RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нимә ул бесән биҙгәге?

01.06.2017 Нимә ул бесән биҙгәге?

Нимә ул бесән биҙгәге?Яҙҙы – донъя йәшеллеккә күмелгән саҡты һағынып көтөп алабыҙ. Ағастарҙың, үҫемлектәрҙең сәскәгә күмелгән мәленә һоҡланмаған кеше һирәктер. Әммә ҡайһы берәүҙәр өсөн был матурлыҡ үҙе бер ғазап. Сөнки тап ошо ваҡытта уларҙың сире көсәйә. Поллиноз – миҙгел ауырыуы. Ул сәскә атыусы үҫемлектәрҙең һеркәһенә кеше организмы аллергик реакция биреү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Икенсе төрлө уны бесән биҙгәге тип тә йөрөтәләр.
Әлеге ваҡытта поллиноз – киң таралған аллергия төрҙәренең береһе. Белгестәр фекеренсә, бөтә донъя халҡының биштән бер өлөшө был сир менән яфалана. Сирҙең сәбәбе – ел ярҙамында һеркәләнеүсе үҫемлектәрҙең кескәй генә һеркәләре. Бындай үҫемлектәрҙең 50-нән ашыу төрө билдәле. Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу 50 йәшкә тиклемге кешеләр­ҙә күҙәтелә, ололар был сир менән ауырымай тиерлек.

Сәбәбе
Сәскә гел генә ҡыуаныс килтермәй икән. Боронғо ғәрәптәр амброзия нектарын аллалар ризығы тип иҫәпләһә, хәҙерге заман медиктары, был үҫемлек – кеше сәләмәтлегенең иң ҙур дошманы, тигән фекерҙә. Элегерәк ауырыуҙың үҫешеүенең сәбәбен сәскә еҫенә, ҡояш нурына һәм туҙанға бәйләһәләр, инглиз табибы Блэкли уның тап үҫемлек һеркәһенән таралыуын иҫбат иткән. Шулай уҡ уның нәҫелдән килгән ауырыу булыуы ла яңыраҡ ҡына асыҡланған. Табиптар билдәләүенсә, сир күберәк әсә яғынан күсә. Ошонан сығып, иҫкәртеү сараларын да күрергә, атап әйткәндә, баланы тәүге көндәренән үк аллергия таратыусы үләндәрҙән араларға кәрәк. Ағастар, үҫемлектәр сәскә атҡан ваҡытта тыуған сабыйҙарҙың был сирҙе эләктереү хәүефе айырыуса көслө.

Билдәләре
Иң беренсе сиратта поллиноздың йыл һайын үҫемлектәрҙең сәскә атҡан осоронда ҡабатланыусы миҙгел ауырыуы булыуын иҫтә тоторға кәрәк.

- Сирле кешелә аллергик характерҙағы конъюнктивит башлана: күҙҙәре ҡыҙара, ҡысыта, шешенә, йәш ҡойола һәм яҡтылыҡҡа ҡарау ауырлаша.

- Бер үк ваҡытта аллергик тымау барлыҡҡа килә: танау тона, ҡыҙара, ҡысыта, унан күп итеп һыу ҡойола. Йыш ҡына сирлеләр ныҡ итеп баш ауыртыуға ла зарлана. Ауырыуҙың билдәләре айырыуса иртән көсәйә.
Поллиноздың киҫкен респиратор инфекцияһынан төп айырмаһы – тән температураһы күтәрелмәүҙә. Ауырыу йүткерә, сөскөрә, танауынан туҡтауһыҙ һыу аға, әммә температураһы норманан артмай. Шулай уҡ уның тамағы ла ҡыҙармай, яңаҡ һәм ҡолаҡ аҫтындағы лимфотөйөндәре лә ҙураймай.

Ауырыуҙы диагностикалау
Был миҙгел сиренә бәләкәй генә шик булған осраҡта ла терапевҡа йә аллергологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тик тәжрибәле аллерголог-иммунолог ҡына дөрөҫ диагноз ҡуя һәм тейешле дауа тәғәйенләй ала. Сирле кеше бала икән, иң беренсе сиратта табип уның нисек үҫеүе, ниндәй ауырыуҙар менән сирләүе хаҡында һорашасаҡ. Шунан һуң танауҙың лайлалы ҡатламынан һәм ҡандан анализ алына. Диагностикалауҙың икенсе этабы – айырым кеше өсөн ниндәй үҫемлектең һеркәһе аллерген булып тороуын асыҡлау. Бының өсөн төрлө тест үткәрелә. Уны дауалау курсынан ике аҙна ваҡыт үткәс кенә йә ҡышҡыһын үтергә кәрәк. Балаларға иһә биш йәш тулғас ҡына үткәрергә мөмкин.

Дауалау
Әгәр ҙә кешелә һеркә аллергендарына һиҙгерлек көслө икән, уны бер нисек тә кәметеп булмай. Шуға күрә дауалауҙың берҙән-бер һөҙөмтәле ысулы – үҫемлектәр һеркәләнгән ваҡытта мөмкин тиклем уларҙан алыҫ йөрөргә. Поллинозды дауалау туҡтамаҫ тымауҙан, күҙҙән йәш ҡойолоуҙан һәм сирҙең башҡа билдәләренән арынырға ғына ярҙам итә. Ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайып киткән осраҡта күҙҙең, танауҙың шешен ҡайтарыуға, лайла бүленеп сығыуҙы кәметеүгә, тын алыуҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән интенсив терапия тәғәйенләйҙәр.
Антигистамин препараттар – ауырыу­ҙың билдәләренә килтереүсе патология сылбырын юҡҡа сығарыусы дарыуҙар. Хәл киҫкенләшкән ваҡытта уның уколдарын ҡаҙайҙар. Ауырыуҙың дөйөм хәле бер аҙ яҡшырғас, дарыуын эсергә мөмкин. Бындай препараттарға супрастин, диазолин, тавегил, лоратадин һ.б. инә. Ҡасан, күпме эсергә – табип тәғәйенләй.
Нафтизин, оксиметазолин, галазолин да поллинозға ҡаршы киң ҡулланыла. Улар танауҙың шешен кәметеп, тын алыу­ҙы яҡшырта. Күҙ ҡыҙарып, йәш ҡойол­ғанда альбуцид тамыҙалар.
Балаларҙа поллинозды мотлаҡ дауалар­ға кәрәк, юғиһә уның билдәләре көсәйеп, организмдың һаҡлау көсө кәмеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә аллер­гендар­ға ҡарата һиҙгерлек көсәйә. Ваҡытында дауаламағанда, поллиноз астматик бронхит һәм бронхиаль астма кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың үҫешеүенә килтереүе мөмкин. Дауалау өсөн шулай уҡ антигистамин препараттар тәғәйенләнә. Баланың туҡланыу рационына ла иғтибар итергә кәрәк, организмына аҙыҡ-түлек аша төрлө аллерген инмәһен. Тиҙерәк һауыҡһын өсөн йортта ла яҡшы мөхит булдырырға тырышығыҙ: йышыраҡ саңын һөртөп, иҙәнен йыуып тороғоҙ, ишек һәм тәҙрәләргә еүеш марля ҡороғоҙ. Урамда йөрөп ингәндән һуң баланың бит-ауыҙын, ҡулдарын яҡшылап йыуығыҙ, тамағын сайҡатығыҙ.

Иҫкәртеү
Иң беренсе сиратта аллергия хәүефен булдырмау сараһын күрергә кәрәк: үҫемлек һеркәһе, туҙан танауға, ауыҙға инмәһен. Әлбиттә, тышҡа сыҡмай ултырып булмай, шулай ҙа үҫемлектәр сәскә атҡан ваҡытта урманға, ҡырға сығыуҙан баш тартып тороғоҙ. Барырға тура килгән хәлдә лә ҡара күҙлек, битлек кейеп, мөмкин тиклем һаҡларға тырышығыҙ. Шәхси гигиена ла мөһим роль уйнай: бит-ҡулығыҙҙы, ауыҙ-танауығыҙҙы ингән-сыҡҡан һайын йыуырға онотмағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…