RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

26.03.2017 Береһе - ут, икенсеһе - һыу

Береһе - ут, икенсеһе - һыуСығышым менән Мәләүез ҡыҙымын. Бөрйәнгә килен булып килгәнгә 13 йыл да үтеп бара. «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам» конкурсында ҡатнашмай булдыра алманым. Сөнки улар минең иң яҡын, ғәзиз кешеләрем. Ҡайным Ғарифулла Ниғмәт улына 58 йәш. Улар ҡәйнәм менән бергә 37 йыл татыу ғүмер кисерә. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Тыныс, баҫалҡы, аҡыллы ҡайныма ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Үҙем бәләкәйҙән атай наҙынан мәхрүм булғанға күрә ул миңә үҙ атайымдай яҡын. унан бер ҡасан да ауыр һүҙ ишеткәнем булманы һәм, Алла бирһә, ишетмәҫмен дә тип ышанам. Ике киленен дә яҡын күрә, тигеҙ ярата ул. Һәр саҡ ярҙам итеп тора. Икебеҙ генә белгән серҙәребеҙ ҙә бар. килен булып төшкән тәүге йылдарҙа булды был хәл. Ҡәйнәмдәр ҡунаҡ саҡырғайны. Мине ҡәйнәм һыйыр һауырға сығарҙы ла, үҙе ҡунаҡтарҙы ҡараны. Эй, һыйыр сәбәләнә, үҙенә яҡын да ебәрмәй. Ни эшләргә белмәй ҡурҡып ҡалдым, өйгә инеп әйтер инем, оялам, ят кешеләр ҙә күп. Шул саҡ ҡайным, тышта йөрөй ине, ярҙамға килде. “Һә” тигәнсе һыйырҙы һауҙы ла бирҙе, ә мин быҙауға тип алып сыҡҡан икмәк киҫәген тотҡан килеш аптырап торам. Беҙҙең яҡта быҙауҙы һыйырға ҡушмай торғайнылар бит. Ә иң ҡыҙығы, биҙрәләге һөттө тотоп өйгә ингәс, маладис киленең, һыйырын да һауа икән, тигәндәргә нисек инде, мин түгел, ҡайным һауып бирҙе, тип әйтәһең. Шундай ҡыҙыҡ та, уңайһыҙ ҙа хәл килеп сыҡты.
Миңә ҡайнымдың холҡондағы иң оҡшаған сифат – ҡәйнәм әрләгән ваҡытта ул һәр саҡ тыныс, хатта йылмайып яуап ҡайтара (был сифатын үҙемә лә үҙләштерҙем, шөкөр, юҡ-барға өйҙә ғауға ҡупмай). Ә шулай ҙа ул ысын мәғәнәһендә өйҙә хужа ла була белә. Улдарына ла матур тәрбиә бирә алған. Уларға күркәм итеп ауылда йорт та һалышты.
Ҡайнымдың яратҡан шөғөлө – солоҡсолоҡ. Беҙҙе донъялағы иң шифалы, файҙалы солоҡ балы менән һыйлай. Хәҙер был шөғөлөн үҫеп еткән ейәндәренә лә өйрәтә. Хоҙайға шөкөр, бәхетле атай һәм дүрт ейәненә, өс ейәнсәренә олатай ҙа ул.
Ҡәйнәм Мәрзиә Ишмөхәмәт ҡыҙына 55 йәш тула. Эйе, тап ошо матур Ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Мартта донъяға килгән ул. Уның тыуған көнөнә бүләккә шиғыр яҙып ҡараным. Ул үҙе лә һәр байрамда беҙгә матур шиғырҙар яҙып ҡыуандыра.

Килен ҡәйнә тупрағынан,
тип
Юҡҡа ғына әйтмәйбеҙ.
Ҡәйнәм менән икәүләп
Бик дуҫ ҡына йәшәйбеҙ.
Ҡулынан килмәгән эше юҡ,
Барыһына ул өлгөрә,
Бөтә эштәрҙең серен
Килен ҡәйнәһенән өйрәнә.
Иң яратып бешергәне –
Милли аҙыҡ – бауырһаҡ.
Ләкин ул аҙыҡты бешереүе
Миңә бер аҙ ауырыраҡ.
«Юҡҡа бошонма, килен», –
тип,
Мине һәр саҡ йыуата.
Балалары, килендәре тип,
Ҡәйнәм һәр саҡ йән ата.
Байрамдарҙы күңелле итеп
Үткәрергә ярата.
Сараларҙа ҡатнашып,
Мылтыҡтан да шәп ата.
Спорт менән дуҫ булырға
Балаларҙы өйрәтә.
Ейәндәрен эйәртеп,
Саңғы шыуырға китә.
Район конкурсы:
«Йыл килене»нә
Ярышҡа барып ҡайттыҡ.
Эргәмдә ҡәйнәм булғанға
Гран-приҙы яулап ҡайттыҡ.
Бына шулай ҡәйнәм менән
Йәшәйбеҙ беҙ дуҫлашып.
Бөтмәй һүҙҙәр һөйләшеп,
Сәй эсәбеҙ серләшеп.
Хатта өҫтәлдәге сынаяҡтар
Ҡарай беҙгә көнләшеп.


Зәлиә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы,
Брәтәк ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк

15.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар – бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк


Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло

13.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бергә тура килһә ике тырыш, тормош гөлгә торошло


Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла

11.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы ла


Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш

02.04.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡарт һалдатҡа - 90 йәш


Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар

28.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Бер-береһенә лә, беҙгә лә таяныс улар


Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!

23.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Әйтерһең дә, һәр саҡ һаҡлап Йөрөгән һеҙ – фәрештә!


Сәнғәт ене  ҡағылған кешеләр

01.03.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр


Улар беҙгә үҙ  атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы Улар беҙгә үҙ атай-әсәбеҙҙәй ғәзиз!


«Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»

21.02.2017 - "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Яңылыҡтар таҫмаһы «Ҡәйнәм-ҡайным – алтын ҡаҙнам»


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.03.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

11.03.2016 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары