RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әгәр ҙә ваҡытында табиптарға күренһәм…

17.10.2014 Әгәр ҙә ваҡытында табиптарға күренһәм…

(Бер онкоауырыуҙың тарихы).

Барыһы ла биш йыл элек башланды. Уйламағанда ғына күкрәгемдә ҙур булмаған төйөр таптым, әммә быға әһәмиәт бирмәнем. Мин тренер, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн артыҡ әүҙем физик эштәр башҡара ала инем – ауыр рюкзак күтәреү, баҡсала эшләү һ.б. Бер ваҡытта ла етди ауырыуҙарға юлыҡҡаным булманы. Шунлыҡтан, тимер организмым был осраҡта ла еңеп сығыр, тип уйланым. Шулай ҙа онкодис­пан­сер­ға ба­рып килдем – һө­ҙөмтә ҡы­уа­ныс­лы түгел. Та­биптар мөм­кин тиклем ти­­ҙе­рәк операция яһа­тыр­ға кәңәш итте. Ҡәтғи баш тарттым.

Тәүҙә Ма­лахов схема­һы буйынса “тулы таҙарыныу” үткәрҙем. Арта­бан эсәклекте таҙартыуҙы йыл һайын ике тапҡыр ҡабатланым. Алты тапҡыр бауырымды махсус клиникала һәм ике тапҡыр үҙ аллы таҙаланым. Йыш ҡына ас йөрөнөм, шул иҫәптән 7–10-шар көн рәттән. Яңы ғына һығылған кишер һәм сөгөлдөр һутын эстем.

Үҙемде быға тиклем дә яҡшы тоя инем, хәлем тағы ла яҡшырҙы. Йыйырсыҡтар яҙылды, тел таҙарҙы, тән еңеләйҙе – барыһы ла китаптар­ҙағы кеүек. Тик бына шеш кенә үҫкәндән-үҫте. Мин сиргә тиклем дә 10 йыл вегетариан инем, хәҙер диетаны тағы ла ҡатыраҡ иттем: һөт, сүпрә һалып бешерелгән аҙыҡ-түлекте, икмәк ашаманым. Көн­дә­лек эшмәкәрлеккә бының кире һөҙөмтәһе булманы, тренажер за­лында гантелдәр һәм штангалар менән шөғөлләндем, саңғыла йүгер­ҙем, йәйгеһен 3-сө категория ауырлыҡтағы походҡа барып ҡайттым.

“Өмөт хәбәрсеһе” Алтай гәзите менән яҙыша башланым, улар миңә төрлө үләндәр, тамырҙар ебәреп торҙо. Бөтә рекомендацияларҙы үтәһәм дә, УЗИ күкрәгемдәге шештең яйлап булһа ла ҙурая барыуын күрһәтте. Кәрәсин ярҙамында ла таҙарынып ҡараным. Ике тапҡыр экстрасенстар ярҙамына мөрәжәғәт иттем, улар, шештең кәмей барыуын күрәбеҙ, тип ышандырһа ла, табиптар киреһен һөйләне.
Ошо бөтә сараларҙан һуң һайлау алдында ҡалдым: йә күпме йәшәй алам, шунса йәшәргә, йә операцияға барырға. Һуңғыһын һайланым, әммә ваҡыт юғалтылған булып сыҡты. Әгәр ҙә тәүҙән үк ошолай ҡарар итһәм, мине шунда уҡ хирургия бүлегенә ебәрерҙәр ине, ә хәҙер 22 тапҡыр нурланыу үтергә ҡуштылар. Бер айҙан операция тәғәйенләнеләр. Ирем был көн алдынан алыҫҡа экспедицияға китте, улым ҡаланан ситтә эштә ине, ә әсәйем күптән үҙ аллы хәрәкәтләнер хәлдә түгел. Шуға минең яныма килеп йөрөрлөк кеше лә булманы.

Бөтә эштәремде рәткә килтер­ҙем, иң кәрәклеләрен генә ҡалдырып, әйберҙәремде тараттым һәм, яҡындарыма хушлашыу хаты яҙғандан һуң, дауаханаға йүнәлдем. Был ваҡытта иң насар һөҙөмтәгә лә әҙер инем. Һәм… шундай кешелеклелек, дуҫлыҡ мөхитенә барып эләктем. Табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының мөләйемлеге, сир берләштергән яңы дуҫтарымдың яҡшы мөғәмәләһе, дәртләндереүе яҡшы тәьҫир итте. Ике аҙнанан операцияға саҡырҙылар. Унан һуң ҡыл өҙөрлөк тә хәлем юҡ ине, оҙаҡ ваҡыт бер ҡулымды саҡ ҡына ла өҫкә күтәрә алманым. Әммә мин – спортсы, көн һайын зарядка ярҙамында ҡулымды кире эшкә индер­ҙем. Бөтә ауыртыуҙарға, уңайһыҙлыҡтарға күнеп булыр ине, әгәр ҙә операциянан һуң химиотерапия кәрәк тигән мөһөр булмаһа. Унан баш тартыу – беҙҙең ҡулда, әммә мин дә, яңы таныштарым да баҙнат итмәнек. Шулай итеп, алда – сәсте ҡойолдорған, эске ағзаларҙы юҡҡа сығар­ған химия.
Ирем баштан уҡ ҡаршы булды. Күрәһең, тәүҙән хәлемдең бар хәүефен аңлап етмәгән, ә мин төшөндөрөргә тырышмағанмын да. Бер ҡул менән тәҙрә йыуҙым, теште ҡыҫып, телевизор алдында аэробика менән шөғөлләндем. Опера­циянан һуң бер ай тиҙ генә үтеп китте. Шул хәтлем нығынып өлгөрҙөм, хатта төндә балыҡ тоторға ла барып ҡайттым.

Алты курс тәғәйенләнеләр. Ка­пельница, бер аҙнанан тағы бер курс. Өс аҙнанан тағы берәү. Бәхеткә күрә, дауаханала ҡуныу мотлаҡ түгел, кемдең хәле бар, өйөнә ҡайта. Мин 12 тапҡырҙа ла шулай иттем.

Мин, бик әүҙем кеше, өсәр көн ҡыбырлай ҙа алмай яттым. Башта – томан, һәр аҙыҡтан ҡоҫҡо килә, әммә ашамаһаң, тағы ла ҡыйыныраҡ. Бер аҙнанан, саҡ хәл инә башлаһа, тағы ла дауаханаға. Һәр курс һайын “күңеллерәк” – теш ҡаҙнаһы ҡанай, күҙ йәшләнә, йөрәк ауырта һ.б.
Әммә һәр нәмәнең ахыры бар. Февраль айында һуңғы курсты үттем, алда – ирек. Баҡһаң, бөтәһенең дә сәсе ҡойолмай икән. Мин шул бәхетлеләр иҫәбендә. Бик һирәгәйһә лә, үҙемдең сәсем ҡалды. Хәҙер бик яҡшы күкрәк протезы эшләйҙәр, миңә уны түләүһеҙ бирҙеләр. Шулай итеп, шештән ҡотолдом. Һәр яңы көнгә ҡыуанып, яңы әхирәттәрем менән аралашып йәшәйем.

Ҡайһы саҡ уйлайым, дүрт йылды кире бороп булһа, ҡабаттан үҙ аллы дауаланыр инемме, әллә шунда уҡ операцияға риза булыр инемме? Табиптар, ул саҡта эшләтһәгеҙ, бәлки, химиотерапия ла кәрәкмәҫ ине, ти. Белмәйем. Һәр кем үҙ ҡарарын ҡабул итергә хаҡлы, әммә был уйын бик хәүефле. Үҙ аллы дауаланып ҡарарға мөмкин, әлбиттә. Әммә был, исмаһам, УЗИ контроле аҫтында булырға тейеш. Бер йылдан бер ниндәй ҙә яҡшы һөҙөмтә юҡ икән, уйлап та тормай, дауаханаға йүгерегеҙ. Ғүмер быға торошло.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…