RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сифатлы аҙыҡ ҡайҙа һатыла?

17.10.2014 Сифатлы аҙыҡ ҡайҙа һатыла?

Өфөнөң Матбуғат йорто эргәһендә бер еңел машинаны уратып, багажникка табан эйелеп, нимәлер һайлап маташҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп аптырамағыҙ. Улар – беҙ. Был төрлө сәйәси-иҡтисади санкцияларға ҡарата үҙенсәлекле яуабыбыҙ – ҡатыҡ, ҡаймаҡ, һөт һәм итте ауылдан килтереп һатыусылар­ҙан ғына алабыҙ. Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәренең дуҫы – Дәүләкән районынан Таңһылыу исемле апай тормош иптәше менән бергәләп күп итеп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп, файҙаһын күрә. Улар килтереп һатҡан аҙыҡтың тәмле һәм сифатлы икәнлеген күптән баһалап, ҡасан шылтыратыу­ҙарын көтөп кенә торабыҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙгә лә яҡшы, уларға ла.

Һуңғы йылдарҙа алып барылған мониторинг та шуны күрһәтә: Башҡортостан һатып алыусылары һәр ваҡыт үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте ситтән килтерелгәненән өҫтөнөрәк күрә. Был бигерәк тә икмәк, һөт, ит аҙыҡтарына ҡағыла. Юҡҡа түгел инде. Үҙебеҙҙеке тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та, беҙҙең зауыҡҡа ла тура килә. Билдәле булыуынса, төрлө санкциялар арҡаһында Рәсәйгә сит илдән индерелгән күп кенә аҙыҡ-түлекте сикләнеләр. Кемгә нисектер, иллә-мәгәр шәхсән үҙемә сикләүҙәрҙең бер генә ҡағылышы ла булманы. Был сәйәси-иҡтисади ваҡиғалар күпмегә тиклем һуҙылыр һәм ниндәй һөҙөмтәләргә килтерер – әйтеүе ҡыйын.

Сифатлы аҙыҡ ҡайҙа һатыла?Әммә һәр кемдең дә Таңһылыуы юҡ бит инде. Магазиндар һәр көн аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителергә тейеш. Баҙар иҡтисадына яраҡлашырға күптән ваҡыт, һәм Башҡортостан етештереүселәре йоҡлап ятмай, сауҙа кәштәләрен үҙебеҙҙең аҙыҡ менән тултырып, һатып алыусыларҙы ҡыуандырырға тырыша. Ошо урында “Башҡортос­тан продукты” бренды тураһында әйтеп үтке килә. Беҙҙекеләр сифатлы һәм тәмле аҙыҡ-түлекте етештерә белә. Быныһы – шикһеҙ. Ә бына уны һатыу оҫталығы һәр кемгә бирелгән тип әйтеп булмай. Күптәр, сифатлы һәм тәмле аҙыҡты күпләп етештерһә лә, ваҡлап һатыу селтәр­ҙәре менән килешеү төҙөп, тауарын тәҡдим итә алмай. Бының сәбәптәре лә төрлөсә. Ошо факттарҙы күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан продукты” исемле бренд булдырырға ҡарар ителгәйне. Проекттың төп маҡсаты – республиканың сифатлы аҙыҡ-түлеген бергә туплау һәм әлеге бренд аҫтында баҙарға сығарыу.

Тик шуныһы: “Башҡортостан продукты” билдәһен алыу һәр етештереүсегә йылмайған мөмкинлек түгел. Баҙарға сығарыласаҡ тауар етди тикшереү үтә һәм даими рәүештә контролдә тотола. Был етештереүселәр өсөн өҫтәмә мәшәҡәт тип раҫлап булмай, сөнки дәүләт ойошмаһы ярҙамы менән аҙыҡ-түлек маркетинг тикшереүҙәре үтә, мерчендайзинг мәсьәләләре лә хәл ителә. Иң мөһиме – логистика. Шөкөр, республикабыҙҙың территорияһы ҙур һәм етештереүселәр төрлө урында урынлашҡан. Уларҙың тауарын Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға әҙ юғалтыуҙар менән алып барыу еткереү өсөн етди логистар кәрәк. Әлбиттә, тәбиғи аҙыҡ-түлектең тап үҙебеҙҙә етештерелгәнен генә алырға мөмкин. Ни тиһәң дә, бындай продукцияның яраҡлылыҡ ваҡыты бик аҙ, йәғни тиҙ генә боҙола башлай.
Быйыл тағы ла бик күп аҙыҡ-түлек «Башҡортостан продукты» бренды аҫтында һатыла башлаған. Програм­ма буйынса, уларҙың һанын 200-гә еткерергә ниәтләй­ҙәр. Үҙебеҙҙең етештереүселәргә киң мөмкинлектәр асҡан яңы проект Башҡортостан Республика­һының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты инициативаһы менән булдырылды. Һәр саҡ шуны иҫтә тотайыҡ – аҙыҡҡа “Башҡортостан продукты” билдәһе йәбештерелгән икән, ул мотлаҡ сифатлы.

Бал күп, ҡымыҙ бар

Ә ҡайҙан табырға һуң был сифатлы аҙыҡтарҙы? Оҙаҡ уйлап тормай ғына Өфөнөң Революция урамында яңы ғына асылған “Башҡортостан продукты” магазинына юл тоттоҡ. Ҡорот, бал, айран, ҡымыҙ, ҡаҙы бармы икән, әллә беҙҙең милли ризыҡтарҙы һатмайҙармы? Шундуҡ күрҙем – балдың ниндәйе генә юҡ! Төрлө ҡаптарға һалынған, теләһәң, сувенир продукты итеп ал, теләһәң, ашар өсөн ябай ғына һауыттағы ла бар. Күңелгә шундуҡ йылы инде, тимәк, юҡты эҙләп йөрөмәйем. Ә бына ҡорот күренмәй. Магазиндың управляющийы Олег Моисенко ышандырыуынса, ҡорот та бар икән, ләкин әле һатып алып бөткәндәр. Ҡымыҙҙы башлыса Йоматау­ҙан килтерәләр. Әйтеүҙәренсә, ул – иң тиҙ һатылып бөткән эсемлектәр­ҙең береһе. Ике көнгә бер тапҡыр килтерәләр һәм әсегәнсе үк һатып та бөтөрәләр. Магазиндың тест режимында эшләүен билдәләргә кәрәк. Йәғни әлегә маркетологтар ниндәй аҙыҡтың күпмерәк һатылғанын өйрәнеү менән мәшғүл. Шуға ла, магазинда теге йәки был аҙыҡ күп, йә булмаһа, бөтөнләй юҡ, тип ҡырҡа ғына билдәләү әллә ни дөрөҫлөккә лә тап килмәҫ. Ассортимент артабан да үҙгәрәсәк, әммә, нимә генә булһа ла, һатылған аҙыҡтың 80 проценты тирәһе һәр ваҡыт Башҡортостан етештереүселәренеке буласаҡ. Шуға ла ҡолаҡтарығыҙҙы ҡарпайтып тороғоҙ, хөрмәтле ҡымыҙсы, ҡоротсо, ит һәм ҡаҙы һатыусылар, “Башҡортостан продукты” бренды аҫтында эшләйәсәк магазиндар һаны тағы ла артасаҡ һәм уларға тауар килтереүселәрҙең исемлеге сикләнмәгән.

Олег Моисенконы эйәртеп, магазин буйлап йөрөп сыҡтым. Ҡыҙыҡ ҡына асыштар яһаным. Мәҫәлән, Башҡортостанда барыбыҙ ҙа Төркиәнән ҡаплап-ҡаплап күстәнәс тип ташыған рәхәт-лукум етештерелгәнен белә инегеҙме? Бар икән ул беҙҙә лә һәм матур итеп төрөлгән. Башҡа кондитер аҙыҡтары ла тулып ята. Күреүемсә, был юҫыҡта бүздәктәр алға киткән. Бүздәк етештереүселәренә “афарин!” тип әйтергә генә ҡала – быяла һауыттар­ҙа татлы аҙыҡтар, консерваланған йәшелсә, һут менән тәьмин итәләр. Икмәк тулыһынса Башҡор­тостанда етештерелгән, әлбиттә, Ҡырмыҫҡалыла бешерелгәненә һорау күп. Шулай уҡ билмән, кәтлит кеүек туңдырылған ярымфабрикаттарҙың да тик үҙебеҙҙекеләре генә һатыла. Һыуытылған сей ит тә бар, ул ҡапҡа төрөлгән, алдан бүлгеләнгән. Башҡаса мөмкин дә түгел. Магазин шарттарында уны түшкәһе менән килтереп, һатыусылар ал­дында балта менән бүлгесләү мөмкин булмаған эш. Халҡыбыҙ ярата бит – йылҡы ите лә бар. Олег Моисенко исемле яңы танышым тағы ла бер тапҡыр аптыратты әле: уның әйтеүенсә, ҡымыҙҙың бейә һөтөнән эшләнгәне русса “кумыс” була, ә инде кәзәнеке – “кумыз”. “Кәзә” һүҙендә “з” хәрефе булған өсөнмө икән ни? Һәр хәлдә, етештереүселәр тап шулай тип атай икән. Үкенескә күрә, мин барғанда магазинда “кумыз” тигәне бөткәйне, юҡһа һатып алыр инем, файҙалы бит. Шарандан килтерелә тип аңланым был эсемлекте, мотлаҡ табып, фотоға төшөрөп алыр­ға кәрәк булыр. Тик шулай ҙа баш­ҡорт телен­дә һөйләшеүселәр хәҙер кәзә ҡымыҙын нисек итеп әйтергә тейеш икәнен аңлап бөтмәнем.
– Беҙҙең магазин быйыл сентябрь аҙа­ғында асылды. “Баш­агро­продукт” дәүләт унитар предприятие­һы базаһында асыл­ған тәүге фирма ма­газины ул. Магазины­быҙҙың үҙенсәлеге шунда – башлыса урындағы етештереүселәрҙең тауары һатыла. Уларҙың күпселеге “Башҡор­тостан продукты” билдәһен ал­ған. Был инде әлеге аҙыҡ-түлектең лабораторияла тикшереү үткәнен һәм эксперттар тарафынан си­фатлы тип табылғанлығын күрһәтә. Ғөмүмән, һатып алыусыларыбыҙҙы ҡай­ғыртабыҙ һәм “Башҡор­тостан продукты” проекты беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә.

Бынан тыш, беҙҙең магазинда хаҡтар башҡа сауҙа нөктәләренә ҡарағанда арзаныраҡ. Икмәк, һөт, колбаса кеүек социаль аҙыҡ-түлектең арзанлығы шундуҡ күҙгә ташлана. Аҙна һайын төрлө акциялар ҙа үткәреп торабыҙ. Әйтеүемсә, магазиныбыҙ әлегә берәү генә, артабан ошондай уҡ сауҙа нөктәләре Дим һәм Чесноковка биҫтәләрендә лә асыласаҡ. Әммә уларҙың майҙаны бәләкәйерәк буласаҡ, – ти управляющий.

Магазинда ҡаҙы кеүек деликатес­тар ҙа бар, ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп һатыла. Уны ла күпләп алалар икән. Тағы ла бер тәмлекәс – Ҡар­ламанда етештерелгән легендар ҡуйыртылған һөт. Уны килтереп кенә өлгөрәләр, банкаһы 50 һумға ла етмәгән аҙыҡты шундуҡ алып бөтөрәләр икән. Ҡыҙыҡһынды­рыр­лыҡ аҙыҡ-түлек күп. Мәҫәлән, Башҡортостанда етештерелгән төрлө үлән сәйҙәре, спиртһыҙ бәлзәмдәр, сироптар, үҙебеҙсә туҡмас, үҙебеҙсә перәник…
Әлбиттә, “Башҡортостан продукты” фирма магазинында ситтән килтерелгән эсемлектәр, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһы ла бар. Юҡһа ҡайһы бер әҙәмдәр магазинға инеп, дәғүәһен белдерә, имеш. Бер нәмә менән дә алмаштырып булмаған нәмәләр барлығын аңларға кәрәк. Әйтәйек, беҙҙең ҡоротто башҡа кем әҙерләй белә? Көнкүреш химияһы тулыһынса тиерлек ситтән, беҙҙең Башҡор­тостан Республикаһының умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етештергән тауарҙар ғына бар. Әйткәндәй, халыҡ уның кремдарын, шампунь һәм башҡа тауарын яратып ала һәм ҡуллана. Учреждение төрлө эсемлектәр ҙә етештерә, эскәнегеҙ юҡмы – “Башҡортостан продукты” брендына иғтибарығыҙҙы көсәйтегеҙ.
Ә шулай ҙа…

Әлеге ваҡытта Өфөлә, йылдағыса, һәр шәмбе-йәкшәмбелә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә. Унда һатылған ит, картуф, бал меңәр тонналап һанала. Халыҡ арзаныраҡ хаҡҡа сифатлы аҙыҡ-түлек алып ҡалырға тырыша.

Ләкин, нимә генә булһа ла, белгестәрҙең күпселеге, ҡышын Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ ныҡ артасаҡ, тип фаразлай. Хатта ҡайһы берҙәренең дефицит булып китеүе лә ихтимал, тип билдәләйҙәр. Хаҡтар былай ҙа артты, инде хәҙер Яңы йыл байрамы алдынан буласаҡ хәлдәрҙе генә көтөргә ҡала.
Тик бөгөн хаҡтар тураһында түгел, Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлектең сифаты һәм ассортименты тураһында яҙыу ине теләгем. Бер магазин миҫалында ғына ла беҙҙә шул тиклем ҙур потенциал булыуын, дәүләт тейешле ярҙамын күрһәткәндә – ҡолас йәйеп эшләрлек кешеләр ҙә, ер ҙә, тырышлыҡ та етерлек икәнен күрергә була. Дөрөҫөн генә әйткәндә, реклама шул тиклем башты ҡатырған, магазиндарҙа исеме билдәле булған тауарҙар эргәһендә генә уралабыҙ. Үҙем дә ғүмеремдә тәүге тапҡыр тиерлек магазиндың иң аҫҡы кәштәләрендә теҙелгән, ҡаптары әллә ни күрмәлекле лә булмаған тауарҙарға ныҡлы иғтибар итеп сыҡтым. Үҙебеҙҙең үлән сәйҙәре, кондитер изделиелары, ҡиммәтерәк күренһә лә, бик тәмле булған колбаса изделиелары бар бит. Һөт аҙыҡтарыбыҙ тиңһеҙ. Илһөйәрлек ваҡ ҡына нәмәләрҙә лә күренергә тейеш, бигерәк тә был хис нигеҙле булған осраҡта.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…