RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла

11.04.2017 Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла

Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла
Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаусы ҡәйнәм сүрә-мөнәжәттәр уҡый, йырлап-бейеп конкурстарҙа ла ҡатнаша, тегергә, бәйләргә, ҡорама ҡорарға ла ваҡыт таба.

Ҡәйнәм Венера Сиражетдин ҡыҙы Абдрахманова Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәүсе ҙур ғаиләлә һигеҙ малай араһында иң бәләкәй ҡыҙ булып, 1941 йылдың 20 майында донъяға килгән. Башланғыс класты ауылда уҡып, һигеҙенсе класты күрше ауылда тамамлаған. Бәрәс ҡарап, фермала йөрөмәйһең инде тип, өсөнсө ағалары уны Магнитогорск ҡалаһына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ағаһының таныштары 17 йәшлек кенә ҡыҙҙы күреп, үҙҙәренең ҡустыһына димләп, кәләш итеп алған. Шулай итеп, Баймаҡ ҡыҙы йәшләй генә Әбйәлил районының Баҡыр-Үҙәк ауылына килен булып төшә. Унда күбеһенсә кәҫтән яһалған өйҙәр – землянкалар ғына була. Иҙәне ер, бәләкәй генә солан, шуға ялғанып һыйыр кәртәһе башланған. Йәй етһә, балсыҡ соҡорона барып, утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрәләр менән көйәнтәләп балсыҡ алып ҡайтып, уны ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем болғатып, әремдән һепертке эшләп, шул ер иҙәнде балсыҡ менән тигеҙләп ҡуйғандар. “Һуңынан һыу һирпеп һеперәһең дә шул ун көнгә ҡәҙәр етә торғайны”, – тип һөйләй ҡәйнәм.
Ҡыш көндәре мал тиҙәген өйөп, өҫтөнә һыу һирпеп торғандар. Ялан ерендә яғыулыҡ булмағанлыҡтан, тиҙәк һуҡҡандар. Уны ат менән тапатып, йә булмаһа, үгеҙ менән баҫтырғандар. Ҡәйнәмдең көнкүреше ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, еңелдән дә булмаған. 19 йәше тулғанда, 1960 йылдың 23 майында беренсе ҡыҙы тыуған. 1961 йылда ире менән күрше Әлмөхәмәт станцияһына күсеп барып, алты балаға – өс малай һәм өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Шуныһы ҡыҙғаныс: 1990 йылда ҡаты ауырыуҙан ҡайным 51 йәшендә генә баҡый донъяға күскән. Һәр балаһының үҙ ғаиләһе бар. Боронғо йола буйынса әлеге мәлдә ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ. Өс ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ул беҙгә ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, кәрәк саҡта талапсан ҡәйнә лә. Малайҙарыбыҙҙы үҙе менән бергә алып йөрөп, эшкә лә, тәртипкә лә, боронғо сүрәләр­ҙе уҡырға ла өйрәтте ул. Улыбыҙ район конкурсында сүрәләр уҡып, мөнәжәттәр әйтеп, гран-при яуланы, мәктәптә йыр-бейеү ансамбленә йөрөй. Малайҙарҙы мөйөшкә ҡуйыуҙың кәрәге юҡ тип, уларҙы “раз-два”ға баҫтырып та ала. Беҙгә ярҙам итеүҙән башҡа, ҡәйнәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһына ла йөрөй. Район конкурсында сүрәләр, мөнәжәттәр уҡып, сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәров призына лайыҡ булды. “Йәшлек” гәзитенә яҙылып, конкурста еңеүсе исемен алды. Ҡәйнәм, оло булыуына ҡарамаҫтан, байрам ваҡыттарында йырлап-бейеп, конкурстарҙа ла ҡатнаша. Ә өйҙәге эшен әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел, тегеү-бәйләүгә бик оҫта. Ул ҡораған ҡорамалар күҙҙең яуын алып тора. Бәләкәй ейәнсәре – йәш ярымлыҡ Гөлфиәгә күлдәк-камзул тегеп кейҙерҙе. Йәй көндәрендә баҡсала ла, ҡош-ҡорт ҡарауҙа ла ярҙамлаша.
Ҡәйнәм менән бергә йәшәүебеҙгә ун алты йыл тулды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған ҡәҙерлебеҙгә оҙон, бәрәкәтле ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ. Мин уның өлгө булырлыҡ сифаттарын һәм һабаҡ биргән кәңәштәрен онотмай һаҡлап, уға оҡшарға тырышам.

Әлфиә АБДРАХМАНОВА.
Әбйәлил районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк

15.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло

13.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло


Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш

02.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш


Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар

28.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар


Береһе - ут, икенсеһе - һыу

26.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Береһе - ут, икенсеһе - һыу


Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!

23.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр

01.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.03.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

11.03.2016 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары