RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡояш сәскәһе бәпембә

19.05.2019 Ҡояш сәскәһе бәпембә

Яҙҙың тәүге сәскәләренең береһе – һап-һары булып түшәлеп, күҙҙең яуын алып ултырыусы бәпембә. Ябай ғына был үләндең шифаһы бик ҙур. Элек-электән уны төрлө ауырыуҙы дауалауҙа файҙаланғандар. Боронғо Ҡытай һәм Тибет медицинаһында ла билдәле булған. Бәпембә ҡанды таҙарта, организмды йәшәртә, иммунитетты нығыта. Составында сәләмәтлек өсөн файҙалы биологик актив матдәләр: витаминдар, микроэлементтар, аминокислоталар күп. Уның төрлө ауырыуҙы дауалауҙа нисек ҡулланылыуына айырым туҡталып үтәйек.

Быуындарҙы дауалау өсөн. Ҡанды таҙартыу үҙенсәлегенә эйә булыуы менән матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһап, артроздан, ревматизмдан файҙаһы бар. Кальций менән магнийға бай булыу сәбәпле, һөйәктәрҙе нығыта. Быуындар һыҙлағанда унан төнәтмә әҙерләп эсергә, компресс итеп ябырға була.

Матдәләр алмашыныуы боҙолғанда. Бәпембә инсулин бүленеп сығыуҙы көсәйтә, углеводлы, липидлы матдәләр алмашыныуын көйләй. Шуға күрә уны йыш ҡына шәкәр диабетынан, ҡалҡан биҙе сирҙәренән, ҡандағы холестерин кимәлен кәметеү өсөн тәғәйенләйҙәр.

Организмды таҙартыу өсөн. Витамин­дарға, микроэлементтарға, бигерәк тә инулинға бай булыу сәбәпле, ҡанды бик яҡшы таҙарта. Инулин токсиндарҙы, шлактарҙы, ауыр металдарҙы, радио­нуклидтарҙы, канцерогендарҙы үҙенә һеңдереп, организмдан сығара. Бә­пембәне йыш ҡына тотош организм ағыуланғанда файҙаланалар. Ул шулай уҡ лейкоциттар кимәлен күтәрә, лимфа төйөндәре ялҡынһыныуын дауалауҙа файҙаланыла.

Аш эшкәртеүҙә. Был шифалы үлән ашҡаҙан-эсәк трактының төрлө функ­цияһын көйләргә ярҙам итә. Соста­вындағы инулин ярҙамында микрофлора яҡшыра, эсәктәрҙә файҙалы бифидобактериялар үҫешә. Шунлыҡтан антибиотиктар ҡулланғандан һуң уны курслап эсеү файҙалы. Бәпембә менән панкреатитты, гастритты, гепатитты, геморройҙы, энтерит менән колитты, метеоризмды да­уалайҙар.

Респиратор ауырыуҙарҙан. Тирләтеү, яныуҙы баҫыу үҙенсәлегенә эйә булыу сәбәпле, тән температураһы күтәрел­гәндә эсергә мөмкин. Шулай уҡ ул киҫкен респиратор ауырыуҙарҙа, киҙеүҙән, бронхиттан, йүтәлдән ярҙам итә. Үпкә туберкулезы булғанда ауырыу­ҙың хәлен еңеләйтә.

Нервы системаһы. Тынысландырып, стрестан, йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә.

Бәүел ҡыуыу системаһы.
Йомшаҡ ҡына итеп бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Шунлыҡтан бәпембәнән әҙерләнгән дарыу бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ял­ҡынһынғанда ярҙам итә.

Тирегә. Экземаны, псориазды, һыт­ҡыларҙы, аллергияны, сөйәлде, сиҡанды һәм тиренең янған урындарын дауалауҙа файҙаланалар.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. һөт биҙҙәре ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Бәпембәнән әҙерләнгән төнәтмәләр һәм сәйҙәр һөт бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ был шифалы үләндә күрем циклы боҙолғанда ярҙам итеүсе фитогормондар булыуы асыҡланған.

Ир-егеттәр өсөн. Тибет медицинаһына ярашлы, был үлән көслө зат өсөн дә бик файҙалы. Ирлек ғәйрәтен генә түгел, ихтыяр көсөн күтәрергә лә һәләтле.

Ололар өсөн. Үҙенә ҡояш энергияһын күпләп йыйыу сәбәпле һәм витамин­дарға, микроэлементтарға, протеиндарға бай булыуы менән оло йәштәгеләргә көс өҫтәй.

Бәпембәне ор­га­низм­ға хәл биреү өсөн яман шеш менән ауырығанда ла ҡулла­налар. Ул организмды ток­син­дарҙан арындырып, ҡанды та­ҙартып, орга­низм­дың һаҡ­ла­ныу көсөн арттыра.

Өй шарттарында унан ниндәй дарыуҙар әҙер­ләп була һуң?

Бәпембә сәйе



Дөйөм организмды нығытыу, авитаминозды профилактикалау са­ра­һы булараҡ эсергә ярай. Шулай уҡ бөйөрҙәге таштарҙы сығарыу өсөн дә тәҡдим итәләр.

Сәйҙе әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ ваҡ­ланған үләнгә ярты литр һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм 20 минут төнәтергә.

Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Бөйөрҙән ташты ҡыуҙырыу өсөн эскәндә, дөйөм күләме ике литр булырлыҡ итеп бер аҙ ҡайнаған һыу ҡушырға кәрәк. Әйткәндәй, бөйөр өсөн табип ҡушыуы буйынса ғына эсергә кәрәк.

Төнәтмә



Япрағы һәм сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне йыш ҡына үт һәм бәүел ҡыуыу, тынысландырыу, ҡан таҙартыу сараһы булараҡ ҡулланалар.
Бының өсөн бер ҡалаҡ ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике минут ҡайнатырға һәм 30 минут тө­нәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Эс ҡатыуҙан, ҡабарыуҙан, геморройҙан, шәкәр диабетынан файҙаһы тейә. Тире боҙолғанда ыуынырға мөмкин.

Файҙалы матдәләре яҡшы һаҡланһын өсөн төнәтмәне ҡайнатмай ғына ла әҙерләйҙәр. Бының өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, һалҡын урында һигеҙ сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Ашҡаҙан һәм эсәктәр ялҡынһынғанда яҡшы ярҙам итә.

Спиртҡа һалып әҙерләнгән төнәтмәһе ревматизмдан, артриттан, подагранан ыуыныу өсөн яҡшы. Ул шулай уҡ иммунитетты күтәрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бындай төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: 5 ҡалаҡ киптерелгән үләнгә ярты литр араҡы ҡойоп, 14 көн буйы ҡараңғы урында төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән шешәне һелкетеп, бол­ғатып торорға кәрәк. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 30-ар тамсы һыуға ҡушып эсергә.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…