RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ урындарында

15.10.2016 Үҙ урындарында

Үҙ урындарындаСпорт инструкторҙары Эльмира Фәттәхова менән Тимур Ульданов һәр сирленең йөрәгенә асҡыс таба белә

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының санаторий-профилакторийында спорт инструкторҙары булып эшләүсе Эльмира Фәттәхова менән Тимур Ульданов – иҫ киткес ныҡ кешеләр! Йыл ярым буйына уларҙы фотоға төшөрөргә, гәзиткә маҡталып яҙылырға ризалашыр­ға өгөтләнем. Юҡ, беҙҙең турала яҙма, кәрәкмәй, ти ҙә ҡуялар. Башҡа берәү булһа, кейенеп-яһанып, биҙәнеп-төҙәнеп, фотоаппараттың объективы алдына “һоп” итеп һикереп килеп тә ултырыр ине. Ә был икәүҙе фотоға төшөргә күндерерлек тә түгел! “Һуҡыр”, йәғни фотоһүрәтһеҙ булһа ла һүрәтләмә яҙып бирәйем, тип биографияларын һораша башлаһам, үҙҙәре хаҡында тәфсирләп бәйән итер урынға, икенселәрҙе һөйләргә тотоналар.

– Һин Озерныйҙанмы ни? – ти, мәҫәлән, Эльмира Хәкимйән ҡыҙы. – Ауылдашың Гөлдәр Сәлмәнова менән Белорет медучилищеһында бергә уҡығайныҡ. Бигерәк тырыш, аҡыллы, шәп ҡыҙыҡай! Уҡый башлаған осорҙа беҙ, ауыл балалары, юғалып та ҡалдыҡ: үҙебеҙҙә тик башҡортса уҡып, кинәт руссаға күсеү ҙә ауырлыҡтар тыуҙырҙы, химия кеүек фәндәр ҙә еңел бирелмәне. Ләкин бирешмәнек, бар тырышлығыбыҙҙы һалып уҡыныҡ, спортта алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәнек. Ә Гөлдәр, беҙҙән ауыҙ йырғандарҙың танауына сиртеп, бер ваҡыт иң яҡшы уҡыусы булып танылды. Ул бөтә фәндәр­ҙән дә тик “бишле”гә өлгәште, айырыуса химияны һыу кеүек эсте. Артабан уҡыуын дауам итер, кәмендә профессор булыр, тип уйлағайныҡ, әммә ул ябай шәфҡәт туташы булып эшләүҙе хуп күрҙе. Бына шундай һоҡлан­ғыс кеше ул һинең ауылдашың!
Әңгәмәне кәрәкле юҫыҡҡа төшөрөп ебәреп, эше арҡылы тормошо тураһында белешәм тиһәң, Эльмира апай үҙенең коллегаһы Тимурҙы маҡтар­ға тотона:
– Тимур үҙ эшенә мөкиббән киткән профессионал, бына уны мотлаҡ яҙыр­ға кәрәк! Белмәгән нәмәһе, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бер һүҙ менән әйткәндә – оҫта!
Тимур иһә Эльмира Хәкимйән ҡыҙын яҙыуымды үтенә:
– Уның кеүек эшһөйәрҙәр, яуаплылар аҙ. Элек ул массажсы булып эшләне, йөрөмәнегеҙме уға? Йөрөмәүегеҙ йәл. Ул бит тәндең һәр күҙәнәген тоя, эшлектән сыҡҡан кешеләрҙе лә аяҡҡа баҫтырырлыҡ көскә эйә. Хәҙер массаж менән шөғөлләнмәһә лә, ул барыбер иң яҡшыларҙан һанала. Ғөмүмән, Эльмира һәр саҡ камиллаша, гел үҫеш юлында. Нисек уны яҙмаҫҡа мөмкин?!
Шулай итеп, улар сиратлап бер-береһенең ыңғай сифаттарын һанай торғас, аҙмы-күпме мәғлүмәт тупларға яҙҙы. Аралашыуҙа ябай, ифрат шәп кешеләр улар. Һәр кемгә иғтибарлы булыуҙары менән дә, үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белеүҙәре менән дә, илке-һалҡы түгел, ә тулыһынса эш процесына бирелеп эшләүҙәре менән дә ихтирамға лайыҡтар. Беренсе тапҡыр тренажер залына һыҙлана-һыҙлана баҙнатһыҙ ғына килеп ингән кешеләр улар­ҙың ҡулы аҫтында шөғөлләнеп, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡанаттарын киреп ебәргәндәй иркен йөрөй башлай, күҙҙәре асылып китә. Спорт инструк­тор­ҙарына мөрәжәғәт итеүселәр төрлө холоҡло: бар йомоҡтары, бойоҡтары, бар алсаҡтары, күңелсәктәре... Инструк­торҙар уларҙың һәр береһенең йөрәгенә асҡыс та таба, һәр кемгә күнекмәләрҙең айырым программаһын да тәҡдим итә: кемдең ҡайһы ере ауырта, төп көс шунда йүнәлтелә. Юғары белемле Тимур Фидаил улы өлкәндәр һәм балалар менән дауалау физкультураһы менән дә шөғөлләнә. Ә Эльмира Хәкимйән ҡыҙы аппаратлы массаж кабинеты менән етәкселек итә. Иркен, таҙа, яҡты залды Эльмира менән Тимурҙың асыҡ йылмайыуы айырыуса яҡтыртып ебәргәндәй итә, һәм ауырыуҙар уларҙың кешелекле мөнәсәбәте менән дә дауалана кеүек. Кешегә күп кәрәкмәй: уларҙың бер йылы һүҙе, бер йылмайыуы оҙон көнгә етерлек көс, үҙ-үҙеңә ышаныс бирә. Тән менән йән – бер бөтөн, тән һауыҡһын өсөн тәү сиратта уйҙарҙы дауаларға кәрәк, тип раҫлаған белгестәр­ҙең кәңәштәре, күнекмәләре һаулыҡтың тишек-тошоҡтарын күҙгә күренмәҫ ептәр менән ямай, йүнәтә, рәтләй. Донъяла иң оло байлыҡтың һаулыҡ икәнен татып белгәндәр, инструкторҙарҙың ниндәй яуаплы эш башҡарыуын бар тулылығында аңлап, Эльмира менән Тимурға рәхмәт уҡып бөтә алмай, изге теләктәрен йәлләмәй.
Осраған һайын һоҡланыу уятҡан сабыр холоҡло, итәғәтле Эльмира апай менән Тимурға, бөгөн был һүрәтләмәнең һеҙҙең өсөн һис бер ҡиммәте лә юҡтыр, бәлки, ә тиҫтәләрсә йылдар үтһен әле, уның ниндәй әһәмиәткә эйә булғанын күрерһегеҙ, дөрөҫ баһалар­һығыҙ, әлдә ризалашҡанмын, тип ҡыуанырһығыҙ, сөнки гәзиттәге киҫенте ошо мәлгә кире алып ҡайтып, шөғөлләнеүселәрҙе, коллегаларығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөр, оло кинәнес менән эшләүегеҙҙе иҫләтер, күңелегеҙҙәге һүрелгәндәй тойол­ған ҡояшты яңынан балҡытыр ҙа, рәхәт булып китер, тип тылҡый торғас, ниһайәт, инструкторҙар­ҙы үҙ яғыма ауҙарҙым. Ҡайһы саҡ гәзиттәге фотоһүрәт миҙалдарҙан ҡиммәтерәк була, тигән һүҙҙәр менән уларҙы фотоға ла төшөргәндә, бирешмәгән ҡәлғәне яуһыҙ яулағандай ҡыуандым. Ә бит баш табип Эльмира Таирова етәкләгән санаторий-профилакторийҙа Эльмира Фәттәхова менән Тимур Ульданов кеүек талантлы, эҙләнеүсән, ысын хеҙмәт кешеләре күпселекте тәшкил итә. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы республикабыҙҙа иң яҡшылар рәтендә һаналалыр ҙа инде.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…