RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Роза Буканова:“Тарихҡа һоҡланыуҙан һәм ғәжәпләнеүҙән туҡтағаным юҡ”

23.01.2015 Роза Буканова:“Тарихҡа һоҡланыуҙан һәм ғәжәпләнеүҙән туҡтағаным юҡ”

Роза Буканова:“Тарихҡа һоҡланыуҙан һәм ғәжәпләнеүҙән туҡтағаным юҡ”Ябай ауыл ҡыҙының тарих фәндәре докторы, профессор кеүек дәрәжәләргә күтәрелеүе, яуаплы вазифалар биләүе һоҡландыра. Үҙенең белемгә ынтылышы, тырышлығы, эшһөйәрлеге, ғаиләнән, мәктәптән һалынған тәрбиәһе менән шундай кимәлгә күтәрелгән ул. Оло ҡаҙаныштары менән генә түгел, ябайлығы, кешелеклелеге, изге күңеллелеге менән дә ихтирам уята. Күренекле ғалимәне ауылдаштары, хөрмәтләп, Юлдыбай ауылының почетлы гражданы иткән. Роза Ғәфәр ҡыҙының юбилейы алдынан тормошо, донъяға ҡарашы хаҡында әңгәмәләштек.

– Һеҙҙең быйыл юбилей йылы. Тормош юлығыҙға күҙ һалып, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ: ҡыуанысмы, ғорурлыҡмы, әллә нимәнелер үҙгәртергә теләр инегеҙме?
– Быйыл – Еңеү йылы. Беҙ һуғыштан һуң тыуған балалар. кешеләрҙең Бөйөк Еңеүҙән рухланып, дәртләнеп, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, яңы тормош ҡорорға ынтылып торған сағы. Бына шуларҙы уйлайым да, беҙ барыбер бәхетле быуын булғанбыҙ, тигән һығымтаға киләм. Бала саҡта нисектер иркәләнеп кенә үҫкәнбеҙ кеүек тойола. Дәүләт кимәлендә балаларға иғтибар ҙур булды. Һуғыштан һуңғы мөхит тә, ауылыбыҙҙың район үҙәге булыуы ла (ул ваҡытта Юлдыбай Матрай районының үҙәге ине) тәрбиәгә йоғонто яһағандыр. Беҙ бала саҡта һайлау мөмкинлеге ҙур ине. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙа бер генә урта мәктәп, әммә унда рус һәм башҡорт кластары булды һәм һәр кем үҙе теләгән класта уҡый алды. Атайым, тормошто күп күргән кеше булараҡ, гел генә, әгәр ҙә ауылдан ситкә китергә булһағыҙ, рус телен өйрәнегеҙ, ти торғайны. Шуға күрә мин рус класын һайланым. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙем русса һигеҙ генә һүҙ белә инем. Бер мин генә түгел, күптәр шулай, хатта минән дә насарыраҡ белгәндәр булды. Класыбыҙҙа тик 3 – 4 кенә рус балаһы, ҡалғандары – башҡорт. Ә тәүге уҡытыусыбыҙ – Анастасия Степановна Писарева башҡортса бер һүҙ ҙә белмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙе уҡытыуҙы үҙ өҫтөнә алырға батырсылыҡ итеп, оло юлға баҫтырҙы. Уға шул тиклем рәхмәтлемен. Бик көслө уҡытыусы ине. Уҡып китеүе ауыр булманы, сөнки беренсегә барғанда башҡортса уҡый белә инем. “Һәнәк” журналын, апайымдың китаптарын уҡый торғайным. Атай-әсәйем бик күп гәзит-журнал алдырҙы, шуларҙы уҡып өйрәндек. Анастасия Степановна уҡый белгәнемде күргәс, мәктәп китапханаһына алып барҙы һәм элекке ҙур хәрефтәр менән яҙылған балалар өсөн әкиәттәр китабын алып биреп, ошоларҙы уҡы, тип ҡайтарып ебәрҙе. Рус телен әҙәби яҡтан өйрәнә башлағанға һәм мәктәптә төплө нигеҙ һалынғанға күрә әле лә яҙғанда ла, һөйләшкәндә лә үҙемде иркен тоям. Тормошома күҙ һалып, шул ваҡытты уйлайым да, ҡурҡып, рус класына бармаған булһам, бәлки, яҙмышым бөтөнләй башҡаса булған булыр ине.
Ғөмүмән, ниндәй генә фәнде алһаҡ та, ул ваҡытта уҡытыусылар бик көслө булды. Шуға күрә беҙҙең мәктәптән күренекле кешеләр күп сыҡты ла инде. Физкультура дәрестәре лә ныҡ иҫтә ҡалған. Бик теләп йөрөнөк, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Өфөлә йәшәй башлап, улым мәктәпкә барғас, шуныһы аптырата торғайны: физкультура дәресенә кәрәк-яраҡты ата-әсәләрҙән алдырттылар. һуғыштан һуңғы ауыр осор булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ауыл мәктәбендә айырым спорт залы булды һәм унда хатта ботинкалы саңғыларға тиклем булды. Шуларҙы өйгә алып ҡайтырға рөхсәт итеп, дәрестән тыш та саңғыла йөрөй торғайныҡ.
Ул заманда йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә иғтибар шул тиклем көслө булыуына әле булһа һоҡланам.
– Шул осорҙа тыуыуығыҙға үкенмәйһегеҙ, тимәк…
– Тап шул осорҙа тыуыуыма, үҫеүемә бик шатмын. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа булғандыр. Мәҫәлән, магазинда әйбер булманы. Әсәйем бәйләү, тегеү эшенә бик оҫта ине, беҙҙе лә өйрәтте. Үҙебеҙ кейем тегеп, бирсәткә бәйләп кейҙек. Кейенә лә, йәшәй ҙә, уҡый ҙа белдек. Йәй булһа, колхоз эшенә йөрөйбөҙ. Беҙҙең йәшлек шундай романтикаға бай, төрлө яҡлап ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булған, тип уйлайым. Береһе лә мәжбүри түгел, үҙең һайлаған юл буйлап китеп була: уҡыйһыңмы, эшләйһеңме, ғаилә ҡораһыңмы – үҙеңдең теләгеңдән тора. Патриотизм көслө ине.
– Бала саҡтағы мәктәп директоры булам тип хыялланыусы ҡыҙ менән бөгөнгө тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканова араһында ниндәй айырма бар?
– Мин ул ва­ҡытта директор иңендә күпме хужалыҡ эше ятыуын аңламағанмын, ә беренсе сиратта иң шәп педагог, йәғни уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тип күргәнмен һәм шул юғары кимәлгә күтәрелергә теләгәнмендер. Шул күҙлектән ҡарағанда, айырма юҡтыр, тип уйлайым. Сөнки мин әле лә йәш быуынға белем, тәрбиә биреү менән шөғөлләнәм.
– Йылдар үткән һайын тормошҡа ҡараш, ҡиммәттәрҙең баһаһы ла үҙгәрә торғандыр. Бөгөн һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә?
– “Прежде думай о Ро­дине, а потом о себе”, – тип йырҙа йырланған кеүек, беҙҙең быуын шулай тәрбиәләнгән, илһөйәрлек тойғоһо көслө, иң беренсе сиратта дәүләт, йәмғиәт мәнфәғәттәрен алға ҡуябыҙ. Бер ҡасан да тик үҙемде генә уйлағаным юҡтыр. Балалар үҙебеҙ менән бергә үҫте. Улыма гел, баланы тәүҙә атай-әсәй тәрбиәләй, үҫә килә балалар ата-әсәһен тәрбиәләй башлай, тип әйтә торғайным.Тормош ғаилә, эш, туғандар, дуҫтар менән гөрләп үтте. Олоғая килә, ейәндәр тыуа башлағас, ысынлап та, тормоштоң ҡыҙығы арта икән. Йәш саҡта балаларға биреп еткермәгән иғтибарҙы, күңел йылыһын уларға бирге, бүлге килә. Ниңә улыма күберәк ваҡытымды бүлмәнем икән, тип уйлаған саҡтар ҙа була.
Әлбиттә, ғүмерҙең һәр баҫҡысында тормошҡа ҡараш бер ни тиклем үҙгәрәлер. Әммә шулай ҙа яҙмышыбыҙҙы йәмғиәт яҙмышынан айырып ҡарап, нимәнелер беренсе йәиһә икенсе урынға ла ҡуйып булмай. Беҙ, тарихсылар, быны яҡшы аңлайбыҙ. Ғөмүмән, тормош һәр яҡлап бергә барырға тейеш. Минең гел шулай булды, мәҫәлән, университетта уҡығанда төрлө экспедицияларҙа, төҙөлөш отрядтарында, йәмәғәт (комсомол) эшендә әүҙем ҡатнаштым, бейеүгә лә йөрөнөм, спорт, фән менән дә шөғөлләндем, кейәүгә лә сыҡтым. Юғиһә кемдәр­ҙер, быны эшләйем дә, шунан тегеһен, ти, йәки, уҡып бөтәм дә шунан ғаилә ҡорам, тип уйлай. Был, минеңсә, дөрөҫ түгел. Сөнки ул тормошто тотҡарлау тигән һүҙ. Һуңынан мөмкинлек булыр ҙа, әммә ваҡыты үткән булыуы ихтимал. Барыһы ла бергә барғанда ғына йәшәүе лә ҡыҙыҡ, үкенестәр ҙә булмай.
– Тарих менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ нимәнән башланды? Ни өсөн тап ошо фәнде һайланығыҙ?
– Нисек, ҡасан тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уянғандыр – аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бәлки, ғаиләлә атайым аша һалынғандыр. Әйтеп үтеүемсә, ул – күпте күргән кеше, граждандар һуғышында ҡатнаша, 30-сы йылдарҙың ҡатмарлы ваҡиғалары шаһиты булып, колхоз төҙөү эштәренең уртаһында ҡайнай, Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үтеп, Бөйөк Еңеүҙе Берлиндан 40 саҡрым алыҫлыҡта ғына ҡаршылай. Һуғыштан ҡайтҡас, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, коммунист булараҡ, илдәге ваҡиғаларға бик иғтибарлы булды. Атайым ғаилә мәсьәләләрен генә хәл итеп йәшәмәне, уның тормошо бөтә илдең яҙмышы менән бергә үрелеп барҙы. Өйөбөҙҙә китаптар (тарихи, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт) күп була торғайны. Педучилищены тамамлағас, мине Ейәнсура районының бәләкәй генә ауылына эшкә ебәрҙеләр. Шунда эшләп йөрөгәндә ауылдарға концерттар менән йөрөйбөҙ. Сираттағы концерт Муйнаҡ ауылында булды. Иҫемдә, шул бәләкәй генә ауыл китапханаһында В. Татищевтың Рәсәй тарихы тураһындағы китабын мауығып уҡығайным. К. Маркс, Ф. Энгельстың әҫәрҙәрен дә йотлоғоп уҡый торғайным. Минең өсөн шуларҙан да ҡыҙыҡлыраҡ китап юҡ кеүек ине, күрәһең, шул ваҡытта уҡ тарихҡа ҡыҙыҡһыныу булған.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инеүем дә осраҡлы ғына килеп сыҡты. Комсомолдың район комитетында эшләп йөрөгәндә Өфөгә семинарға ебәрҙеләр. Июль аҙағы – август башы ине. Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү имтихандары барған мәл. Мин дә бер юлы имтихандарҙа ҡатнашырға булдым. Педучилищела уҡытыусылар көслө булды, шуға күрә миңә күп фәндәр оҡшай ине. Ни өсөн тарих факультетын һайланым? Сөнки, әҙерлекһеҙ килгәс, унда минең өсөн иң еңел имтихандар ине: тарихтан, рус теле һәм сит телдән. Документ тапшырғанда иғтибар итмәгәнмен, имтиханға килһәм, бер урынға 12 кеше булып сыҡты. Алдан белгән булһам, баҙнат итмәҫ инем. Бына шулай уҡыр­ға инеп киттем.
– Әле лә үҙ һөнәрегеҙгә ғашиҡһығыҙ...
– Тарихҡа һоҡланыуҙан һәм ғәжәпләнеүҙән туҡтағаным юҡ! Борсолған мәлдәрем дә була. Тарих – ул бик ҡыҙыҡлы фән. Көн һайын үҙемә бер яңылыҡ асам. Мөмкинлек булғанда, архив­ҡа барып, тарихи документтарҙы өйрәнергә тырышам. Тарих – беҙҙең тормош бит ул. Яҙмыш тигәндә, айырым шәхестең тормошон күҙ алдына килтерәбеҙ, ә тарих – ул дөйөм халыҡтың яҙмышы. Кемде алһаҡ та, барыбыҙ ҙа тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашып йәшәйбеҙ.
– Тарих, ул ҡулса кеүек, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта, тарихи ваҡиғалар ҡабатланып тора, тиҙәр. Бөгөнгө осорҙағы ваҡиғаларҙы ҡайһы быуаттағы ваҡиғалар менән сағыштырыр инегеҙ?
– Тарихсыға бөгөнгөгә баһа биреүе ауыр. Сөнки беҙҙең фән үткән заманға, үткән быуаттарға ҡағыла. Әлеге ваҡиғаларға баһа биреү өсөн күпмелер ваҡыт үтергә тейеш. Беҙ уҡыған саҡта, 50 йыл үтһә генә дөрөҫ баһа биреп була, тип әйтә торғайнылар. Бөгөнгө көн менән иһә политологтар, социологтар, политтехнологтар шөғөлләнә. Ысынлап та, улар әлеге көн проблемаларын халыҡҡа үткән заманға бәйләп, тарихҡа таянып аңлатырға тырыша. Әммә был дөрөҫ түгел. Сөнки ваҡиғалар оҡшаш кеүек тойолһа ла, улар бер үк булмай. Грек фәйләсүфтәре әйтмешләй, бер үк йылғаға ике тапҡыр инеп булмай. Шуның кеүек үк, донъя үҙгәреп тора, территориаль бүленештәр, дәүләт ҡоролоштары, технология, техника икенсе, халыҡ та башҡаса фекерләй. Бөгөн беҙ глобаль донъяла йәшәйбеҙ, бөтә донъя менән бәйләнештәбеҙ, үҙебеҙҙең дәүләтте генә айырып ҡарай алмайбыҙ.
– Башҡорт халҡының тарихы бик бай, тибеҙ. Үҙ халҡыңдың тарихын өйрәнеү ни өсөн кәрәк?
– Үҙ тарихын өйрәнеү халыҡҡа көс бирә. Тарихты фәһем алыр өсөн өйрәнергә кәрәк, ҡабатлау өсөн түгел. Булған хаталарҙы ҡабатламау, тарихтағы күренекле ваҡиғаларға тоғро булып ҡалыу һәм үҙ-үҙеңә ниндәйҙер ихтирам уятыу өсөн тарихты белергә кәрәк. Башҡорт халҡының тарихы, ысынлап та, иҫ киткес бай. XVI – XVIII быуаттарҙа аҫаба башҡорттар шундай юғары дәрәжәлә – Мәскәү батшалары менән бөйөргә таянып һөйләшер кимәлдә булған. Халҡыбыҙ иҡтисади, сәйәси, рухи яҡтан бик көслө булған, шуға күрә лә Рәсәй батшалары улар менән ныҡ иҫәпләшкән, тиң күреп аралашҡан. Әммә үткән тарих менән генә мауығып, бөгөнгө көндө лә оноторға ярамай. Тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә тейешбеҙ: бөйөк тарихыбыҙға тоғробоҙмо, шул кимәлгә күтәрелгәнбеҙме, күренекле шә­хестәребеҙ кеүек була алабыҙмы, беҙҙе сит илдәрҙә нисек ҡабул итәләр… Үткәнебеҙ менән ғорурланып, һоҡланып, үҙебеҙҙе ты­ныс­ландырып, артҡа ҡарап ҡына йәшәмәһәк ине.
– Һеҙ бик күп яуаплы вазифалар биләнегеҙ. Карьера баҫҡыстары буйлап күтәрелергә нимә ярҙам итте: белемме, тырышлыҡмы әллә булмышығыҙмы?
– Яҙмыш. Әсәйем әйтмешләй, һәр кемдең яҙмышы маңлайына яҙылған. Ә эшкә килгәндә, ул минең гел беренсе урында тора. Нимәгә генә тотонһам да, бөтә күңелемде һалып, бирелеп эшләйем. Был – минең булмышым.
– Иң бәхетле мәлегеҙ?
– Айырып ҡына әйтеүе лә ҡыйын. Бәхет үҙеңдән, күңел тыныслығынан торалыр. Атайым, үҙеңде нисек тояһың, шулай була, тип әйтергә яратты. Күңелең тыныс икән, барыһы ла яҡшы, тимәк. Бала сағым, йәшлек йылдарым бик бәхетле үтте, тип әйтә алам. Бер улым, өс ейәнем, бер ейәнсәрем бар. Был яҡтан да шул хәтлем бәхетлемен. Үҙем ҙур ғаиләлә үҫкәс, улымдың ғаиләһе ишле булыуына бик шатмын. Киленемә ҙур рәхмәт. Улар әле Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Туғандарым менән дә аралашып, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Уҡыуҙан, эштән дә бәхетем бар, Аллаға шөкөр.
– Тормош – иң яҡшы мәктәп, барыһына ла өйрәтә, тиҙәр. Һеҙҙе нимәләргә өйрәтте ул?
– Йәшәргә өйрәтте. Тормош һабаҡтары тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ололарҙың һүҙенә йышыраҡ ҡолаҡ һалырға кәрәк. Тормош тәжрибәһе – ул үҙеңдең генә тәжрибәң түгел, кешеләр менән аралашып, уларҙан бик күп тәжрибә тупларға мөмкин. Мин, мәҫәлән, кешенең төҫ-башын, кейемен хәтеремдә ҡалдыра алмайым, насар яғын да күрмәйем, ә уның әйткән һүҙҙәре, фекерҙәре һәр ваҡыт иҫемдә ҡала. Тарихи шәхестәрҙең тормошонан да бик күп фәһем алырға мөмкин.
– Һеҙ, Ҡөрьәнде лә уҡыйым, тигәйнегеҙ…
– Эйе, мин уны дин кешеһе булараҡ түгел, ә тикшеренеүсе булараҡ уҡыйым. Үҙемә мәғлүмәт алыу өсөн. Ҡөрьәндән дә, фәнни китаптарҙан да, әҙәби әҫәрҙәрҙән дә тормош өсөн кәрәкле бик күп файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин. Психология буйынса китаптар ҙа уҡырға яратам. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә суицидҡа, тө­шөнкөлөккә бирелеүгә ҡағылышлы бер сүрә бар. Уның мәғәнәһе шундай: был матур донъяны ниңә ташлап китергә, һеҙҙең өсөн төрлө матур илдәр, ерҙәр булдырылған, шунда бәхетегеҙҙе таба алаһығыҙ, тиелә. Ысынлап та, әгәр ҙә тормошоң алға бармай икән, йәшәгән урыныңды, мөхитеңде, эшмәкәрлегеңде ал­маштырып, үҙеңде икенсе өлкәлә һынап ҡарар­ға мөмкин. Ауыр ваҡыттарҙа сит ҡалаға уҡырға китә торғайным. Докторлыҡ диссертацияһы яҙыуым, мәҫәлән, илдәге иң ауыр көрсөк йылдарына тура килде. 1994 йылдан 1998 йылға тиклем Мәскәүҙә йәшәнем, диссертация яҙҙым. Һәм ул осор минең өсөн бик матур йылдар булып хәтеремдә ҡалған, сөнки архивтарҙа ултырып, алдыма алған теманы ҡыҙыҡһынып өйрәнеү, ҡуйған маҡсатыма ирешеү – үҙе бәхет. Уларҙың һөҙөмтәһе булараҡ ғилми әҫәрҙәрем донъя күрҙе. Тимәк, ауыр ваҡыттарҙы ла файҙалы итеп үткәрергә мөмкин, һәр хәлдән сығыу юлы бар.
– Һеҙ студенттар менән эшләйһегеҙ. Үҙегеҙҙең йәш сағығыҙ менән сағыштырып, бөгөнгө йәштәр хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Хәҙерге йәштәр бик белемле. Улар менән эшләүе ҡыҙыҡ, төрлө темаға фекер алышып була. Тик уларҙың белеме системаға һалынмаған. Беҙгә ваҡытында системалы белем бирә торғайнылар. Йәш саҡта бит әйтеүсе, өйрәтеүсе кәрәк. Хатта беҙ ҙә булған белемебеҙҙе биреп еткерә алмайбыҙ, сөнки дәрестәр һаны ныҡ ҡыҫҡарҙы. Элек семестрҙа бер предметтан ғына 60 сәғәт лекция булһа, хәҙер Болон системаһы буйынса 20 сәғәт кенә ҡалды. Бөгөнгө йәштәргә йәшәүе лә ауырыраҡ. Беҙҙең стипендия йәшәргә лә, кейенергә лә етте. Хәҙергеһе бер нисә көнгә генә етерлек. Шуға күрә студенттар эшләргә мәжбүр. Эшләгәс, башҡаһына ваҡыт ҡалмай. Ә беҙ буш ваҡытыбыҙҙы театр, күргәҙмә, музейҙарға йөрөп үткәрә, хатта Мәскәүҙәге күргәҙмәләргә барып ҡайта инек. Стипендия 40 – 45 һум булһа, самолетҡа билет студенттарға ташлама менән 7 һум торҙо.
– Эш хәҙер тағы ла күберәк, тигәйнегеҙ. Әле ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
– Яңы йылды бик яҡшы кәйеф менән ҡаршы алдым, сөнки 29 декабрҙә Сибай ҡалаһынан талантлы уҡыусым Миңнур Шаһиева диссертация яҡланы. Бик уңышлы булды, ситтән килгән оппоненттар уның эшенә юғары баһа бирҙе. Бөтәһе бергә 17 тарих фәндәре кандидаты әҙерләгәнмен. Хәҙерге ваҡытта һигеҙ аспирантым бар, өсәүһе – Ҡаҙағстандан. Уҡытыу эше лә күп ваҡыт талап итә. Һәр лекцияға яңынан әҙерләнәм, сөнки бер үк материалды ике тапҡыр ҡабатлау үҙем өсөн ҡыҙыҡ түгел. Дәрестәрҙең электрон версияһын эшләйем. Конференцияларға саҡырыуҙар күп, унда барыу өсөн дә доклад әҙерләргә тура килә. Ҡыҫҡаһы, эш күп.
– Юбилейығыҙ менән һеҙҙе, артабан да һәр эшегеҙҙә уңыш юлдаш булһын.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә