RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күңел төшөнкөлөгө – заман ауырыуы

16.10.2012 Күңел төшөнкөлөгө – заман ауырыуы

Октябрҙең тәүге декадаһында Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө билдәләнде
Күңел төшөнкөлөгө – йәмғиәттә киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Был турала бик күп хеҙмәт яҙылған, дауалау алымдары уйлап табылған. Әммә сирләүселәр һаны кәмемәй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Ер шарында 100 миллиондан ашыу кеше ошо ауырыуҙан яфалана. Артабан да былай дауам итһә, 2020 йылға психик сир, йөрәк-ҡан эшмәкәрлегенән ҡала, инвалидлыҡҡа килтереүсе икенсе төп ауырыуҙарҙың береһе буласаҡ.

Етдилек талап итә

Үкенескә күрә, күптәр ауырыуға әһәмиәт бирмәй, уның кире эҙемтәләре хаҡында уйлап еткермәй. Иғтибарһыҙлыҡ ауырыуҙы аҙҙыра. Сирлеләрҙең байтағы диагноз ауыр формаға әйләнгәс кенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, йә белгестәргә күренеүҙе бөтөнләй кәрәк тип тапмай. Ауырыуҙың көсәйеүе әүҙем тормошҡа ла бәйле. Көсөргәнешле мәшәҡәттәр, эш шарттары, социаль тотороҡһоҙлоҡ ошо ауырыуға этәрә. Үҙ-үҙеңә бикләнеү, ҡаршылыҡтар, уңыш­һыҙлыҡ та быға сәбәпсе.

Билдәләре

Ауырыуҙың тәүге стадияһында эс боша, күңелде һағыш баҫа. Кеше юҡҡа ғына шикләнә, хәүефләнә башлай. Тиҙ генә ярһып, ҡыҙып китеүсәнгә әйләнә. Үҙен ғәйепле тоя. ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо биләй. Үҙ-үҙенә ышанысы кәмей. Хатта элек ҡыуаныс килтергән шөғөлдәре лә шатлыҡ килтермәй. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы юғала. Бынан тыш, физиологик билдәләре лә бар. Йоҡо боҙола, туҡтауһыҙ иҫнәтә. Аппетит боҙола, йә, киреһенсә, кеше күп ашай. Аш һеңдереүсәнлек үҙгәрә, енси һәләт түбәнәйә. Кешене ябай ғына эш тә арыта, яңғыҙлыҡ ярата башлай. Тән һыҙлай. Ул ғына ла түгел, ауырыуҙың эскегә, йә башҡа насар ғәҙәттәргә тартылыуы мөмкин. Битарафлыҡ солғап ала, бөтә донъяға асыуы ҡабара.

ҡурҡырға ярамай!

Ғәҙәттә, ауырыу ни өсөндөр табипҡа күренеүҙе кисектерә. Быны улар, ҡағиҙә булараҡ, диспансер иҫәпкә ҡуйырҙар тип ҡурҡтым, тип аңлата. Йәнәһе лә, рулгә ултырыуҙан тыйыр­ҙар, сит илгә сығармаҫтар, тип хәүефләнә. Йыш ҡына кеше сирен бигүк аңлап та етмәй. Күптәр күңел төшөнкөлөгөн ябай ауырыу, үҙ аллы үтер тип уйлап яңылыша. Был сирҙең аҙыуына килтерә. Күңел төшөнкөлөгө менән ауырыған кешеләрҙең 80 проценты табипҡа мөрәжәғәт итһә лә, ни бары биш проценты самаһына ғына дөрөҫ диагноз ҡуйыла. Теүәл дауаланыуҙы уларҙың тағы ла әҙерәге ала. Үкенескә күрә, поликлиникаға мөрәжәғәт итеүҙән генә ауырыуҙы асыҡлау мөмкин түгел. Йыш ҡына уларға йөрәк, ашҡаҙан, баш ауыртыуын баҫа торған дарыуҙар билдәләнә. Әммә сир бының менән генә үтмәй. Шулай итеп, ауырыуҙар башҡа төр тикшерелеүгә ваҡытын әрәм итә. Был ваҡытта сирҙең хроник төҫ алыуы ихтимал.

Дауалап буламы?

Күңел төшөнкөлөгөн дарыуҙар, психотерапия ярҙамында дауаларға мөмкин. Тәүгеһе режим талап итә. Табипҡа даими күренеп тороу шарт. Дөрөҫ дауалау күп осраҡта ауырыуҙан арынырға ярҙам итә. Тик үҙ аллы дауаланыу тыйыла. Сирҙән башлыса антидепрессанттар ярҙамында арыналар. Ул һәр ауырыуға организм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып билдәләнә. Дауалау оҙайлы, кеше уның һөҙөмтәһен ике-өс аҙнанан һуң ғына тоя башлай. Шуға күрә баштан уҡ үҙеңде һауығыуға көйләү шарт. Шуны ла билдәләргә кәрәк, был төр дарыуҙар күнегеүсәнлек тыуҙырмай. Препараттарҙың хәүефһеҙ булыуын иҫбатлаған бик күп тикшереү үткәрелгән. Психотерапия ла дауаланыуҙың мөһим йүнәлеше. Ул хатта дарыуҙар менән дауала­ныу­ға ҡарағанда ла яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Тик иң элек сирленең үҙенән әүҙемлек талап ителә.

Гөлнара ШАҺАПОВА,
1-cе Республика психиатрия дауаханаһы табибы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…