RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙең 102-се хәрби базаһы ҡасан партизан отрядына әйләнәсәк?

20.01.2012 Рәсәйҙең 102-се хәрби базаһы ҡасан партизан отрядына әйләнәсәк?

йәки Иранға тоҫҡалған уҡтар сәпкә барып етерме?
Америка ҡушма Штаттары менән Иран араһында «ҡайнар хистәр» быуы күктәрҙе тултыра. Үҙ-ара мөнәсәбәттең ҙур янғын сығарыуына бер генә тоҡанған шырпының бәләкәс кенә сатҡыһы ла етә һәм, рәхим ит, гөлтләп китәсәк.
«Был ике аралағы һуғыш глобаль конфликтҡа килтерәсәк», – тигән фекерҙә заманса Иранды өйрәнеү үҙәге директоры Рәжәп Сәфәров. Әгәр ҙә яу була ҡалһа, меңәрләгән кеше генә түгел, ә тотош дәүләттәрҙең дә юҡҡа сығыуы ихтимал.
Рәсәй эксперттары ла Иранға бөгөнгө теш ҡайрауҙы, АҡШ-тың, шулай уҡ ҡайһы бер Европа илдәренең һәм Израилдең алдан күҙалланған стратегияһы, тип иҫәпләй.

Иран Ливия түгел...

Америка менән Иран быға тиклем дә дуҫ йәшәмәне. Океан аръяғынан һуңғы «өрөү» Тәһрандың Ормуз боғаҙын ябасағы тураһындағы ниәте билдәле булғандан һуң ишетелде. Иран властары уны ла бушҡа уйлап сығарманы, сөнки Евросоюз был дәүләттең нефтен һатыуға ҡаршы санкциялар хаҡында һөйләй башлағайны. Ислам республикаһы етәкселегенең үҙ дәүләтендә ыҙғыш тыуҙырғыһы килмәй ҙә ул, әммә быға ситке көстәр этәрә. Бында һүҙ ситтән бер яҡлы санкциялар хаҡында бара. Шулар арҡаһында Иранды халыҡ-ара хоҡуҡты боҙоуҙа, БМО резолюцияларын үтәмәүҙә ғәйепләйҙәр.
Ормуз боғаҙы аша донъя нефтенең 40 проценты үтә, был – көнөнә сама менән 16 – 17 миллион баррель. Фарсы ҡултығы илдәренең иһә 90 процент нефть экспортының юлы ошо. Ғәрәп ярымутрауында торбалар бар барлыҡҡа, әммә уларҙың ҡеүәте етерлек түгел. Боғаҙ юлына альтернатива юҡ, тигән һүҙ был. Эш хәрби бәрелешкә барып етһә, донъяның энергетика баҙары быға тиклем күрмәгәнен кисерәсәк. Әлегә Иранға АҡШ менән Израиль янаһа, Американың тоғро «ҡойроғо» – Бөйөк Британия ла әҙерлек башлаған. Әммә һағайыңҡырап торалар, буғай. Иран Ливия түгел. Уның ядро ҡоралы бармы-юҡмы, ә бына баллистик ракеталары бар. Өс һәм алты мең километр арауыҡҡа атыуға тәғәйенләнгән «Шехаб – 5» һәм «Шехаб – 6» ракеталары хаҡында һүҙ бара.
Әммә ысынында иһә Иран был төбәктә юлды ябырға йыйынмай, нефть йөгөнә әҙ генә лә кәртә ҡуйҙыңмы, уның бер нисә илде, шул иҫәптән Ирандың үҙен дә иҡтисади ауырлыҡтарға дусар итеүен яҡшы аңлайҙар инде.
Үрҙә телгә алынған Рәжәп Сәфәровтың тағы бер фекере әһәмиәтле: «Фарсы ҡултығының энергоресурстарҙы Көнбайышҡа һатҡан ҡайһы бер дәүләттәре, ғөмүмән, ғәрәп илдәре американдар менән шундай килешеү төҙөгән: йәнәһе, әгәр ҙә Иранға ҡаршы санкциялар ғәмәлгә инеп, унан ситкә нефть сығарыу туҡталһа, АҡШ был илдәргә юғалтыуҙы ҡаплай. Хаҡтар биржалағыға ҡарағанда ике тапҡыр түбән була. Бында һүҙ көнөнә 2,4 миллион баррель хаҡында бара». Әлеге илдәрҙең Иранға көнсөл күҙ менән ҡарауҙарын, ҡаршы сыҡмаҡсы булыуҙарын аңларға мөмкин. Уларҙың Иран һымаҡ уҡ ирекле булғылары килә. Әммә әлегә Америка «ҡурайына бейергә» мәжбүрҙәр, сөнки башлыҡтары – Көнбайыштың марионеткалары.
Иран бойондороҡһоҙ булған саҡта һәр ваҡыт бүтәндәрҙең, теүәл әйткәндә, АҡШ-тың йәнен көйҙөрөүсе булып ҡаласаҡ.
Тағы шуныһы: Ирандың күршеләре яу менән килергә бигүк атлыҡмай, ни өсөн тигәндә, уның бер сәғәт эсендә быларҙың нефть һәм газ структураһын емеререн яҡшы белә.

Ирандың хәрби әҙерлеге

Был хаҡта мәғлүмәттәр төрлө. Берәүҙәр, Иран Ормуз боғаҙында теләһә ҡайһы судноны һыу аҫтына ебәрә ала, ти. Хәрби-диңгеҙ флоты ла ҡеүәтле, торпедалар сығарыусы технологиялары иһә донъяла иң яҡшыларҙан һанала. Хатта Рәсәй менән АҡШ-тың ҡоралдарын тиҙлектә һәм тауыш­һыҙ булыуҙа уҙып та китә.
Етмәһә, диңгеҙ миналары ла бар. Улар ҙа иң яңы технология буйынса эшләнгән, табыуы бик ҡыйын. Ә үҙҙәре хатта «эсминец»тарҙы ла юҡ итә ала. Боғаҙға Иран ракеталары илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән барып етә. АҡШ һәм уның союздаштары был тирәлә тиҙ генә ракетаға ҡаршы оборона ойоштороп өлгөрмәйәсәк икән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Иран һуғыштан әҙ генә юғалтыуҙар менән дә сыға аласаҡ, быға мөмкинлектәре лә бар кеүек. Был иһә ғәрәп илдәренә файҙа бирмәй. Һуң, уларға бит, бөгөн Америка менән йәнәш эш алып барған өсөн ғәйептәрен танып, Иран менән мөнәсәбәттәрҙе яйларға кәрәк буласаҡ.
Шәхси составҡа килгәндә, ислам республикаһының хәрби етәкселеге быға үтә лә етди иғтибар бүлә. Төп урындарҙың береһен, ил дошман тарафынан оккупацияланған булһа, партизан һуғышы шарттарында һалдаттар­ҙың һәм офицерҙарҙың хәрби әҙерлеген камиллаштырыу ала. Шулай уҡ ғәскәрҙең әхлаҡи-психологик, идеологик (был юҫыҡта – дини) әҙерлеге лә мөһим йүнәлештәрҙән һанала.
Икенсе сығанаҡтар белдереүенсә, Ирандың ҡоралланыу һәм хәрби техника менән хәле ҡатмарлы ғына. Илдең байтаҡ ҡоралы иҫкергән, тигән фекерҙә белгестәр. Хатта үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарына барып тоташа икән. Хәрби авиация иҫкергән Америка (Ғ – 4, Ғ – 5), Франция (Ғ – 1), ҡытай (Ғ – 7), Рәсәй (Су – 24, Су – 25) самолеттарынан тора. Яңыларҙан беҙҙең илдең МиГ – 29, АҡШ-тың Ғ – 14-ен атарға мөмкин.
Иң яңы ҡоралдары – Ирандың үҙендә етештерелгән ракета. Был юҫыҡта илдең 30-ҙан ашыу «Шехаб – 3» ракетаһы бар тигән мәғлүмәт билдәле. Уның бер төрөн былтыр ноябрҙә үткәрелгән күнекмә-уҡыуҙарҙа ла ҡулланғандар. Был 1,9 мең километр алыҫлыҡҡа тәғәйенләнгән ҡорал булған. Уларҙың тағы ла ике мең саҡрым арауыҡҡа ата торғаны ла бар. Үрҙә телгә алынған «Шехаб – 5», «Шехаб – 6»-лар хаҡында ла оноторға ярамай.
Әйткәндәй, яңыраҡ Тель-Авивтан шундай хәбәр ишетелде: Израиль әрмеһендә алыҫ операциялар үткәреү өсөн айырым команда тупланған. Быны белгестәр үҙҙәренсә «уҡыны» – тимәк, Ирандың ядро объекттарына һуғыш асыуға һуңғы әҙерлеккә нөктә ҡуйылды.
Ирандың ядро объекттары ҡайҙа һуң? Иң билдәлеләре Арак (реактор, завод), Ардакан, Аббас (тау-байыҡтырыу комбинаты), Дарховейн, Бушер (атом электр станцияһы), Саганда (уран руднигы), Исфахан, Кум, Натанза, Тәһранда (ғилми-тикшеренеү институттары, заводтар) урын­лаш­ҡан. Һуғыш башлаһалар, тап ошо ҡалалар хәүеф аҫтында ҡала тигән һүҙ. Эксперттар фаразлауынса, объекттарҙың бер өлөшө күҙәтеүселәргә билдәле түгел, мәмерйәләрҙә, ер аҫтында йәшерелгән.

Яҡын Көнсығыштағы «ҡара яу» Рәсәйгә нимә менән янай?

Беренсенән, беҙҙең ил биләмәһенең бер өлөшө, Каспий диңгеҙе радиоактив йәһәттән бысранасаҡ. Икенсенән, һуғышҡа ҡыҫылыу ихтималлығы ла юҡ түгел. Мәҫәлән, беҙҙең Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһындағы 102-се хәрби база ҡамауҙа ҡалһа, Мәскәү, әлбиттә, сараһын күрәсәк. Бөгөн уны Әзербайжан аша ғына ҡоралландырып-йыһазландырып торалар, сөнки Грузия самолеттарыбыҙға үҙенең күге аша осорға рөхсәт итмәй, тимер юлы Абхазиялағы һуғыштан һуң өҙөлдө. Әгәр Әзербайжан Көнбайыш позицияһын алһа, 102-се база йә Брест ҡәлғәһенә, йә партизан отрядына әйләнәсәк. Нисек кенә булмаһын, Кремль көньяҡ ҡапҡаларҙы нығытыу яғында.
2020 йылға Каспий флотилияһы 16 яңы карап, «Бастион» тип атал­ған яр буйы ракета комплекстары (һыу өҫтөндәге «сәп»те юҡ итеүсе «Яхонт» ҡанатлы ракеталары менән йыһазландырылған) аласаҡ. Һорау тыуа: был ҡоралдар кемгә ҡаршы йүнәлтелер икән? «Яхонт» 300 км арауыҡҡа тәғәйенләнгән. Ул яҡын тирәләге дәүләттәргә осасаҡ инде. Бында дүрт кенә күрше бар: Әзербайжан, ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Иран. Һәр береһе ҡоралланыу йәһәтенән Рәсәйҙән ҡалыша.
Каспий тирәләй бәхәстәр һаман бара. Уны нисек бүлергә белмәй­ҙәр. Дөрөҫөрәге, һәр кем үҙенсә бүлергә теләй. Бында нефть, газ, биоресурстар ҙур роль уйнай. Тәүге өсәү диңгеҙҙе урта тирәнән бүлергә тырышһа, Иран яғы иһә, һәр биш дәүләткә биштән бер өлөш тейергә тейеш, тип бара. Был аңлашылмаусанлыҡтың осо-ҡырыйы юҡ кеүек. Барыһына ла билдәле булыуынса, хоҡуҡ көсө ғәмәлдә түгел икән, көс хоҡуғы бойомға ашырыла.
Рәсәй Сәйәси-хәрби анализ институты директоры урынбаҫары Александр Храмчихин фекеренсә, һуғыштың, ысынлап та, булыуы ихтимал. Ирандың Сүриәнән башҡа союздаштары ла ҡалмаған тиерлек. Рәсәй ситтә ҡалыр, тигән өмөт бар. Шулай ҙа былтыр күнекмәләрҙә Рәсәй менән берлектә ҡаҙағстан һалдаттары беҙҙең нефть һәм газ үткәргестәренә диңгеҙҙән, ҡоро ерҙән килгән һөжүмде (был тәңгәлдә Ирандан асылыуы ихтимал һөжүмде тип аңларға кәрәктер) кире ҡағырға өйрәнде.

Ә был ваҡытта...

Рәсәйҙә мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. Беҙ мартта ил башлығын һайлаясаҡбыҙ. Ошо уңайҙан Президентлыҡҡа кандидат – Премьер-министр Владимир Путиндың «Россия сосредоточивается – вызовы, на которые мы должны ответить» тигән авторлыҡ мәҡәләһе баҫылды. Бында Рәсәйгә ниндәй хәүеф һәм бурыс­тар «янауы» хаҡында бәйән ителә.
Владимир Путин билдәләүенсә, илдең айырым бер элитаһының эҙмә-эҙлекле үҫешкә ҡарағанда революцияға ынтылышы – Рәсәйҙең даими ҡабатланып торған проблемаһы. Бөгөн сәйәси процесты яңыртыуҙың төрлөсә вариантын ҡарайҙар. Нимә тураһында һөйләшергә кәрәк һуң? Власты нисек төҙөү хаҡындамы? Уны «яҡшы кешеләргә» биреү тураһындамы? Ә артабан нимә эшләргә?
«Минеңсә, Рәсәй граждандары сәйәсмәндәрҙең ҡаҙаныштары менән етешһеҙлектәре хаҡында ғына түгел, ә шул сәйәсмәндәр тәҡдим иткән программалар хаҡында ла фекер алышырға тейеш. Киләсәк, өҫтөнлөктәр, милли үҫеш, перспективалар тураһында киңәйтелгән диалог кәрәк», – тип башлаған Путин һүҙен.
Донъя финанс көрсөгө Рәсәй үҫеше өсөн ике йылдағы тырышлыҡты юҡҡа сығара яҙһа ла, аша атлап үтелде. Беҙ СССР осорондағы иң яҡшы йылдар күрһәткестәрен үтеп киттек, тиелә мәҡәләлә. Иҡтисадтың нисек үҫеүе, уның мөмкинлектәре, киләсәккә күҙаллауҙар хаҡында быға тиклем дә Путиндың, ил Президенты Дмитрий Медведевтың сығыштарында ишеткән булды.
«Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә Европала урта синыф тип аталған ҡатлам төркөмө ярайһы уҡ артты. Был – килемдәре нимә һатып алыр­ға, нисек ял итергә, аҡсаны йыйырға-тотонорға һайлау мөмкинлеге биргән граждандар. 1998 йылда урта ҡатлам 5 – 10 процент ҡына тәшкил итһә, хәҙер төрлө баһалар буйынса – 20 – 30 процент. Был күрһәткес артабан да үҫеп, йәмғиәттә күпселекте тәшкил итергә тейеш. Әлеге төркөмдө табиптар, уҡытыусылар, инженер­ҙар, квалификациялы белгестәр тулыландырыуы зарур, – тип яҙа Путин. – Рәсәйҙең төп өмөтө – юғары кимәлдәге белемле халыҡта, тәү сиратта – йәштәрҙә. Мәғариф революцияһы Рәсәй йәмғиәтенең, иҡтисадыбыҙҙың йөҙөн тамырынан үҙгәртәсәк. Кеше ғилемле икән, ғүмер оҙонлоғо ла арта, енәйәттәр әҙ ҡылына, асоциаль тормош рәүеше кәмей. Быларҙың барыһы ла беҙҙең киләсәккә уңайлы мөхит булдыра.
Граждандар власть алдына ғәҙел талаптар ҡуйып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә кәрәкле эштә ҡатнаша – ихаталарҙы төҙөкләндереү, инвалидтарға ярҙам итеү, балалар ялын ойоштороу һ.б. Киләсәктә бындай башланғыстар­ға дәүләт тә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн Рәсәй үҫешенең совет осоронан һуңғы этабы тамам. Хәҙер яңы база, яңы сифатта алға аҙымдар яһау өсөн бөтә шарттар бар».










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы