RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨ

13.06.2015 БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨ

БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨ Саммиттар ваҡытында донъя сәйәсәтенең үҙәге буласаҡ Конгресс-холл бинаһы янында үҫеп сыҡҡан мөһабәт Hilton Garden Inn Ufa ҡунаҡханаһы. Рәсәйҙәге классификация буйынса, беҙҙең Хилтон “4 йондоҙло” булып баһалана. Ҡунаҡхананың исемендә сит телдәге һүҙҙәр күп булһа ла, уны төҙөүҙә ҡулланылған милли колорит, милли дизайн иғтибарҙы йәлеп итә, ғорурландыра. 15 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ номерҙары, эш кабинеттары, конференц-залдар, ресторан бар.БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨТөрлө кешеләрҙә төрлө фекерҙәр уятһа ла, “Ике фонтан майҙаны”ында, Милли йәштәр театры артында үҫеп сыҡҡан оҙонлоғо – 11, бейеклеге 2 метрлыҡ был яҙыуҙы ла иғтибарға алғы килә. Нимә генә тиһәң дә, баш ҡалабыҙға булған яратыуыбыҙҙың символы булып тора, селфи эшләр өсөн иң популяр арт-проект.

Бер күреүҙән ғашиҡ иткән гүзәл баш ҡалабыҙ – Өфөнөң һәр тыҡрығы яҡын, биналары төрлө хәтирәләребеҙҙе һаҡлай, урамдары кәрәкле ерҙәргә илтә. Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы, төрлө парктар, китапханалар, университеттар, баҙарҙар – быларҙың барыһы ла беҙҙең тормош. Инде күҙ өйрәнеп, миллионлаған кешенең эҙҙәрен һаҡлаған урындарҙан башҡа, әле яңы ғына сафҡа ингән матур, мөһабәт биналар, майҙандар ҙа бик күп. Өфө үҫә, ул Рәсәйҙең иң матур, тарихи ҙа, заманса ла ҡалаларының береһе икәнлеген һәр көн иҫбатлап тора. 12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы тыуған көнөн билдәләй. Быйыл байрам айырыуса әһәмиәтле – тиҙҙән үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында Өфөлә бик күп бина сафҡа индерелә, төҙөкләндерелә. Түбәндәге фоторепортажда – ҡалабыҙға яңы һулыш өҫтәгән урындарҙың ҡайһы берҙәренә сәйәхәт.

БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨӨфөгә хәҙер бик юғарынан ҡарарға була – баш ҡалабыҙҙа ике күҙәтеү тәгәрмәсе эшләй. Яй ғына әйләнгән тәгәрмәстәге сәйәхәттә иң таң ҡалдырғаны шул – баш ҡалабыҙ тотош бер төҙөлөш майҙанын хәтерләтә.БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨu Быға тиклем һирәк-һаяҡ ҡына күрелгән граффитиҙы ла Өфөнөң биҙәге тип әйтеп була. Менделеев урамындағы билдәле һүрәт – бейеүсе башҡорт ҡыҙы, Сипайловолағы Гагарин һәм Жуковтың портреттары, Инорстағы Мадонна образы бик күп халыҡтың күңеленә ятты. Дим биҫтәһендә граффити менән шөғөлләнеүселәр аҡыл һәм мәғарифҡа өҫтөнлөк биргән – ундағы бер йортта Мифтахетдин Аҡмулла һүрәтләнһә, аҡыл символы булып һаналған өкө һүрәте лә бар. Фотола – Ленин урамын биҙәп торған граффити, ул 1812 йылдағы Ватан һуғышына арналған.

БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨЦюрупа һәм Әхмәтзәки Вәлиди урамдары киҫешкән урында урынлашҡан “Шератон”, “Аҡбуҙат” ипподромы янындағы “Park City” ҡунаҡханалары ла, саммит уңайынан Өфөнөң төрлө урындарында төҙөлгән башҡа биналар кеүек үк, зауыҡлы.
БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨАғиҙел йылғаһы яры – йәйәүләп йөрөр, ултырып ял итер өсөн иң матур урындарҙың береһе. Унда әле беҙгә тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн ҡыҙыу эштәр бара. Йылға ярында һөйгәнең менән етәкләшеп йөрөү, юғарыла күренгән Салауат һәйкәле, Конгресс-холл бинаһының аһәңе, Дуҫлыҡ монументы, ҙур күперҙең сағыу уттары – ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу минуттары өсөн тағы нимә кәрәк?!
БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЫБЫҘ УЛ – ӨФӨu Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын, туйҙарҙы романтик һәм мөхәббәтле һулышы менән тартып торған Салауат Юлаев исемендәге баҡса – төҙөкләндерелгәндәр иҫәбенән. Шулай уҡ уның тирәһендәге аллеялар, урамдар ҙа һүҙ тейҙерерлек түгел – күҙҙең яуын алып, балҡып тора. Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә лә, Сипайловола ла төҙөкләндерелгән ял урындары бик күп.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә