RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәрәкәтләнмәү тәмәке тартыуҙан да яман икән

12.12.2014 Хәрәкәтләнмәү тәмәке тартыуҙан да яман икән

Хәрәкәтләнмәү тәмәке тартыуҙан да яман икәнБеләһегеҙме икән, бөгөн күп кешенең “ултыраҡ йәшәү рәүеше”, йәғни әҙ хәрәкәтләнеүе ғүмер оҙонлоғон ҡыҫҡарта? Аныҡ һандарға туҡталһаҡ, уйлай белгән кеше хатта ҡалтырап китерлек: көн һайын компьютер артында һигеҙәр сәғәт ултырыу ҡапыл ғына үлеү хәүефен 15 процентҡа күтәрә икән. Унан да артығыраҡ ваҡыт ултырып эшләһәң, был күрһәткес 40-ҡа уҡ менә.
Үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле, хәүеф төркөмөнә инәһегеҙме – ултырып эшләй­һегеҙ, һирәк тораһығыҙ, эштән автомобилдә йә транспортта ултырып ҡайтаһығыҙ, йәйәү бик әҙ йөрөйһөгөҙ, ялығыҙ телевизор ҡарап йә китап уҡып үтә, ярат­ҡан шөғөлөгөҙ ҙә ултырып эшләүҙе талап итә, гимнастика яһамай­һығыҙ. Шунан ниндәй яуап килеп сыҡты? Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле. Ҡур­ҡы­тырға-фәлән иҫәп юҡ, әммә оҙаҡ ултырыу, ысынлап та, бик хәүефле.
Яҙлы-йәйле эш-мәшәҡәттәр­ҙән бөтөнләй ял булманы, ҡышҡы кистәрҙә, исмаһам, әҙерәк аяҡ һуҙып ултырырмын, тип уйлаусылар ҙа булғандыр әле. Их, ауыл кешеһенә күберәк ял булһын ине шул, тик сама тигән нәмә барлығын онотмаһағыҙ ярар ҙа. Ауылда ни, һарай­ға, бәҙрәфкә сығып килһәң дә, арыу ғына ҡыбырлау була инде, ни тиһәң дә, ҡаланың 50 – 80 квадрат метрында бер бүлмәнән икенсеһенә күсеп йөрөү түгел. Өлкәндәр нисек тә йөрөй, ә бына балаларҙы компьютер­ҙан айырып алыуы йылдан-йыл ҡыйын була башланы. Бер яҡтан, донъянан артта ҡалмаһын, тип тырышыла, икенсе яҡтан, шул “дүрткел нәмә”нең күҙҙе бөтөрөүе, арҡаны көмрәйтеүе, башты ауырттырыуы хаҡында иҫләһәк тә, күп ата-әсә йоғонто яһай алмай.
Оҙаҡ ултырыу – беҙҙең цивилизацияның бер емеше ул. Ауыр хеҙмәт, ҡул эше бөттө тиерлек, уға алмашҡа юғары технологиялар, йәғни ком­пьютерлаш­тырыл­ған осор кил­де. Баҫып тороп ҡына эшләп булмай шул. Ә бәлки? Ултырыуы шул тиклем насармы ни, тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Яуапты түбәндән эҙләп ҡарайыҡ.

Ғалимдар әйтә…

Умыртҡа һөйәгендәге ауыртыныуҙар, мускул көсһөҙләнеү, йөрәк, эсәк сирҙәре – ултыраҡ тормоштоң бына ошо ауырыуҙарға килтереүе мөмкин. Оҙаҡ ултырып эшләү эҙемтәләрен өйрәнеү буйынса комитет президенты, кардиолог Франсуа Карре фекеренсә, әҙ хәрәкәтләнеү организм бысраныуға килтерә, сөнки был күҙәнәктәрҙә әсеү процесын әүҙемләштерә. Ошонан күп сир, шул иҫәптән яман шешкә “нигеҙ” һалынырға мөмкин.
Фин ғалимдары, оҙон эш көнө кешенең интеллект кимәленә насар йоғонто яһай, тип иҫәпләй. Уларҙың тикшеренеүҙәрендә урта йәштәрҙәге 2214 түрә ҡатнашҡан икән. Бына ошонан һуң көн оҙоно эшлә инде! Тәүлегенә 12 – 15 сәғәт эшләгән түрәгә лә ышаныс юҡмы ни инде улайһа? Оҙайлы эш аҡыл яғына тәьҫир иткәс. Ярай әле ул чиновник ҡайҙалыр производствола йөрөһә, ә эш урынында ғына ултырып, бер документты электрон почта аша кабинеттан-кабинетҡа ебәреп ултырһа, етмәһә, ҡаты итеп ҡәһүә лә эсһә, хәле мөшкөлләнә инде.
Британияның Лестер университеты ғалимдары, медицина тикшереүҙәре үткәреп, шундай һығымтаға килгән: оҙаҡ ултырыу кешенең ғүмерен ҡыҫҡарта икән дәбаһа! Инсульт менән инфаркт та күбеһенсә әҙ хәрәкәтләнеүселәр­ҙә була. Бындай йәшәү рәүешен хатта тәмәке тартыу, алкоголь йә наркотик ҡулланыу менән бер рәткә ҡуялар. Йәғни шулай уҡ хәүефле.
Австралиялағы Көнбайыш Сид­ней тикшеренеүселәре лә яман шеш менән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең аҙыуын ултырып эшләүгә бәйләй. Бынан, әлбиттә, көн һайын оҙаҡ ҡына саф һауала йөрөү ҡотҡара ала.

Оҙаҡ ултырһаң…

Эйе, заман беҙҙе телевизор, компьютер алдына ултыртты. Оҙаҡҡалырмы… Әлегә зарар хаҡында етди уйланмайбыҙ. Баяғы төрлө ил ғалимдары тикшеренеүҙәр үткәреү менәнме ни? Оҙаҡ ултырмағыҙ тигән закон йә тыйыу юҡ бит. Кеше нисек теләй, шулай йәшәй. Әммә шуны белегеҙ: оҙаҡ ултырыуҙың файҙаһы юҡ. Бында бигерәк тә йәш быуынды хәстәрләргә кәрәк. Ә “ултыраҡ тормош” килтергән сирҙәр берәүҙең дә йәшен һорамай.

Айырыуса ир-атҡа ҡурҡыныс икән ул оҙаҡ ултырыу. Эстәре кәпәйә башлай, енес биҙе сиренә юлығыуҙары ихтимал, бил ауырыуы ла күберәк ирҙәрҙе борсой.
Йәнә шуныһы: ашағандан һуң ҡан юлында 90 процент юғары энергетикалы матдә туплана. Улар организмға мускул системаһын байытыу өсөн кәрәк. Организм үҙен әүҙем эшкә әҙерләй. Тик кеше ҡыбырламағас, матдәләр тамырҙарҙың стенаһына йәбешә лә, уларҙың тарайыуына сәбәпсе була. Ҡан тамырҙары тарайыу нимәгә килтереүен үҙегеҙ беләһегеҙ.
Оҙаҡ ултырыуҙың йөрәккә көсөргәнеш килтереүе лә һеҙгә билдәлелер. Һөлдә мускулдарының физик эшендә төп көс ҡул, аяҡ һәм тәнгә төшә. Ә мускулдар бигүк эшләмәһә, ҡан циркуляцияһы процесында йөрәк төп көсөргәнеште кисерә. Етмәһә, ултырып ҡына эшләгән кешенең һулыш алыуы ла икенсе төрлө, “ялҡау ғына” тиергә була. Организмға кислород та шуға бәрәбәр генә инә. Кислород етмәүенән нимә көтөргә була икәнен дә ҡабат-ҡабат һөйләргә кәрәкмәй.
Шәкәр диабеты тигән заман сире хәҙер балаларҙы ла аямай. Американың Миссури университеты белгестәре билдәләүенсә, кешенең физик әүҙемлеге ҡанда шәкәр кимәлен 26 процентҡаса төшөрә икән. Хәрәкәт булмаһа…
Ултырыуҙың тағы бер насар яғы – умырт­ҡаны эшлектән сығарыуы. Етмәһә, ултырғысың уңайһыҙ йә диваның артыҡ йомшаҡ булһа, билеңдең ниңә ауыртҡанына аптырама. Муйын остеохондрозы бигерәк тә хәүефле. Яурын тирәһенә тоҙ ултырһа, ауыртыныуҙан тыш, күҙегеҙ боҙолоуға, ҡолаҡ шаулауына, мейегә ҡан дөрөҫ бармауына дусар буласаҡһығыҙ.
Ғалимдар үтә ҡаты фаразлай – оҙаҡ ултырыу арҡаһында аңраланырға ла мөмкин, ти улар. Мейе эш­­мә­кәр­ле­гендә ниндәй­ҙер етешһеҙлектәр барлыҡҡа килә икән.
Ай-һай, бигерәк ҡиммәткә төшә бит ҡыбырламай ғына эшләп йәшәү! Беҙҙең халыҡта, күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың, тигән әйтем бар. Борондан таралһа ла, тап беҙҙең осорға ла тап килә бит ул. Эйе, беҙ бөгөн бик бай мәғлүмәт сығанаҡтарына эйәбеҙ. Интернеттан теләһә ҡайһы һорауға ла яуап таба алабыҙ. Бихисап вариантта. Белем кимәле лә үҫеп киткәндәй була. Шулай компьютер алдынан китә алмай ултырабыҙ ҙа ултырабыҙ. Ә тап ошо ваҡытта ҡартаябыҙ, имеш. Кем дә кем әҙ хәрәкәтләнә, шуның ун йылға иртәрәк ҡартайыуын асыҡлағандар.

Ни эшләргә һуң?

Яуап ябай: хәҙер үк тороп атлап китергә! Ә етдиерәк әйткәндә, әҙ хәрәкәтләнеүгә ҡаршы тороу ысулдары етерлек.
Бер ауылда йә бер ҡалала йәшәгән туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шылтыратҡансы, барып хәлдәрен белегеҙ. Был саф һауа һуларға ла булышлыҡ итер.
Ә инде эштә ваҡыты-ваҡыты менән тороп, ҡул-аяҡтарығыҙҙы яҙып алығыҙ, эш өҫтәлендә ашамағыҙ, йә ашханаға барығыҙ, йә икенсе бүлмәгә сығығыҙ. Компьютер менән баҫып эшләп ҡарағыҙ, бәлки, тап һеҙгә шулай уңайлыраҡ та булыр. Эшегеҙ ултырып башҡара торған икән, өйгә ҡайтҡас та диванға ауа күрмәгеҙ. Ҡатын-ҡыҙ, ярай, аш-һыу менән булышып, аяҡ өҫтө йөрөй, бына ир заттары йәл.
Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе йылды юҡҡа ғына йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш йылы тип иғлан итмәне бит. Ул кешене ауырыуҙы ваҡытында иҫкәртергә, табиптар­ға барып тикшерелеп торорға саҡырҙы. Үрҙә әйтелгәнсә, был сиргә оҙаҡ ултырыу ҙа булышлыҡ итә.
Көнөнә 10 мең аҙым бөтә насар эҙемтәләрҙән һаҡлай. Өҫтәүенә, психологтар һанауҙы, тынысландырыусы алым, ти. Атлайыҡ та, һанайыҡ. Эйе, ҡыбырлайыҡ, йәмәғәт, ҡыбырлайыҡ!


Фекерҙәр

Алексей КОВАЛЬКОВ, табип-диетолог:
– Шул норма: организмды яҡшы хәлдә тотор өсөн көнөнә ете саҡрым йәйәү йөрөргә. Хатта оло кешеләргә лә көнөнә биш-алты саҡрым атлау файҙалы. Артыҡ ауырлыҡтан йонсоусылар бер көндә 10 – 12 саҡрым атларға тейеш. Быны туранан-тура ҡайҙалыр йәйәү барыу тип аңларға кәрәкмәй, дөйөм аяҡ өҫтө йөрөүегеҙ һанала.

Джеймс А. ЛЕВИН, медицина фәндәре докторы:
– Проблеманы хәл итеү ябай – әҙ генә мөмкинлек булһа ла, эште баҫып эшләргә тырышығыҙ. Был һеҙгә ауыр булырға тейеш түгел. Ғәҙәтләнеп китһәгеҙ, гел генә ултырыу яғын уйламаясаҡһығыҙ ҙа. Телефондан тороп һөйләшегеҙ, түрәләр йыйылышты баҫҡан килеш үткәрһен.


һандар һәм факттар

* Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, оҙаҡ ултырып эшләү донъяла йылына биш миллион кешенең ғүмере өҙөлөүгә сәбәп була. Сағыштырыу өсөн: тәмәке тартыу 4,9 миллион кешенең үлеменә сәбәпсе. Тимәк, “ултыраҡ тормош” тәмәке тартыуға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ?!
* Ғалимдар әйтеүенсә, әгәр кешеләрҙең ун проценты ғына ла физик яҡтан әүҙем булһа, йылына 500 мең кешенең ғүмере оҙонайыр ине.
* Колумбияның баш ҡалаһы Боготала сама менән ете миллион халыҡ йәшәй. Урындағы властар тырышлығы менән бында һәр йәкшәмбелә ҡала үҙәгендә автотранспортта йөрөү тыйыла. Йәйәүлеләр, велосипедсылар күпләп саф һауаға сыға. Урамда йәйәүлеләр һаны миллионға етә. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, әгәр ҙә автохәрәкәт сикләнмәһә, кешеләрҙең һәр бишенсеһе сыҡмаҫ ине.
* Европала Урта быуаттарға тиклем ултырғыста батшалар һәм епископтар ғына ултырған. XIII быуатта арҡалы ултырғыстар тик байҙарҙа ғына булған.
* ХIХ быуатта һәм ХХ быуат баштарында офис (ул ваҡытта икенсе төрлө аталған) хеҙмәт­кәр­ҙәре күбеһенсә эш көнөн аяҡ өҫтө үткәргән. Улар, шулай иғтибар эшкә нығыраҡ йүнәлтелә, тип иҫәпләгән.
* Заманының билдәле шәхестәре Бенджамин Франклин (АҠШ-­тың дәүләт эшмәкәре, ғалим) менән Уинстон Черчилль (Британия дәүләт эшмәкәре) аяҡ өҫтө тороп эшләргә ғәҙәтләнгән булған.
* Яҙыусылар Эрнест Хемингуэй, Владимир Набоков та романдарын баҫып яҙған, тигән мәғлүмәт бар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…