RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

28.08.2015 КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

(Дауамы. Башы 28 – 32-се һандарҙа).
***
Ауылға киноны бик һирәк алып киләләр, һәм һәр ваҡыт аҡса менән проблема килеп сыға. Өйҙә бер кем дә аҡса алмағас, биш тин дә ҙур аҡса. Атайым трудоденгә эшләй, әсәйем – хужабикә. "Тере аҡса" тауыҡтарҙан ғына килә, әммә улар ҙа, ем етмәү сәбәпле, йомортҡаны һирәк һала. Клубҡа бармау – бөтәһенә лә аҡсаң юҡлығын күрһәтеү тигән һүҙ, барыу, тимәк, клуб тирәләй берәй уңайлы хәл килеп сыҡмаҫмы, тип көтөп йөрөүгә тиң. Ҡайһы саҡ ололар толоп эсенә йәшереп алып инә, йә булмаһа, клуб эсендәге алдан уҡ ватып ҡуйыл­ған түңәрәк мейес артындағы тәҙрәнән инәһең. Ауылда электр уты булмау сәбәпле, киномеханиктар үҙҙәре менән күсмә электр станцияһы йөрөтөргә мәжбүр. Электр станцияһының движогы һүнгән саҡта, клубҡа бушлай инеү уңайлы: киномеханик двигатель менән мәшғүл, билет һатыусы күптән ишек төбөндәге посын ҡалдыр­ған. Балалар сеансы көндөҙ ҡуйыла, бигерәк тә йәйен, клуб эсен ҡараңғылатыр өсөн юрған, балаҫ һәм башҡа сепрәк-сапраҡ кәрәк. Кем дә кем шуларҙың берәйһен алып килә, шул киноны бушлай ҡарай, әммә әсәйем үҙ балаҫтарын кешегә күрһәтергә теләмәй. Киноға инеп булмаған осраҡта тәҙрә аша ҡарап йәки тауышын тыңлап, фильм­дың ҡайһы бер өлөштәрен тотоп алырға тырышаһың, һуңынан күргән нәмәләр хаҡындағы ҡайнар фекер алышыуҙарға ҡушылыр өсөн, һиҙҙермәй генә клубтан сығыусы халыҡ ағымына ҡушылаһың. Ниһайәт, инергә теләгән клубыңа килеп индең. Толопҡа төрөнгән ир-ат өҫтөнән тәмәке төтөнө күтәрелә, шул арҡала фильм­дың ҡайһы бер һүрәттәре ярты юлда уҡ күрһәтелеп, экранға ла барып етмәй. 12 барабандың береһе тамамлана, һәм киномеханик, утты яндырып, киләһе пленканы әйләндерергә тотона. Шундуҡ шау-гөр килеп, фекер алышыу башлана, һәр кем бүтәндәрҙән аҡыллыраҡ; бер-береһен бүлдерә-бүлдерә нимә булғанын, фильм геройҙары нимә тураһында һөйләшкәнен аңлаталар. Беҙҙең өсөн иң аңлайышлы картиналар – йүгерешкән, атышҡан, шартлатҡан һәм кешеләр аҙ һөйләшкән хәрби фильмдар. Әгәр инде фильм оҙайлы диалог­тар­ға ҡоролһа, экран артына үтәбеҙ ҙә сәхнәгә ятып тороп йоҡлайбыҙ. Хәйерселек арҡаһында киноға эләкмәүең үҙеңде бәхетһеҙ итеп тойорға сәбәп булманы, сөнки ул ваҡытта беҙ бөтәбеҙ ҙә ярлы инек.

* * *
Ҡустым мине ирештерергә ярата, әммә был ҡайһы саҡ уның үҙенә үк кире яғы менән әйләнә. Бына әле лә ул мине ирештереп, һарайға инеп китте, тотоп, кәрәген бирер өсөн уның артынан йүгерҙем. Ул етеҙ рәүештә бесәнлеккә менеп китте лә, шундағы әйберҙәрҙе миңә ырғыта башланы. Бесәнлектә ҡараңғы, шуға ла уны күрмәйем, ә ул мине, моғайын, яҡшы күрәлер, сөнки иң ауыртҡан ергә, лепкәгә ниндәйҙер ҡаты нәмә менән эләктерҙе. Ауыртыуҙан асыуым ҡабарып, ашығып уға яуап ҡайтарырлыҡ нәмә эҙләйем, әммә йомшаҡ һыйыр тиҙәгенән башҡа бер нәмә лә күрмәйем. Ярай, тиҙәк икән, тиҙәк. Башҡа ваҡытта һис ҡасан уға ҡулым менән ҡағылмаҫ инем, әммә был юлы ике ҡуллап "һыйыр ҡоймағы"н ҡырып йыйып алдым да, бесәнлектең ҡараңғылығына ыр­ғыттым. Шул уҡ мәлдә өҫтән ҡустымдың йән өҙгөс тауышы ишетелде! Мин тиҙ арала бесәнлеккә мендем: атай һарайҙы йылытыр өсөн ситәнде һылағандағы кеүек, ҡустымдың йөҙө лә һыйыр тиҙәге менән ҡапланғайны. Уның йөҙөн тиҙ генә таҙартып, төшөргә ярҙам итәм. Һыйыр ҡайтыуға әҙерләгән биҙрәнән ашлы һыу алып, битенең әле бер яғын, әле икенсеһен та­ҙарт­ҡансы, бысраҡты йыуып төшөрәм. Күҙҙәренең дә күреү һәләтен айырым-айырым тикшерәм. Бөтә­һе лә яҡшы, быуаға һыу инергә йүгерҙек!

* * *
Ауылда георгиндар барлыҡҡа килде – әлегә тиклем мин бер ҡайҙа ла күрмәгән иҫ киткес матур сәскәләр. Улар Сәрби әбейҙең бәрәңге баҡсаһында үҫә. Бер ҡараңғы төндә мин шул сәскәләр артынан барҙым. Түтәлгә барып еттем, хатта бик үк ылыҡтырғыс булмаған еҫ тә тойоп өлгөрҙөм һәм ҡараңғылыҡ арҡаһында ҡара булып күренгән сәскә төймәһенә үрелдем, әммә тап шул мәлдә электр сымының ҡыҫҡа замыканиеһындағы һымаҡ тауыш сығарып, ерҙе балҡытып, ҙур метеорит үтеп китте. Мин ергә яттым. Метеорит күк йөҙөндә һүнеп барған эҙен ҡалдырып, юғалды. Сәскәләрҙе өҙмәнем. Күктәр быға ҡаршы булды, ахыры, тип уйланым.

* * *
Көҙгө баҫыуҙар. Беҙ Әнәс менән урман ҡырлап уңыш йыйылған баҫыуҙарҙа ҡалған көнбағыш башағын йыйырға сыҡтыҡ. Урман ситендә генә ҙур булмаған аҡланда бер һыйыр ята. Янына килеп етеү менән уның быҙауларға торғанын аңланыҡ. Уға ҡамасауларға теләмәй, боролоп китергә булдыҡ, шул ваҡыт ул, беҙгә ҡарап, ярҙам һорағандай, тын ғына мөңрәп ебәр­ҙе. Кире килеп, уға ярҙам итергә булдым. Быҙауҙың алғы аяҡтарынан тотоп: "Бер, ике, өс", – тип малҡайҙы тарта башланым, һыйыр үҙе лә был мәлдә көсәнә ине. Әнәс ситтә тора, төкөрөнә, ерәнә. Мин, белдекле кендек әбейе кеүек, һыйырға ял итеп алырға ҡушам, һуңынан яңынан дауам итәбеҙ, һыйыр тыңлай. Тиҙ арала быҙау тыуҙы, һәм беҙ үҙ эшебеҙ менән юлландыҡ. Мәктәптән һуң мин – медицина институтына, Әнәс ветеринарға уҡырға индек.

* * *
Ракеталарҙы беҙ төрлөсә эшләйбеҙ, ә быныһы бөтөнләй ысынға оҡшаған. Тракторҙарҙың әйләнә торған механизмдарын майлау өсөн тәғәйенләнгән шприцтың тимер корпусына осло ағас морон яһаныҡ, ҡойроғона стабилизатор­ҙар эшләнек. Ракетаның яғыулығы – ағас күмере менән бергә бер итеп буталған дары – был ҡорамалды һауаға илле метрға ғына булһа ла күтәрергә тейеш ине. Эффектты көсәйтеү өсөн төн еткәнен көттөк, ракетаны ҙур булмаған урман аҡланындағы ҡырмыҫҡа иләүенә урынлаштырҙыҡ. Бына үҙебеҙ эшләгән бикфорд шнуры янды. Икенсе ҡырмыҫҡа иләүе артынан осоп китеүҙе күҙәтәбеҙ. Ут бына-бына ракетаны осороп ебәрәсәк, әммә тап шул мәлдә ул ҡырынайып ятты һәм беҙгә табан төбәлде. Яғыулығы нимә эшләрен белмәйбеҙ, ә ул атып ебәрһә? Күрәһең, ракета беҙҙе йәлләне, баш особоҙҙан ғына осоп үтте лә, шаулап тороп күрше ҡыуаҡлыҡтарға килеп төштө.

* * *
Ҡашҡар ауылының тирмәнен мазут менән эшләүсе трофей "шар" двигателе хәрәкәткә килтерә. Уны "шар" двигателе тип шар формаһындағы суйын һауыт менән тамамланғаны һәм мазуттың яныу камераһы булғаны өсөн атайҙар.
Башта ул шарҙы усаҡта ныҡ итеп ҡыҙҙыралар, шунан һуң махсус ҡорамалдар менән уны урынына ҡуялар, гайкалар менән боралар, аҙаҡ маховикты әйләндерәләр. Әгәр бөтәһе лә теүәл үтәлгән булһа, двигатель "бок, бок, бок" тигән тауыш сығарып, эшләй башлай. Бер-береһенә һыу ҡойоп торған ҡыҫҡа улаҡсыҡтар аша ағып килеү һөҙөмтәһендә двигателдең һыуы­тыу системаһындағы һыу һыуына. Ул улаҡсыҡтарҙың бер өлөшө һыуҙы тиҙерәк һыуытыу өсөн урамда тора. һыу кире эскә инә алһын өсөн улаҡсыҡтар ярымтүңәрәк барлыҡҡа килтерә. Беҙ атай менән бында он тарттырырға килдек. Моторсы двигателде тоҡандырҙы, атайым тирмәндең бункерына бойҙай һала, ондо йыя башланы. Мин урамда эшһеҙ йөрөйөм. Улаҡсыҡтарға барып еттем. Ул ваҡытта двигателде һыуытыу өсөн һыу кәрәклеген белмәнем, шуға ла уны бушатырға булдым. Иң өҫтәге улаҡсыҡты ергә ҡараттым да, шарлауыҡ эшләнем. Бер ни тиклем ваҡыт үтте һәм двигатель һүнде. Моторсы двигателдең һүнеү сәбәбен эҙләп, улаҡсыҡтарға килеп етте. Мин быны алдан һиҙеп, ҡыуаҡтар араһына йәшеренеп өлгөр­ҙөм.
Марат СӘЙЕТОВ.


* * *
Тау баштары ҡарҙан әрселеү менән йыуа күренә башлай, тимәк, беҙ "йәшел аш"ҡа күстек. Артабан былтырғы япраҡтар араһынан ҡаҙ тәпәйҙәренең зәңгәр сәскәлере сыға, әммә уларҙан ирендәр ҡарая. Шунан – кәкүк тәпәйе, уңы беҙ бәйләмләп ашайбыҙ, һабағын да, сәскәһен дә. Ҡуҙғалаҡ беҙҙең рационға әсе тәм индерә. Бер аҙ һуңғараҡ, көндәр тотороҡло йылынғас, бөтә болондарҙа һутлы һабаҡлы ҡаҡы, һөрөлгән ерҙәрҙә – бәләкәй бамбукка оҡшаған ҡымыҙлыҡ, урманда балтырған һәм көпшә сыға башлай. Әгәр былар ҙа етмәһә, беҙ ат ҡуҙғалығынан да ерәнеп тормайбыҙ, урман лилиәһенең һуғанға оҡшаған тамырын ҡаҙып алабыҙ, улар йәнгә тейер лек шәрбәтле һәм уларҙы соҡоп алыуы ла еңел түгел, һуңғараҡ сәселгән ерҙәрҙә "ҡырағай бәрәңге"нең тамырҙары үҫеп сыға, беҙ уны шулай атайбыҙ. Беҙ, моғайын, аҡһырғаҡ менән тилебәрән үләнен генә ашамағанбыҙҙыр. Организмда витамин етеү сәбәпле, беҙ һау-сәләмәт һәм тештәребеҙ ныҡ булып үҫкәнбеҙҙер; тештәр өсөн зарарлы булған ит һәм шәкәр кеүек ризыҡтарҙы аҙ ашаныҡ. Бер мәл нисектер атай миңә аҡһыл зәңгәр төҫтәге ҡыңғырау формаһындағы сәскәле ярты метр тирәһендәге бер үҫемлекте күрһәтте. "Бына ошо үлән һуғыш йылдарында халыҡты аслыҡтан ҡогкарҙы, – тине ул. Һорау тулы ҡарашымды күреп, атайым балта алып, был үҫемлектең тамырын соҡоп алды – ап-аҡ, һуҡ бармаҡ йыуанлығында, 10 сантиметр тирәһе. "Бына ошо тамырҙы киптерәләр ҙә, ҡул тирмәне аша үткәрәләр, килеп сыҡҡан ондан көлсә бешерәләр. Ә уны табыуы ҡыйын, шуға ла үҫемлекте халыҡ "этлек" тип атаған." Мин тирә-яғыма ҡаранып, уның беҙҙең урманда күплегенә иғтибар иттем. Шул уҡ ваҡытта һуғыш йылдарында ҡатындар ағас арбаларында йөрөп, үҙҙәре кеүек сибек кенә ошо үләнде эҙләгәнен күҙ алдыма килтерҙем.
* * *
Атайым урмансы булып эшләй. Ул мине йыш ҡына үҙе менән урманға алып бара. Нишләптер беҙҙең юл күп ваҡыт сыуаш ауылы Ҡангкар аша үтә. Атай мине ат янында ҡалдыра ла, үҙе Василий исемле дуҫына инә. Миңә уны көтөргә һәм сусҡаларҙың батҡаҡ иҙеүен күҙәтергә генә ҡала. Ниһайәт, атайым сыға, бик күңелсәк.
– Йә, улым, дилбегәне тот та, мине өйгә алып ҡайт, йоҡлап алам. Ул арбаға ята, һәм беҙ өйгә ҡайтып китәбеҙ. Бына атай пенсионер инде, беҙ Ҡашҡарҙан алыҫ түгел бесән сабабыҙ. Эш бөтөүгә мин дядя Васяның улы Володяға индем, дядь Василий күптән гүр эйәһе инде. Уларҙың ҡапҡаһы янына килеп туҡтағас, машинаны туҡтаттым да, атайға өндәштем:
– Мин Володяға инәм, һин машинала ултырып тор, аҙаҡ, әгәр иҫерек булһам, һин йөрөтөп алып ҡайтырһың.
– Бына күрәһеңме, беҙ иҫәпләштек! – тип көлөп ебәрҙе атай, йәш сағын иҫенә төшөрөп.
* * *
Риүәйәт буйынса ике бер туғанға бесән өсөн ҙур булмаған аҡлан эләгә, әммә улар уны бәхәсһеҙ бүлә алмай. Береһе ҡыҙып китеп, салғы менән киҙәнә һәм туғанының башын сабып өҙә. Ғазраил яланы, тип атала хәҙер ул урый, йәки Алла тарафынан Ергә ебәрелгән Әжәл урыны. Унда үлән йүнләп үҫмәй ҙә, шуға ҡайһы бер йылдарҙа уны сапмайҙар ҙа. Яланды имән һәм ҡайындар уратҡан, ә төньяғынан таллыҡ ҡаплаған йырын йәйелгән, ул көнсығышҡа табан һуҙылып, Ҡыҙыл йылғаһына барып ҡушыла. Яландың уртаһында төптән йыуай имән үҫә. Шуның янында атайым үлән саба. Миңә биш йәш, яҡында ғына йөрөп ятам, урманды, үләндәрҙе өйрәнәм, ҡыҙыл бөрлөгән эҙләйем. Июль аҙағы булыуға ҡарамаҫтан, көндәр түҙеп торғоһоҙ эҫе, шуға күрә үлән ҡатҡан һәм атай йыш ҡына салғыһын янып ала. Атай мине-янына саҡырҙы ла, өйгә айран артынан ҡайтып килергә ҡушты. Ҙур кинәнес менән ауылдаштар күп йылдар дауамында һалған урман юлы буйлап йүгереп киттем. Ямғырлы көндә арбалар урман юлында шундай колеялар һәм соҡорҙар барлыҡҡа килтерә, уларҙа хатта ҡоро көндәрҙә лә бысраҡ кипмәй ята. Шуларҙы уңышлы ғына үтеп, ауылға килеп еттем. Беҙҙең ауыл Өршәк йылғаһы буйында, дөрөҫөрәге, Өршәк йылғаһы башында урынлашҡан. Ун етенсе быуат аҙағында ете ғаилә бында килеп урынлашҡан, ауылдың уртаһында бейек ҡарама ағасы үҫкән, ул үҙенең бик ҙур булыуы менән айырылған, шуға ла уны ориентир итеп файҙаланғандар. Ҡарттар, ауылға килеп етерҙән алда алыҫтан берәй ун саҡрым алдан ошо ағас күренә ине, тип һөйләй. Ул йылға баҫа торған урында үҫкән, әммә ағастың мөһабәтлелеге уға алыҫтарҙан уратып алған донъяны күрергә мөмкинлек биргән. Шуға ла беҙҙең ауыл Өршәкбаш-Ҡарамалы тип атала. Әсәйем бидонға айран һалды, бидонды биҙрәгә ултыртты ла беҙ Хәлил ҡустым менән уны арҡыры таяҡҡа аҫып, атай янына урманға алып киттек. Юлдың иң ауыр өлөшө- тауға менеү, ә иңде урманға ингәс, барыуы еңелерәк һәм унда һыуығыраҡ та. Беҙ, моғайын, иркенләп килгәнбеҙ, күрәһең, икебеҙ ҙә абынып, бөтә айранды түктек. Нимә эшләргә белмәйенсә буш биҙрәне ҡыуаҡтар араһына йәшереп, яйлап ҡына атай янына киттек. Ул беҙҙе күргәс, салғыһын имәнгә элде һәм махорка урата башланы. Ул беҙ шаяра тип уйлайҙыр инде, йылмая. Беҙҙең моңһоу ҡараштарыбыҙҙә күреп, ул: – Айран ҡайҙа? – тип һораны. Беҙ саҡ-саҡ нимәлер әйтеп, булған хәлде һөйләп бирҙек. – Ни өсөн улайһа күренеп торҙоғоҙ, ниңә кире ҡайтманығыҙ? – Уның эҫенән кипкән теле был һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ әйтте. Атай беҙҙе йәлләп, күп нәмәне әйтеп бөтөрмәгәнлеген тойҙоҡ. Торҙо, беҙгә һауытты күрһәтергә ҡушты, ҡыуаҡтар араһынан буш биҙрәне алды һәм серәкәй ҡарышлауыҡтары мыжғып торған шишмә ҡалдығына йүнәлде. Әсәйҙең яулығы аша һөҙөп, ошо һыуҙы эсте ул, шул арала мин уның фронт хикәйәттәрен иҫкә төшөрҙөм, унда хәлдәр былай ғына булмаған, атайҙың ысынын һөйләүен аңланым.
... Был хәл хәл әллә ҡасан булды, 1979 йылғы һыуыҡтарҙан һуң, ялан тирәләй үҫкән имәндәр барыһы ла ҡороно, әммә үле ботаҡтарын тарбайтып, тамам кибеп бөткәнсә тағы ла берәй егерме йыл ултырғандарҙыр әле. Шунан һуң уларҙың урынын йәш ҡайындар һәм уҫаҡтар биләне. Бары тик ялан уртаһында ултырған яңғыҙ имән генә шул һалҡындарҙы үткәрә алды. Ул яланда йыш ҡына булам һәм һәр ваҡыт атай бына-бына һалҡын айран әсеүҙән кисерәсәк ләззәтле тойғолары менән махоркаһын төрөргә яңғыҙ имән аҫтына килеп ултырыр кеүек, һәм мин үҙемдең ғәйебемде иҫкә алам...

* * *
Ағас ҡоролмалары ныҡ иҫке булыуы сәбәпле, кирбес заводы күптән инде эшләмәй, әммә төтөн сыға торған торба өр-яңы кеүек. Торба үҙе бейек Һәм, әйтергә кәрәк, әйләнәһе лә ҙур: уның тирәләй әйлән-бәйлән йөрөһәң, ҡаршы яҡтағы балалар күренмәй ҙә. Беҙ беренсе класты тамамланыҡ, шуға ла уҡытыусыбыҙ беҙҙе кирбес заводына, әгәр улай тип әйтергә яраһа инде, экскурсияға алып китте. Бер нисә класташым, шул иҫәптән мин дә һуңғы аҙнала ҡыҙылса менән ауырыныҡ, шуға бер-беребеҙҙе һағындырған, беҙ^наярышабыҙ, көлөшәбеҙ. Төтөн торбаһы тирәләй йүгергәндә, ҡапыл ҡаршыға класташым Зүлиә сығып, туҡтала алмай ҡалдым. Ул маңлайы менән бәрелеп, мине ергә ауҙарҙы... Яҙ, кирбес заводы, төтөн торбаһы, Зүлиәнең маңлайы – беренсе кластың аҙаҡҡы көнө.
* * *
Класташым Хәлил мине район үҙәгенә һүрәт төшөрөү өсөн альбом артынан барып килергә күндерҙе. Альбом беҙҙең магазинда юҡ, ә уҡытыусы уны талап итә. Юлға әҙерләнә башланым: магазинға өс тауыҡ йомортҡаһы тапшырып, 15 тин аҡсалы булдым, итектәремде таҙарттым. Минең әҙерләнеүемде күреп, әсәйем һорап ҡуйҙы, ҡайҙа йыйынам әле ул мин? Беҙҙең пландар хаҡында әйткәс, ул шундай тауыш сығарҙы, йәнәһе, нисек итеп дәрестәремде ҡалдырып, ҡайҙалыр барырға йыйынғанмын? "Хулиган уй-ниәттәремә рәсем альбомы аҡлау була алмай ине. Ошо хәлдән һуң ғүмеремдә бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырманым ғына түгел, хатта иң ҡурҡыныс төштәремде лә, дәрескә йәки эшкә һуңлағанмын икән, тип күрәм.
Әминә уға беренсе кластан уҡ оҡшай. Гел уның хаҡында уйлай, мәктәпкә уны күрер өсөн ашыға, ҡышҡы каникулдар ваҡытында, бигерәк тә йәйгеләге мәлендә ҡыҙыҡайҙы ныҡ һағына. Әминә уның кисерештәре хаҡында, әлбиттә, бер нәмә лә белмәй ине
"Ул ҡыҫҡа шортыла, матур күлдәк кейгән, шулай уҡ ҡыҫҡа еңле, Әминә һеңлеһе менән яңылыштан төшөп киткән тәрән йырынға килә. Ул ҡулына эләккән һиғауҙы балта менән сабып өҙә лә, ҡыҙҙарҙы бәләнән ҡотҡара!", йәки, "Ҡыҙыҡайҙы ҙур эт үткәрмәй тора, ул үҙе лә эттәрҙән ҡурҡһа ла, таяҡ менән уны ҡыуып ебәрә, юл асыҡ, ә Әминәнең шатлығының сиге юҡ!" Уның һис тә батҡаны юҡ, сөнки малай йөҙә белмәй, ә йәл, уны һыуҙа батып барғанда ҡотҡарһаң, хәтәр булыр ине ул! Ул тағы ла үҙе Әминәнең ҡотҡарыусыһы булған әллә нисәмә осраҡ уйлап сығара, ә ҡыҙыҡай бының өсөн уны хатта үбеп ала…
Класташтар осрашыуы. Сал сәстәр уларҙың йәшен күрһәтеп тора, беренсе класта уҡый башлағандарына ярты быуат үткән... Әминә һис ҡасан да үҙен теләһә ниндәй бәләнән ҡотҡарырға әҙер булған беренсе класс малайы хаҡында белмәҫ...
...Ерҙә күпме әйтелмәгән мөхәббәт бар, улар кешеләргә тормошта яҡты ынтылыш һәм батырлыҡ эшләргә стимул биргән. Әгәр һәр кем әйтеп өлгөрһә, күпме өмөт юҡҡа сығыр ине...
* * *
Ер иҙәнле һәм ябылмаған ишекле таштан эшләнгән келәт – ул тере мөйөш, әгәр шулай тип әйтергә яраһа. Келәтте күршеләрҙең йорт ҡуяндары үҙҙәре яулап алған һәм иҙәндә өң соҡоған, тотош колония өсөн торлаҡ ойошторғандар. Уның алыҫ мөйөшөндә оҙонҡолаҡтар өңөнән соҡоп сығарған тупраҡ тау булып өңөлгән, кешеләр булғанда улар шунда уйнай башлай. Бына ошо урынды мәктәптеь биология укытыусыһы "тере мөйөш" тип атаны ла. Беҙ –мин, Самат, Мөхәррәм һәм бангка кластарҙан бер нисә малай мәктәптән алыҫ йәшәмәйбеҙ, шуға ла укытыусы йәйге каникулдар ваҡытында ҡуяндарҙы ашатып торорға ҡушты. Башта беҙ уларға йылға буйынан тал ташыныҡ,
Марат СӘЙЕТОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә