RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Балҡып өлгөрмәгән «йондоҙ»...

02.07.2019 Балҡып өлгөрмәгән «йондоҙ»...

Рәсәй йыйылма командаһының элекке билдәле футболсыһы Дмитрий Сычевҡа быйыл 36 йәш туласаҡ.
Ә бит ул яратҡан шөғөлө өсөн әллә ни өлкән дә түгел… Рәсәйҙең өмөтлө «йондоҙ»о балҡып та өлгөрмәне, ни сәбәптер тиҙ һүнде.
Ул тыумышы менән Омск ҡалаһынан. Бәләкәйҙән футбол менән хоккейҙы ярата. Үҫә барғас, тәүгеһен һайлай һәм үкенмәй. Ҡала йыйылма командаһы өсөн уйнай. Тора бара Тамбовтың урындағы клубы өсөн сығыш яһай башлай. Унда тәжрибә туплап, 2002 йылда билдәле Мәскәүҙең «Спартак» командаһына күсә. Шул уҡ йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионатына юллана. Унда алмашҡа ғына сығып, белгестәр араһында уға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күптәр илебеҙҙең буласаҡ «йондоҙо»ның үҫеп килеүенә ышаныс менән ҡарай. Һәм шул ваҡытта уҡ Сычев, Рәсәйҙең иң көслө футболсыһы булып таныла. Шул иртәле танылыумы инде, беҙҙең йәш футболсыбыҙ «суҡыш»ын үрә күтәрә һәм «Спартак»тан ғауға менән сит илгә китә. Һуңынан ул иҫенә килеп, клубка ҡабаттан ҡайтмаҡсы була, әммә команда уны ҡабул итмәй. Һөҙөмтәлә Францияның «Олимпик» клубында ике миҙгел уҙғарғандан һуң, Рәсәйгә ҡайта һәм «Локомотив»та 11 миҙгел уйнай. Улар составында 224 осрашыуҙа 73 гол индерә.
Рәсәй йыйылма командаһы өсөн ул бөтәһе 47 осрашыу уҙғара һәм 15 тапҡыр уңышҡа өлгәшә. 2008 йылда улар составында Европа беренселегенең бронза миҙал призеры ла була.
Әлеге ваҡытта төрлө эш менән мәшғүл. Мәскәүҙә рестораны бар. Пляж футболында һәм КВН-да уйнай. Ҡайһы саҡ кинола ла төшә. 2018 йылда «Тренер» исемле кинофильмда футболсы ролен уйнай. Гонорары ла билдәле – 2,5 миллион һум. Ғаиләһе юҡ.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне