RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дөйөм йәмәғәтселек эше

07.08.2015 Дөйөм йәмәғәтселек эше

Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәткә талантлы йәштәрҙе ылыҡтырыу, ижад өлкәһендә алмаш тәрбиәләү юлы менән быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Ысынлап та, 2011 йылдың статистик мәғлүмәттәре буйынса, Яҙыусылар союзында ағза булып торған 229 кешенең алтмыш етеһе генә – 40 менән 60 йәш араһында (29,2 процент). Профес­сиональ яҙыусыларҙың күпселеге 60 менән 70 араһында, уларҙың һаны – 88 (38,4 процент), ҡалған етмеш дүрт яҙыу­сы 70 менән 90 араһында (32,3 процент). Әгәр пенсия йәшендәге яҙыусыларҙы бергә ҡушһаң, улар 70,7 процент тәшкил итә. Художестволы әҙәбиәтебеҙҙе тыуҙырыусыларҙың уртаса йәше 67 булыуы ла бигүк күңелле булмаған уйҙар­ға һала.

Был хәл яҙыусыларҙың үҙҙәрен дә борсомай ҡалмай, әлбиттә. Уҙған быуат аҙағында уҡ әле Башҡортостан Яҙыусылар союзының һәр съезында тиерлек әлеге мәсьәлә күтәрелмәй ҡалмай торғайны. Әлбиттә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүе төрлө факторҙар­ға бәйле ине. Иң беренсе сәбәп – художестволы әҙәбиәттең төп ҡоралы булған туған телгә кире мөнәсәбәт. Уның емергес эҙемтәләре әле булһа үҙҙәрен һиҙҙертеп тора. Быға рухи ҡиммәттәргә ҡараштың ҡырҡа үҙгәреүе, матди байлыҡҡа ынтылыштың көсәйеүе лә үҙ йоғонтоһон һала. Өҫтәүенә, һуңғы мәлдә бигерәк тә йәш быуындың йәне менән тәнен арбап, уларҙы үҙ ҡоршауында тотҡан интернеттың пәйҙә булыуы рухиәтебеҙҙең бәкәленә һуға.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, 2013 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер бүлексәһе булараҡ барлыҡҡа килгән Башҡор­тостан Республикаһы “Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарының мәғариф бүлектәре һәм урындарҙағы әҙәби берләшмәләр менән берлектә “Минең беренсе китабым” исемле ижади конкурс үткәреп килә. Уның положениеһына ярашлы, конкурста еңеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында, мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы шиғырҙары һәм хикәйәләре айырым китап итеп баҫтырып сығарыла.
Әйтергә кәрәк, йәштәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу буйынса эшмәкәрлек бынан ун йыл элек үк башланғайны. Ул саҡта мин, “Минең беренсе китабым” конкурсының положениеһын төҙөп, Учалы районының мәғариф бүлегенә тәҡдим менән сыҡҡайным. Шулай итеп, башта конкурс бер район сиктәрендә үткәрелеп, уның тәүге еңеүселәре билдәләнде – бер туған Урания һәм Светлана Вәхитовалар. Уларҙың “Миҙгел­дәр” тип аталған шиғырҙар китабы 2005 йылда Белорет ҡала типографияһында баҫылды. “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте матди ярҙам күрһәтте. 2006 йылда “Беҙҙең мәктәп” исемле йыйынтыҡ Ураҙ агролицейы уҡыусылары Эльвина Шәрипова, Алина һәм Әлиә Фәйзуллиналар, Ләйсән Хисамова, Азалия Йыһангированың шиғырҙарынан төҙөлдө. Был китапсыҡты сығарыуҙы ла Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ өҫтөнә алды. 2008 йылда ошо уҡ агролицей етәкселеге ярҙамы менән Рәсилә Ғарипова менән Мөнир Иҡсановтың “Ике ҡояш “ тип аталған китабы донъя күрҙе. Әлиә Лоҡманова менән Ләйсән Закирова еңеүсе тип табылды һәм уларҙың ата-әсәләренең матди ярҙамы менән китаптары донъя күрҙе. “Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы төҙөлгәндән һуң ижади конкурстың географияһы киңәйә төштө. Унда хәҙер Учалы менән Әбйәлил райондары мәктәптәре уҡыусылары үҙҙәренең тәүге шиғырҙарын, хикәйәләрен яҙа, ҡәләмдәрен һынай. Мәҫәлән, 2013 – 2014 уҡыу йылында уҙғарылған конкурс йомғаҡтары буйынса Учалының ҡала һәм районы мәктәптәренән Лидиә Динмөхәмә­тованың, Динара Батырши­наның, Светлана Хәкимйә­нова­ның шиғырҙары, Нәзилә Фәтҡуллинаның хикәйәләре “Юл башы” йыйынтығында баҫылды (бағыусылары – шәхси эшҡыуарҙар Фәнүзә Илдус ҡыҙы Хужаева менән Лариса Мәүлит ҡыҙы Баҡыева). Әбйәлил районы уҡыусыларының ижади эштәре “Йәйғор­соҡтар” тип аталған китапҡа тупланды (бағыусыһы – Әбйәлил районының мәғариф бүлеге). Китапсыҡта ун йәш авторҙың – Гөлнур Замалет­динова, Лилиә Солтанова, Айгүзәл Оморҙаҡова, Айсилә Иҫәнбулатова, Карина Ғәлиуллина, Камилә Сафина, Динара Ғәлләмова, Айгүзәл Ғәзизова, Илнара Кейекбаева һәм Сәлиә Хәсәнованың ижады тәҡдим ителә. Шуныһы ҡыуаныслы: әҙәби ижадта тәүге аҙымдарын яһаған балаларҙан Светлана Хәкимйәнова менән Карина Ғәлиуллина 2014 йылдың көҙөндә йәш яҙыу­сыларҙың Сибай ҡалаһында уҙғарылған зона конференцияһында ҡатнашты. Ә 2015 йылдың апрелендә Асҡарҙа үткәрелгән зона конференцияһында үрҙәге йыйынтыҡтарҙа сығыш яһаған уҡыусыларҙан Лилиә Солтанова менән Динара Ғәлләмованың тәүге ҡулъяҙмалары тикшерелеп, ыңғай баһаға лайыҡ булды. Уларҙың шиғырҙары “Тыуған яҡ биҙәктәре” тигән исем аҫтында айырым китап итеп нәшер ителде. Был изге эштә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова ҙур ярҙам күрһәтте. 2014 – 2015 уҡыу йы­лында ла уҡыусылар “Минең беренсе китабым” конкурсында әүҙем ҡатнашты. Унда Учалы районы мәктәптәрендә белем алған ун уҡыусының ижади эштәре һайлап алынды һәм “Яҡты эҙҙәр” исемле йыйынтыҡта баҫылып сыҡты.
Быйыл Әбйәлил районы мәктәптәренән 17 уҡыусының ижади эштәре һайлап алынып, китап итеп баҫтырып сығарыуға тәҡдим ителде. Тиҙҙән Илнара Бәшәрова, Айзилә Төркмәнова, Резеда Ниғмәтуллина, Лилиә Иғәшурина, Айым Мәғәфүрова, Динис Вәлиев, Әнил Әхмәтҡужин, Илшат Ғәлин, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Гүзәлиә Нафиҡова, Айзилә Ғәбитова, Әминә Ғәлекәева, Әҙилә Ғәниева, Ғәзиз Шириязданов, Айгүзәл Ғәзизова, Анжелика Сутункина, Рената Шәриповаларҙың тәүге ижади тәжрибәләре донъя күрәсәк. Әлбиттә, конкурста ҡатнаш­ҡан һәр бер уҡыусының киләсәктә шағир йә яҙыусы булып китмәүе лә ихтимал. Ләкин был балаларға яҙмыш ниндәй генә киләсәк әҙерләһә лә, уларҙың туған телгә һөйөү һаҡлаясағы, художестволы әҙәбиәт менән ғүмер буйы ҡыҙыҡһынасағы, гүзәллеккә ғашиҡ йәндәр булып ҡаласағы бәхәсһеҙ. Әҙәбиәт алдында торған маҡсаттарҙың береһе тап шул бит.
Ә инде 2015 йылдың апрелендә Белорет ҡалаһында уҡыусы балалар араһында уҙғарылған йыр конкурсын ысын мәғәнәһендә рухиәтебеҙ байрамы тип атарға булалыр. Композитор, балалар өсөн бихисап йыр авторы Мөхәррәм Сәлимовтың 80 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған конкурста Белорет, Бөрйән, Учалы райондары һәм Белорет ҡалаһы мәктәптәренән 122 уҡыусы ҡатнашты (18 яңғыҙ йыр, 18 ансамблдә йәмғеһе 104 уҡыусы сығыш яһаны). Ул көндә Белорет ҡалаһындағы 21-се мәктәптең акттар залы төрлө яҡтан йыйылған балалар менән шығырым тулды, бер нисә сәғәт буйы Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән берсә дәртле, берсә һағышлы йырҙар яңғыраны. Мәртәбәле сараны үткәреүҙә Белорет районы­ның мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, район һәм ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бик ҙур ярҙам күрһәтте. Ысын күңелдән оло рәхмәт уларға!
Йыйып әйткәндә, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең иртәгәһе көнөн ҡайғыртыу буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Иң мөһиме, үҙебеҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙә урындағы хакимиәт башлыҡтарының, райондарҙағы мәғариф, мәҙәниәт бүлектәренең аңлауын, төрлөсә күтәрмәләп тороу­ҙарын тоябыҙ. Бының икенсе төрлө булыуы мөмкин дә түгел. Сөнки милли рухиәтебеҙ тураһында хәстәрлек күреү – дөйөм йәмғиәт эше.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә