RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ваҡытым һанаулы: кейәүгә сыҡҡым, бала тапҡым килә»

13.06.2019 «Ваҡытым һанаулы: кейәүгә сыҡҡым, бала тапҡым килә»

Йөрәккә уҡ ҡаҙалдымы ни... Ике юғары белемле, яҡшы урында эшләгән белгесмен. Исемем – Инзира. Өфө ҡалаһына килеүемә ун йыл. Беренсе уҡыу йортон тамамлап, шундуҡ баш ҡалаға юлландым. Бында инде эшкә урынлаштым, тағы ла белем тауҙарына үрмәләнем, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Атай-әсәйем ярҙамында бер бүлмәле фатирлы булдым. Ремонттан һуң әкренләп уны күңелемә ятҡан әйберҙәр менән биҙәнем: мебель, һауыт-һаба, яҡтыртҡыстар, фотографиялар, статуэткалар, китаптар – сынъяһау инде өйөм, ҡурсаҡ һымаҡ. Килгән кеше һоҡланмай сыҡҡаны юҡ. Өйөң ялтырап, үҙең балҡып тораһың, ти миңә кешеләр. Тик яңғыҙмын. Быйыл утыҙ бишемде тултырҙым.

Ул көндө һөйгәнем янымда ине әле... Ҡунаҡтарҙы оҙатып, кафенан бергә сыҡтыҡ. Беҙ дүрт йыл танышбыҙ. Шуның ике йылын миндә йәшәйбеҙ. Йәшәйбеҙ, тигәнем, йоҡлайбыҙ инде, дөрөҫөрәге. Сөнки ҡалала бит нисек: иртән сығып китәһең, кисен ҡайтып инәһең. Ашайһың да ятаһың, уныһы ла ныҡ һуң ҡайтмаһаҡ. Уның да үҙ фатиры бар, тик унда ҡустыһы йәшәй. Шуға күрә, миңә кил, тип саҡырғайным, баш тартманы бит, килде. Буйҙаҡ, үҙемдең йәштәге егетте ҡайҙан табам әле, тип уға оҡшарға тырыштым. Һирәк ял көндәрендә уның яратҡан ризыҡтарын бешерҙем, күңелен күреү өсөн бар көсөмдө һалдым. Туғандарым, ҡасан туй, тип минән, хатта бер һеңлем унан да, шаяртып булһа ла, һорағайны. Шунда күңелемдә шик тыуҙы. Ни булһа ла, кафенан сыҡҡас, туп-тура һораным. Яуабын аңлағанһығыҙҙыр, хәҙер мин бер үҙем. Ә ни өсөн ике йыл бергә йәшәнең һуң, тигән һорауға иҫ киткес яуап алдым да шаҡ ҡаттым: сөнки быны һин үҙең теләнең бит. Һине яратам, өйлән миңә, уртаҡ балаларыбыҙ булыр, мин хәҙер ошолай теләйем, тигәйнем, баш тартты. Мин һине яратмайым бит, булды яуабы. Был нимә булды һуң? Хәҙер ирҙәр яратмаған кешеләре менән ваҡыт уҙғарырға ла оялмай, йыбанмаймы инде? Кемгә ышанырға? Ә минең ваҡыт һанаулы, әсәй булғым, кейәүгә сыҡҡым килә...


Интернет селтәрендә сәхифәм һәр кемгә асыҡ, күптәр тап “Бәйләнештә” мөрәжәғәт итә лә. Инзира менән оҙаҡ аралаштыҡ – яңғыҙлыҡтың төпкөл, үҙаңда уҡ ятҡан проблемалары була, шуларҙы бергәләп “сығарҙыҡ”, “таҙаланыҡ”, “миңә ир кәрәк” маҡсатын үҙгәрттек, йәғни ябайлаштырҙыҡ. Төп иғтибарҙы Инзира хәҙер үҙенә йүнәлтә – ә ни өсөн мине был хәл ныҡ борсолдора, тигән һорау уның өсөн бөгөн бик актуаль. “Мин үҙем теләйемме кейәүгә сығыуҙы йәиһә шулай ҡабул ителгәнгә, башҡаларҙан ҡалышмайым, тип ир-егет эҙләйемме?” Инзираның яуабы хатта үҙен дә уйландырҙы. Психологик яра алған кешеләр менән аралашыуы еңел түгел – улар һәр һүҙҙән, күнекмәнән ниндәйҙер тиҫкәре йөй эҙләй. Әммә һөҙөмтәләрен күреп, аптыранып та ҡуялар – Инзира менән дә шулай булды. Ғөмүмән, хәҙер инде ул “яңғыҙ ҡартайып барған” кеше түгел. Ә тулы тормош менән йәшәгән, үҙ-үҙен ҡараған һомғол буйлы, белемле, эшһөйәр, тәртипле, насар ғәҙәттәре булмаған, һау, күҙҙәре янып торған, үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренгән һылыу ҡыҙ. Тормошҡа, йәшәйешкә күҙҙәре яратып, һөйөп баға, ҡараштары бер кемде лә эҙләмәй, күңеле ҡыуаныс, бәхет менән тулы.

Ә шулай ҙа... Ике йәш йөрәк осрашҡас, бер-береһенә тап килгәнен аңлағас, өйләнешеп, бергә бәхетле ғүмер итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Хәҙер заман башҡараҡ. Ҡыҙымдың класташының да, мотлаҡ иң тәүҙә йәшәп ҡарарға кәрәк егетең менән, юғиһә нисек аңларға бер-беребеҙгә тап киләбеҙме-юҡмы, тип әйткәне хәтерҙә. Был юҫыҡта минең фекерем ҡәтғи: мотлаҡ түгел. Ҡыҙҙар үҫтергән әсәй булараҡ та, психолог булараҡ та. Ир-егеттәрҙең психологияһы ҡатын-ҡыҙҙыҡынан ныҡ айырыла, улар үҙ кешеһен бер кем менән дә бүлешмәйәсәк, бирмәйәсәк! Әгәр ҙә ир-егет үҙенә тиң йәр, яратҡанын тапһа, шундуҡ тәҡдим яһап, өйләнеп, “минеке” тип, штамп-билдә һалып та ҡуя. Шунда уҡ тигәс тә, танышҡас та тип аңларға кәрәкмәй. Иғтибар, әгәр ҙә ул, әйҙә, тәүҙә йәшәп ҡарайыҡ бер юрған аҫтында, күңелемде күр, ашарға йүнәт, керҙәремде йыу, шунан мин ҡарармын, тап киләһеңме миңә, юҡмы, тиһә – бындай егеттән йыраҡ булыуың яҡшы. Әлбиттә, ҡәҙерлеләрем минең, алдағы һөйләмдәге текст башҡасараҡ яңғыраясаҡ, әммә аңлы кешегә егеттең тел төбөн аңлауы еңел, шулай бит? Ҡыҙҙарыбыҙға, әрһеҙләмәгеҙ үҙегеҙҙе, тип әйтер инем. Бар бит ул донъяла тик һеҙҙең генә үҙ кешегеҙ, бар! Көтөгөҙ, әҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ, үҫегеҙ – сабырлыҡ менән дуҫ булығыҙ. Яңы­лышыуҙан бер кем дә азат түгел, һәр бер тормош дәресен ыңғай яҡҡа үҙгәртергә өйрәнегеҙ. Был юҫыҡта мин – һеҙҙең күңел табибығыҙ, ярҙам итергә әҙермен.




Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…