡтың башында барған киҫкен һынылыштар һәм глобалләштереү процесы һөҙөмтәләре кешелек донъяһына, инсаниятҡа, кешенең сәләмәт рухына ҡот осҡос ҡурҡыныстар менән янай, ҙур ҡаршылыҡтар тыуҙыра һәм зыян килтерә. Кеше холҡон биҙәмәгән битарафлыҡ, ғәмһеҙлек, аҙғынлыҡ, бәйелһеҙлек, аяуһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ, боҙоҡлоҡ һәм әшәкелек кеүек насар сифаттар хәҙер өҫкә ҡалҡып сыҡты. Хәтәр эш менән шөғөлләнгән кешеләр, ҡомарлы уйындарға мауыҡҡан йәштәр күбәйҙе. Йәмәғәтселеккә ҡаршы ҡылынған хаяһыҙ күренештәр, язаһыҙ ҡалдырылған енәйәттәр кире тойғолар уята. Хис-тойғоларҙың ихтыярһыҙлығы, башбаштаҡлыҡтар ҡылыу, ҡуптарыу тормоштоң шатлыҡһыҙ, ҡыуанысһыҙ, күңелһеҙ булыуына ишара яһай. Алдын-артын уйламай эшләгән аумаҡайҙар, шикәйәтендә үҙ исемен йәшергән ошаҡтар майҙанға сыҡты. Дәүләт-ара сәйәсәттәге дошмансылыҡ, баҫҡынсылыҡ, реакцион һәм агрессив даирәләрҙең мәнфәғәтен яҡлаған террор, диктатура һәм милләтселек кеүек сәйәси ағымдар күп илгә төҙәлмәҫлек ҡаты яралар, ҡот осҡос бәхетһеҙлектәр килтерә. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән афәттән илдең яралары әле булһа уңалып бөтмәгән, миктәгән халыҡ яңы аяҡҡа баҫып килә.
Тормош нисек кенә ауыр, көнкүреш ҡалай ғына насар булмаһын – халыҡ йәшәйештән төңөлмәгән, тырышып-тырмашып йәшәргә ынтылған, яҡты көндәрҙән, рәхәт, бәхетле тормоштан өмөтөн өҙмәгән.
Тормош тигән ғәмәлдең үҙ ҡанундары бар – ул иртәгә тыуыр көн, унда йәшеренгән яҡты өмөттәр һәм асыласаҡ серҙәр менән ымһындырып, әҙәм балаһын киләсәккә әйҙәй. Үҙенең бөткөһөҙ ғәмдәре һәм йәмдәре менән әүрәтеп, көн артынан көн, йыл артынан йыл үтеп кенә тора. Шул үтәсәк ваҡыт аралығының башында уҡ үҙеңә дөрөҫ маҡсат ҡуя белеү мөһим. Был бигерәк тә һеҙгә, йәштәргә, ҡағыла. Йәш кешенең күңелендә ҙур хыялдар, оло маҡсаттар ҡайнарға тейеш, уларҙы тик “энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға” тиң ныҡышмалы һәм фиҙакәр хеҙмәт аша тормошҡа ашырып була. Һәр кем был яҡты донъяға үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа, шулай ҙа ул өлөштө, ул бәхетте йәшәйештә ғүмер буйы көндәлек эш, аҡыл һәм көс менән яуларға тура килә. Даръялар ҙа кескәй инештәрҙән башланғандай, оло эштәр, оло асыштар көндәлек, даими көс түгелгән, тыйып тотҡоһоҙ дәрт менән башҡарылған бәләкәй эштәрҙән ғибәрәт. Үҙеңде уҡымышлы, илеңә, халҡыңа файҙалы кеше булырға әҙерләү – йәштәрҙең һәр береһенең мөҡәддәс бурысы.
Бурыс тойғоһо – ул тик кешелекле һәм кеселекле булып ҡала белгән заттарға хас сифат. Бары тик үҙ хоҡуҡтарын ғына даулап йөрөгән, ялған шәхес булырға ынтылыусы буш ҡыуыҡтарға бирелмәй ул бөйөк тойғо.
Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән васыят һүҙҙәре бөгөн дә бик актуаль. Уҡыу һәм тәбиғәт биргән һәләттәреңде даими үҫтереү, донъяла булған бөтөн серҙе белергә ынтылыу һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булыу – киләсәк тормошоңа баштан уҡ ныҡлы нигеҙ ҡороп, ожмах һарайында тулы ҡанлы донъя көтөү ул. Мәктәптә, юғары уҡыу йортонда иңгә-иң терәшеп, береһенән-береһе ихлас, тоғро дуҫтар менән уҡыған йылдар ҙур-ҙур хыялдар менән талпынып йәшәгән ынтылышлы осор булып ҡала. Мәшһүр ғалимыбыҙ Зиннур Ураҡсин әйтмешләй: “Башҡортҡа ла сәйәси дипломатияға, ҡатлы-ҡатлы фекерҙәрҙе асырға өйрәнергә кәрәк. Башҡорт йөрәкле, донъя күләмендә фекер йөрөтөрлөк сәйәсмәндәребеҙ, дипломаттарыбыҙ үҫһен ине”. Был урында үҙебеҙҙең иҡтисадты үҫтерерҙәй, эшҡыуарлыҡ, бизнес менән шөғөлләнгән отҡор, аҡыллы һәм егәрле йәштәребеҙ булырға тейешлекте лә онотмайыҡ. Үҙ еребеҙҙең, үҙ байлығыбыҙҙың хужаһы үҙебеҙ булайыҡ, тегеләй килмешәктәр ҡолона әүереләсәкбеҙ. Нәфсене ваҡытында тыя белергә, саманы һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. Кем нәфсеһен тыя алмай, байлыҡ артынан ҡыуа, шул ҡомһоҙлоғоноң ҡорбаны була.
Йәмғиәтебеҙҙең, илебеҙҙең нигеҙен һәм рухи сәләмәтлеген тәшкил итеүсе ғаилә мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы бурыстарҙан һанала. Ғаилә ҡороу һәр халыҡта, тарихи үҫештең һәр дәүерендә тормошондағы иң яуаплы ғәмәлдәрҙең береһе иҫәпләнгән. Уны башҡорт халҡының йәштәрҙе ҡауыштырыр алдынан үтәлә торған боронғо йолаларынан, ғөрөф-ғәҙәттәренән дә күрергә була. Мәҫәлән, һырға һабағы (сабый саҡтарында малай кешенән ҡыҙҙың ҡолағын тешләтеү), ҡыҙ күҙләү, яусылау, димселек традициялары, ҡыҙ әйттереү, ҡоҙалыҡ (ҡалым), кейәүләп йөрөү ғөрөф-ғәҙәте, ҡоҙалашыр алдынан ике яҡтың да нәҫел-нәсәбен тикшереү һ.б. Ҡыҫҡаһы, эште туйға алып барып еткереү алдынан өйләнәсәк ҡыҙ менән егетте һәм уларҙың туған-тыумасаһын төрлө яҡтан һынар өсөн булдырылған был йолаларҙың маҡсаты тик бер генә – ҡороласаҡ ғаиләнең ныҡлығын тәьмин итеү һәм шуның менән йәштәрҙе бәхетле яһау. Хәҙерге йәштәребеҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы һаҡлаһын ине.


Йәш кешенең күңелендә ҙур хыялдар, оло маҡсаттар ҡайнарға тейеш, уларҙы тик “энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға” тиң ныҡышмалы һәм фиҙакәр хеҙмәт аша тормошҡа ашырып була. Һәр кем был яҡты донъяға үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа, шулай ҙа ул өлөштө, ул бәхетте йәшәйештә ғүмер буйы көндәлек эш, аҡыл һәм көс менән яуларға тура килә. Даръялар ҙа кескәй инештәрҙән башланғандай, оло эштәр, оло асыштар көндәлек, даими көс түгелгән, тыйып тотҡоһоҙ дәрт менән башҡарылған бәләкәй эштәрҙән ғибәрәт. Үҙеңде уҡымышлы, илеңә, халҡыңа файҙалы кеше булырға әҙерләү – йәштәрҙең һәр береһенең мөҡәддәс бурысы.


Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә нәҫел-нәсәбеңде белеү, быуындар сылбырын барлау маҡсатын алға ҡуйған шәжәрә байрамдары уҙғарыу йолаһы киң ҡолас алды. Һүҙ юҡ, ысынлап та, бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек һәм рухи яңырыу тойғолары тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Рухлы булыу – ул ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәткә, телгә, иманға, булмышыңа, халҡыңдың ауыҙ-тел ижадына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, тыуған ереңә һәм туған халҡыңа, ҡан ҡәрҙәштәреңә тоғро ҡалыу. Кешеләге рухи ныҡлыҡ – бала саҡтағы дөрөҫ тәрбиәнән, милли рухты барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ күҙәнәктәренең кесе йәштән һалыныуынан. Тимәк, кеше күңеленә рухиәт орлоҡтары бала саҡтан һалына, улар артабан үҫмерҙең булмышын формалаштырыуға, уға ҡабатланмаҫ милли һыҙаттар өҫтәүгә булышлыҡ итә.
Йәш быуындың физик һаулығын нығытыу, рух сәләмәтлеген булдырыу, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡ тәрбиәләү – барыбыҙҙың да хәстәрлеге. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” әйтеме бөгөнгө көндә уғата ауаздаш яңғырай. Үҫеп килеүсе йәштәребеҙгә бөгөн төрлө мәғәнәһеҙ компьютер уйындары, интернет һөжүм итеп, гиподинамия (хәрәкәт итеү әүҙемлегенең сикләнеүе, ҡан әйләнешенең, аш һеңдереүҙең боҙолоуы) сире янай. Был осраҡта тормошобоҙҙан юйылыуға дусар ителгән башҡорт халыҡ балалар уйындарын тергеҙеү кеүек сараларҙың әһәмиәте бермә-бер арта. Әҙәм балаһының һаулыҡтан да ҡәҙерле нимәһе бар был донъяла?!
Йәштәр, ғәҙәттә, киләсәк тормошон тик бәхетле генә итеп күҙ алдына килтереүсән. Тик нисек? Быныһы инде һәр кемдең үҙенән ҡала.
Бәхет төшөнсәһе үҙе лә һәр кемде ныҡ уйландыра. Берәүҙәр бәхетте хыялының тормошҡа ашыуында, кешеләргә файҙа килтереүҙә йәки саф мөхәббәттә күрә. Икенселәр тормошта артыҡ борсолмай йәшәүҙе, үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе, йә булмаһа яҡшы костюм, күлдәк һатып алып театрға, концерттарға йөрөүҙе бәхет тип һанай. Бындай осраҡтар­ҙа бәхет төшөнсәһе йөкмәткеһендә һәр кемдең тормошта тотҡан урыны, уның тормошҡа булған шәхси ҡарашы, холҡо, тәрбиәлелеге, әҙәплелеге, әхлаҡлылығы һәм рухи байлығы сағыла.
Йәш уҡыусым! Әгәр һин, тормош йүгәнен ҡыҫып тотоп, бәхет ҡапҡаһын үрелеп асам тиһәң – ҡолаҡ һал ололар һүҙенә. Оло һүҙен тотмаған – оролған да бәрелгән.
Тыуған үҫкән илең алтын бишек бит ул. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул. Юғиһә, ил ҡәҙерен белмәһәң – башыңды юғалтыр­һың, ер ҡәҙерен белмәһәң – ас ултырырһың.
Ата-әсә – изге йән, туған Әсә – бер, тыуған Ватан – бер. Ҡояш эсендә ни саҡлы йылылыҡ булһа, ата-әсә күңелендә лә шул саҡлы изгелек. Ата-әсәһен тыңлаған – әҙәм булған, тыңламаған – әрәм булған. Атай-әсәһен хурлаған үҙен юҡҡа сығарған. Шуға ла әтә-әсәңә ни ҡылһаң, үҙең дә шуны күрерһең.
Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ – егетлек, ә уңғанлыҡ һәм матурлыҡ ҡыҙ сифатылыр. Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ. Батыр егет ике һөйләмәҫ, ул үҙе бер кеше, арыҫланға тиң кеше.
Белгән белеменә таяныр, белмәгән беләгенә таяныр. Беләге йыуан берҙе йыҡһа, белеме булған меңде йығыр. Белдекле бер әйтер, бер әйтһә лә, тура әйтер.
Тормошто хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар. Эш һөйгәнде ил һөйә. Башлай белгәс, бөтөрә лә бел, юғиһә ҡалған эшкә ҡар яуа.
Юғары әхлаҡлы, ҡаты ихтыярлы һәм осҡор ынтылышлы булыу – һәйбәт ғәҙәттер. Ихтыярлы кеше – иғтибарлы кеше, ихтыярһыҙ – юҡ кеше. Ҙур ихтыяр ер һелкетер.
Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ҡыйын. Ҡәҙерле булғың килһә, үҙең ҡәҙер күрһәт. Ярҙамға мохтаж булғандарға һәр саҡ ярҙам ҡулыңды һуҙ, һуңынан яуапһыҙ ҡалмаҫһың. Һин үҙеңде ҙурлама, кеше һине ҙурлаһын.
Бармаҡтар тиң булмағандай, әҙәм менән әҙәм дә тиң түгел. Изгелек баҡсаһынан ҡыуылған, яҡшылыҡты белергә теләмәгән кешеләр менән дуҫлашма. Улар дуҫлыҡҡа лайыҡ түгел. Яҡты әҙәм билдәһе – асыу менән үсе юҡ. Асыуыңды сабырлыҡ менән һыуындыр. Асыу – дошман, аҡыл – дуҫ, асыуыңда аҡыл ҡуш. Ҡара ярһыуҙан һаҡлан, юғиһә һуңынан ул үҙеңде хурлыҡлы рәүештә ғәфү үтендерер. Эскерһеҙ, киң күңелле кеше булһаң, йөрәк ҡыуышлығыңды – ҡара эслелектән, күңел көҙгөңдө күрә алмаусанлыҡтан таҙарт. Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт. Күркәм холоҡ – изге юлдаш, ул дошманды дуҫ итә.
Ололарҙы ололаһаң, ололарҙар үҙеңде. Оҫта барҙа ҡулыңды тый, сәсән барҙа телеңде тый. Өлгөлө һүҙҙең дә үлсәүе була, уйлап һөйлә һәр ерҙә. Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ, тел асыуы ҡылыстан үткерерәк. Алтын һүҙҙе боҙоҡ һүҙ менән бутама, юғиһә үҙеңә һуңынан оят булыр.
Туған тел яҙмышы – халҡың яҙмышы бит ул. Ғаиләгеҙҙә балағыҙ телен туған телендә асһын, тегеләй балағыҙҙың кешелек хоҡуғын бо­ҙаһығыҙ. Бер-беребеҙгә тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп, милли берҙәмлекте нығытайыҡ. Уяу, һиҙгер, һаҡ булайыҡ, башҡорттоң быуаттар һуҙымында ҡалыплашҡан юғары әхлаҡи ҡағиҙәләрен онотмайыҡ.
Киләсәк тормошобоҙҙоң бәхетле булыуы үҙебеҙгә ҡайтып ҡала. Бәхетте беҙ, үҙебеҙ бер булып, һандалда сүкеп ҡойорға тейешбеҙ. Ул еңел генә бирелмәй.
Ысын бәхет тырыш хеҙмәттә, илһөйәрлектә, рухи байлыҡта, на­мыҫлылыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә һәм саф мөхәббәттә табыла. Һәр кемдең бәхете – үҙ ҡулында. Бәхетле бул, йәш уҡыусым!
Изге теләктәре менән

Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ ағайың.

Гәзитебеҙҙең сиратағы битен ҡулға алыу менән тән семберләп китте. Сөнки был мәҡәләһен Ишмөхәмәт ағай үҙе иҫән саҡта редакцияға килтергәйне. "Бына бер мәҡәлә, урын булғанда баҫырһығыҙ әле", – тигәйне. Үкенесле, әммә гәзиттә сыҡҡан мәҡәләһен ағайыбыҙ уҡый алмаясаҡ. Шуныһы ғәжәпләндерә – ул, әйтерһең, вафатын белеп, йәштәргә мөрәжәғәт яҙған кеүек тойола. Мәҡәләне уҡығас, уҡыусы үҙе һығымта яһар әле. Урының йәннәттә булһын, Ишмөхәмәт ағай…










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә