RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Прививка яһатырғамы, юҡмы?

25.09.2017 Прививка яһатырғамы, юҡмы?

Прививка яһатырғамы, юҡмы?Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә прививкаларға ҡарата төрлө фекер йөрөй. Йыш ҡына ата-әсәләр, теге йәки был сәбәп табып, балаһына прививка эшләтеүҙән баш тарта. Был дөрөҫмө? Ғөмүмән, прививканан баш тартыу кәрәкме?

Прививка яһатыу – балаларҙы инфекцион ауырыуҙарҙан һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы. Әлеге ваҡытта балаларҙың 94 – 96 процентына прививка яһала. Бәхеткә күрә, халыҡтың күпселек өлөшө балаларының сәләмәтлегенә битараф түгел, ваҡытында һаҡланыу сараһын күрә.
Донъяла инфекцион сирҙәргә ҡаршы барлығы 30-ға яҡын вакцина теркәлгән. Шуларҙың 12-һе Рәсәйҙең прививкалар календарына индерелгән. Был иҫәпкә В гепатитына, туберкулезға, дифтерияға, коклюшҡа, полиомиелитҡа, столбнякҡа, ҡыҙылсаға, ҡыҙамыҡҡа, киҙеүгә ҡаршы һәм башҡа вакциналар инә. Киҙеүгә ҡаршы прививкаға килгәндә, табиптар уны йыл һайын эшләтергә кәңәш итә. Сөнки, беренсенән, cир һәр саҡ бер төрлө булмай, үҙгәреп тора, икенсенән, прививка яһатҡан балалар киҙеүҙе еңелерәк үткәрә, өҙлөгөүҙәр булмай, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

Вакцинанан сәләмәтлеккә зыян килеүе мөмкинме?

Ғалимдар һәм табиптар фекеренсә, бындай хәүефләнеү урынһыҙ һәм йәмәғәтселеккә ҙур зыян килтерә. Сөнки ни тиклем күберәк кеше вакцинанан баш тартһа, ауырыуҙың таралыу ихтималлығы шул тиклем көсәйә. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа Бөйөк Британияла, ҡыҙылсаға ҡаршы прививка аутизмға килтерә, тигән ялған хәбәр таралып, күптәр балаларына прививка эшләтеүҙән баш тарта. Һөҙөмтәлә был сир менән ауырыусылар һаны арта, хатта үлеүселәр ҙә теркәлә. Ә ғалимдар иһә ҡыҙылсаға ҡаршы прививка менән аутизм араһында бер ниндәй бәйләнеш булмауын фәнни яҡтан иҫбатлай.
Прививкаһыҙ булмай, ауырыуҙы иҫкәртеүҙең шунан да һөҙөмтәлерәк сараһы юҡ. Был да ғилми яҡтан һәм тиҫтә йылдар дауамында тупланған тәжрибә нигеҙендә иҫбатланған. Рәсәйҙә балаларға ваҡытында прививка яһатыу һөҙөмтәһендә полиомиелит, ҡыҙылса, В гепатиты менән ауырыусылар һанын бик күпкә кәметеүгә өлгәшелгән.

Ата-әсәләр балаһына прививка яһатыуҙан баш тарта аламы?
Әлбиттә, балаға прививка яһатыу-яһатмау­ҙы ата-әсә хәл итә. Йәғни табип уның мөмкин булған кире эҙемтәләре хаҡында иҫкәртергә бурыслы, ә һуңғы ҡарарҙы ата-әсә ҡабул итә. Әммә был кире эҙемтәнең булыу йәки булмау мөмкинлеге хаҡында ла оноторға ярамай. Барыһы ла һәр кемдең организмынан тора. Прививка яһатмауҙың сәләмәтлек өсөн тағы ла хәүефлерәк икәнен оноторға ярамай. Шунлыҡтан ата-әсә иң беренсе сиратта балаһының һаулығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, аңлы рәүештә эш итергә тейеш.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова яңыраҡ, был мәсьәләгә ҡарата үҙ фекерен белдереп, милли календарға ингән прививкаларҙы яһатыуҙан баш тартыусы ата-әсәләрҙе нисектер матди яуаплылыҡҡа тарттырыу сараһын күрергә кәрәк, тине.

Шулай итеп…
Прививка яһатыу – инфекцион ауырыу­ҙарҙан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы, тигән фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Киң масштаблы ҡурҡыныс эпидемияларҙан һаҡланыу өсөн кеше организмында “иммун ҡатламы” булырға тейеш.
Процедура тик файҙаға ғына булһын һәм төрлө өҙлөгөүгә юл ҡуймаһын өсөн, иң беренсе сиратта вакцинаның сифатлы булыуы мөһим. Беҙҙең илдә етештерелгәндәрҙең күбеһе сифаты буйынса сит илдекеләрҙән ҡалыша. Ә сит илдекен ҡулланыу өсөн түләргә тура килә. Өҫтәүенә, ҡайһы бер тәҡдим ителгән препараттар беҙҙең илдә бөтөнләй етештерелмәй.
Һаҡлыҡ сараларына килгәндә, һуңғы йылдарҙа прививка яһатыуға күп кенә тыйыу бөтөрөлдө. Бының сәбәбе, беренсенән, йылдан-йыл уларҙы етештереү технологияһы камиллаша барыуында. Икенсенән, прививка хроник сир менән интегеүсе һәм төрлө инфекцияны ныҡ ауыр үткәреүсе балаларҙы һаҡлай. Шулай ҙа, әгәр ҙә балаға теге йәки был сәбәп буйынса прививка яһатырға ярамай икән, быны иҫәпкә алырға кәрәк. Бынан тыш, прививка яһатыуға тулыһынса тыйыу­ҙар була. Был осраҡта балаға бер ниндәй шартта ла прививка эшләтергә ярамай. Ә башҡа осраҡта, төрлө факторҙы иҫәпкә алып, мәсьәләне табип хәл итә.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…